Хәтерләйһегеҙме икән, улар ғәйеп булып күп тә үтмәне, башҡорт эшҡыуары һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин, Луиза табылһа, уның өсөн адвокат хеҙмәттәрен үҙе түләргә вәғәҙә биргәйне.
Кисә төндә Хәйруллинаның ҡулға алыныуы асыҡланғас та, журналистар Азамат Ғәлинға шылтырата башланы. Эшҡыуар түҙмәне, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып та сыҡты: “Журналистар иғтибарына! Минең телефоным төнгө 3-тә үк “янды”. Әле бер нисә адвокат менән һөйләшеү алып барабыҙ. Әйткән һүҙемдә торасаҡмын”.
Хәлдәрҙең артабан нисек үҫешеүен күҙәтеп барасаҡбыҙ."Башҡортостан" гәзите.