“Йәшә урман” акцияһы барышында ауыл һәм ҡасабаларҙа иҫтәлекле аллеялар һәм баҡсалар ултыртыу планлаштырыла. Республиканы йәшелләндереүҙә ҡатнашырға теләүселәр Урман хужалығы министрлығына хәбәр итергә тейеш. Урмандарҙы һаҡлау темаһы бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҡаралыуы көтөлә. Ул әлеге минуттарҙа башланып тора.