Иртәнге сәғәт туғыҙҙа уҡ «Башнефть» йәмғиәте заправкаһы өҫтөндәге тау итәгендә алма төшөр урын да ҡалмағайны тиерлек. Хеҙмәт коллективтары вәкилдәре ҡулдарына биҙрә һәм көрәк тотоп «Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!» тип аталған шәмбе өмәһендә ҡатнашырға ашыҡты. Музыка уйнай, көн ҡояшлы, барыһының да кәйефе байрамса ине. Башҡаса мөмкин дә түгел! Сөнки үҫентеләр ерегеп китһә (шулай булыр тип ышанабыҙ), бер нисә йылдан ошо асыҡ тау итәген танып та булмаясаҡ. Уны, беҙҙе шатландырып, үҫеп килгән ҡарағайҙар биҙәйәсәк. Әлбиттә, бының өсөн уларҙы һаҡларға кәрәк буласаҡ, әммә был бөтөнләй башҡа мәсьәлә. Ә әлегә, стәрлебаштар тырышып-тырышып алдан һөрөлөп ҡуйған ергә 30 сантиметр тирәһе оҙонлоҡтағы йәшел үҫентеләр ултыртты.
Барлығы был көндө 2,5 гектарға 5000 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Район халҡы буласаҡ ҡарағайлыҡҡа «Өмөт» тигән матур исем дә һайлаған. Бөтә эште бик тиҙ атҡарып сыҡтылар. Ҡарағайҙарҙы ултыртып, һыу һибеп бөтөүгә бер сәғәт тә үтмәгәйне.
Әммә был көндө шәмбе өмәһе генә үтмәне. Беҙҙең районға республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов эш сәфәре менән килде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов уны автомобиль юлдарын ремонтлау барышы менән таныштырҙы. Бөгөнгө көндә Стәрлебашта Юбилей урамында юл ремонтлана, ул «Туған урам» программаһы даирәһендә үткәрелә. Унда йәшәүселәр күптән урамдарына асфальт түшәү тураһында хыяллана ине. Ошо үтенес менән бер нисә тапҡыр ауыл биләмәһе һәм район хакимиәттәренә мөрәжәғәт итте. Һәм, ниһайәт, уларҙың хыялы тормошҡа ашты. Юл хеҙмәткәрҙәре тарафынан һуңғы эштәр башҡарылған асфальт юл һөйөндөрә. Ленин урамындағы төп юлға сыҡҡансы батҡаҡ кискән кешеләрҙең ғазаптары тамамланды. Был күп кешеләрҙең тырышлығы арҡаһында мөмкин булды, әммә һөҙөмтә һәйбәт. Хәҙер иң мөһиме, юл оҙаҡ хеҙмәт итһен.
Артабан Тимур Рәфис улы һәм уны оҙатып йөрөүсе төркөм район үҙәгенең Төньяҡ микрорайонына юлланды, унда ете юл төҙөлгән. Барыһын да ҡарап сыҡҡандан һуң, ҙур ҡунаҡ күргәндәрҙән ҡәнәғәт ҡалды.
Артабан ул БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Рузалия Хисматуллина, Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов, Рөстәм Камил улы, уның урынбаҫарҙары, райондың МЧС, район финанс идаралығы, урындағы колледж вәкилдәре, йәш армиясылар, шулай уҡ һуғыш ветерандары Абдрахман Абдрахманов, Фәйзулла Биктимеров, запастағы офицер Әҙхәт Ғәлиев, элекке һауа-десант ғәскәрҙәре яугирҙәре менән Еңеү паркында ҡырҡтан ашыу шыршы ултыртты. Билдәләп үтергә кәрәк, ветерандар «Йәшел Рәсәй» акцияһында бик әүҙем, йәнле ҡатнашты. Шуларҙың береһе, 84 йәшлек Ҡадир Хәсәнов, йәштәр менән бер рәттән Осрашыуҙар аллеяһында үҫентеләр ултыртты.
Артабан район юлдарының проблемалы участкаларына барҙылар. Мәҫәлән, йәшергәндәр иғтибар итергә һораған Айтуған-Шарлыҡ юлы. Участканы ҡарап сыҡҡандан һуң, Тимур Рәфис улы был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙамлашырға вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ барьер сикләүҙәр һәм юл билдәләре ҡуйыу планлаштырылған Күндерәк-Хәлекәй автотрассаһында ла булдылар.
Һарайҫа ауыл биләмәһендә Күндерәк йылғаһы аша күперҙе, Аллағыуат ауыл биләмәһендә - Мостафа - Аллағыуат юлын ремонтлау ҡарар ителде.
Тимур Мөхәмәтйәновтың эш сәфәре мәлендә беҙҙең районда бик күп изге эштәр планлаштырылды. Уның киләһе килеүенә уны Стәрлебашҡа ингән ерҙә үҫеп килгән йәшел ҡарағайҙар һәм бөгөн соҡор-саҡырлы булып, әммә тиҙҙән яҡшылап ремонтланған юлдар ҡаршы алыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.