Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
11 Август 2019, 17:35

ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ БӘХЕТ БИЛӘМӘҺЕ ҠАЙҘА?

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, ғаиләһе лә бәхетле. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы тигән ифрат матур, ҙур форумда ошо фекер ҡыҙыл еп булып үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайына байрамға йыйылған гүзәл зат үҙ булмышын, эске донъяһын, тәғәйенләнешен, яҡындары менән мөнәсәбәттәрен тәрәнерәк аңлаһын өсөн, ғәжәйеп хәстәрлекле мөхит тыуҙырылғайны. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен хасил иткән йүнәлештәр буйынса ойошторолған “Сәләмәтлек”, “Матурлыҡ”, “Сәнғәт”, “Ижад”, “Ҡатын-ҡыҙ стиле”, “Туҡланыу”, “Ғаилә”, “Сабыйҙың зиһенен үҫтереү”, “Балалар мауығыуҙары” тигән майҙансыҡтарҙа булыусыларҙың һәр береһе ысын-ысындан өй йылыһы тойҙо.

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр, йәш һылыуҙар форум сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, нәзәкәтле ҡул эштәре йәрминкәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәүестәр һатып алды, матурлыҡ серҙәренә төшөндө, һаулыҡтарын тикшертте. Сарала Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың иң яҡшы табиптары эшләне. Күптәр ҡан баҫымын, ауырлығын, буйын үлсәтеп, хәүеф төркөмөнә ҡарау-ҡарамауын белде, ҡанда шәкәр кимәлен билдәләне, түш биҙҙәрен тикшерергә өйрәнде, йөрәккә ЭКГ, ультратауыш тикшереүе уҙғарып, шунда уҡ кардиологҡа, терапевҡа күренде. Тәжрибәле психотерапевтар, гинекологтар, онкологтар эргәһенән кеше өҙөлмәне. Косметологтар менән кәңәшләшеп, биттәрен таҙартырға, массаж яһатырға, сәс торошон тикшертергә теләүселәр ҙә байтаҡ булды.

Ә әсәйҙәр менән килгән балалар уйнап кинәнде. “Эбру” техникаһы буйынса, ҡомда һүрәт төшөрөп, күсмә планетарийҙа йондоҙҙар хаҡында фильм ҡарап, сепрәк ҡурсаҡтар, бетеү-уйынсаҡтар эшләп, яратҡан йәнһүрәт “персонаждары” менән аралашып, сабыйҙар ваҡыттың нисек үтеүен дә һиҙмәне. Әсәләре иһә педагогтарҙан баланы мәктәпкә әҙерләү, уның һәләтен үҫтереү хаҡында файҙалы кәңәштәр алды. Өлкәндәр ҙә, бәләкәстәр ҙә “Һөт кухняһы” күргәҙмәһендә эремсек, кефир, йогурт менән рәхәтләнеп һыйланды.

Байрамға Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советында Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтар килгәйне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбированың ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне. Каринэ Владимировна : “Бәхет биләмәһе – ул бөтә донъя: ғаилә, балалар, ата-әсәң, эшең, дуҫтарың һәм башҡа бик күп ҡәҙерле төшөнсәләр. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормоштан шатлыҡ табып йәшәүен һәм ул шатлыҡты ғаиләһе, уратып алған кешеләр менән бүлешеүен теләйем”, – тине һәм ошондай байрамдарҙың республиканың башҡа ҡалаларында ла үтәсәген билдәләне.

Форумда “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары”, “Башҡортостан әсәләре”, “Ағинәйҙәр”, “Әсә йөрәге” һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ла ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты.

Нисек итеп ҡатын-ҡыҙға уңышлы, бәхетле булырға һәм бәхет хисен сайпылтмай һаҡлап, яҡындарыңа өләшергә? Психолог һәм коуч тренер Анна Ларина шул хаҡта оҫталыҡ дәресе уҙғарһа, Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән театр һәм кино актрисаһы Лариса Баранова тормошта актерлыҡ һәләте ни өсөн кәрәк булыуы, матурлыҡ серҙәре тураһында һөйләне.

Мәскәү ҡунағы – халыҡ-ара кимәлдәге коуч, социология фәндәре докторы, медицина фәндәре кандидаты, табип-психотерапевт Сергей Капицаның “Һине бәхет көтә” тигән лекция-тренингы иһә тормоштоң бөтә өлкәләрендә бәхеткә өлгәшеү ынтылышын уятыуға арналғайны. Ҡатын-ҡыҙҙың төпкөл ҡиммәттәре, йәшлекте оҙонайтыу, бәхетле мөнәсәбәттәр серҙәре тураһында йәнле лә, ҡыҙыҡлы ла әңгәмәнән барыһы ла бер уй менән сыҡҡандыр: “Беҙ был донъяға бәхет өсөн тыуғанбыҙ!”

Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: