«Ағас ултыртырға, тематик аллеялар эшләргә, халыҡты йәлеп итергә һөйләштек. Әгәр кешеләр килеп тә ҡатнаша алмаһа, уларҙың башланғысын юҡҡа сығыр», — тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе.
Радий Хәбиров үҙенең Хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ултыртыу урындары, материалдарҙың күләме, ҡатнашыусылар һанын иҫәпләү, халыҡты йәлеп итеү алымдары буйынса аныҡ мәғлүмәттәр алыу өсөн муниципалитеттар менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Акция тамамланғас, муниципалитеттар фотоотчеттар тапшырырға тейеш.
Республика яңылыҡтарынан.