Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
3 Июль 2019, 17:20

Табылды ағинәйҙәре - район гәзите менән бергә

2019 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу тамамлана. Быйыл да беҙҙең менән бергә булырға теләп, район гәзитенә тоғро булған уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитенә коллектив менән яҙылыусылар һөйөндөрә. Улар араһында район үҙәгенән үҙәк район дауаханаһы, Пенсия фонды идаралығы, Стәрлебаш ауыл биләмәһе, Стәрлебаш урта һәм башланғыс, коррекция-интернат, Балалар сәнғәт мәктәптәре һәм башҡа коллективтар бар. Табылды ағинәйҙәре лә ошо акцияға әүҙем ҡушылды.

Был фотолағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ҡасандыр урындағы хужалыҡта, мәктәптә йәки мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән. Шул уҡ ваҡытта ауылда йәшәгәс, йортта ла көндәлек мәшәҡәттәр башҡарып өлгөргән. Ауыл тормошоноң ауырлығына ҡарамаҫтан, улар күңел күтәренкелеген һаҡлап ҡала алған. Әле улар Табылды ауылының ағинәйҙәр клубы ағзалары. Элекке кеүек, ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанып, изге эштәр башҡаралар. Төрлө тәрбиә эштәре алып баралар, ауыл, район һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Улар аҙна һайын йыйылып, кәңәшләшеп, ауылдаштары өсөн матур саралар үткәрергә ярҙам итәләр.

Мәҫәлән, күптән түгел районда уҙғарылған «Иман нуры» конкурсында ҡатнашып, Табылды ауыл мәҙәниәт йортоноң «Шәфәҡ» вокаль-фольклор ансамбле (уның составында йәштәр менән бергә ағинәйҙәр ҙә бар) икенсе урынға лайыҡ булды. Уларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Элекке кеүек, быйыл да ағинәйҙәр «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә яҙылғандар. Улар редакция хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә, яңылыҡтары менән уртаҡлаша, эшһөйәр ауылдаштары хаҡында мәҡәләләр яҙалар, район гәзитен уҡырға яраталар. Беҙ һәр ваҡыт ошондай гәзит уҡыусыларыбыҙға шатбыҙ һәм уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуябыҙ.
Читайте нас: