Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
5 Июль 2019, 16:58

Эшкә үҙебеҙгә ҡайтырҙармы?

Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған 68 уҡыусының күбеһе артабан белем алыуын республиканан ситтә дауам итмәксе.

Атап әйткәндә, улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына инергә йыйына, тип белдерҙе төбәктең мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.


Йөҙ балл йыйғандар артҡан: 2018 йылда 58 булһа, быйыл – 109 уҡыусы. Айырыуса математика, география, әҙәбиәт, тарих, химия фәндәренән һөҙөмтәләр юғары.


Әйткәндәй, Рәсәй юғары уҡыу йорттары буйынса “Топ-200” исемлегендә Өфө дәүләт нефть техник университеты – бишенсе, Өфө дәүләт авиация техник университеты 35-се урынды биләй."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в