Шулай итеп, бишенсе тапҡыр ойошторолған был марафонда биш мең кеше ҡатнашасаҡ, әле 4900 самаһы теркәлеп өлгөргән. Балалар 2, 5, 10, 21,1 һәм 42,2 саҡрымға уҙыша, шулай уҡ корпоратив йүгереү дистанциялары бар. Әлегә 20 ил, 49 төбәк һәм 240 ҡаланан ҡатнашыусылар теркәлгән.
Марафон директоры Владислав Литвинчук белдереүенсә, сараны финанслау өсөн 20 миллион һум аҡса тотонолған. Уның бер өлөшөн баш ҡала хакимиәте бүлгән: 600 барьер, 70 берәмек ауыр техника, 140 бетон блок биргән. Быларҙың барыһы ла йүгереүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшләнә.
30 августа ойоштороусылар номерҙар тапшыра башлай. Уларҙы алырға килгән тәүге 1500 кешегә “Өфө” – “Ырымбур” футбол уйынына бушлай билет бирәсәктәр.
Үҙҙәре йүгермәгән кешеләр марафон барған ергә килеп ҡарай йәки сараны БЮТ каналы аша күҙәтә аласаҡ.