Шулай итеп, кесаҙна иртәһе район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда йәнле ине. Стәрлебаштар өсөн күңелле, хәрәкәтсән, музыкаль физик күнегеүҙәрҙе яҡташтарыбыҙ: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миңлеғәли Хөснөтдинов (һүрәттә), Инсаф Ғәлимов, Башҡортостан Республикаһы эстрада артистары Фәрзәлиә һәм Денис Ибраһимовтар үткәрҙе. Тәүҙә дәртле музыкаға күнегеүҙәрҙе район Мәҙәниәт йорто директоры Рафаэль Йосопов ойошторҙо.
Был көндө күтәренке кәйеф артынан сәләмәтлек майҙансығына төрлө йәштәге кешеләр, ойошма етәкселәренән алып, балалар баҡсалары кескәйҙәренә тиклем килде. Уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә алып барған күңелле мөхит берләштерҙе. Барыһы ла хәрәкәттәрҙе берҙәм ҡабатлап, бихисап ыңғай тәьҫораттар алды, бер-береһенә ихлас йылмайҙы һәм ҡосаҡлашты. Бер кем дә ситтә ҡалманы. Көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар һикерҙе, ҡулдарын күтәреп, күнекмәләр яһаны һәм бейене.
Физкультура һәм спорт йәмғиәтебеҙ тормошонда мөһим роль уйнай. Әгәр йәштәр спорт ярыштарына күберәк йәлеп ителһә, тимәк, халҡыбыҙ сәләмәтлерәк һәм нығыраҡ буласаҡ. Тап ошондай маҡсат ҡуйған әлеге сараны ойоштороусылар.