Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
5 Июнь 2019, 12:26

Берҙәм, татыу эшләнек

Беҙҙең республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында «Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит» девизы аҫтында тыуған ерҙең «йәшел үпкәләрен» һаҡларға һәм нығытырға булышлыҡ итеүсе «Йәшел Башҡортостан» берҙәм акцияһы үтте. Сөнки тормошобоҙҙа урмандарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Улар кеше эшмәкәрлегенә йоғонто яһап ҡына ҡалмай, экологик хәүефһеҙлек гаранты булып тора.

Уның даирәһендә Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһе зыяраты территорияһында ҡарағай үҫентеләрен ултыртыу буйынса шәмбе өмәһе үтте. Ошо юлдар авторы етәкселегендә унда ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Берәү ҙә ситтә ҡалманы. Ерҙе беренсел эшкәртеү өсөн техника биреп, Р.И.Латипов ҙур ярҙам күрһәтте. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Р.Ш.Рысаев, Р.Х.Хәйруллиндар ярҙам ҡулы һуҙҙы һәм барыһы ла ихлас күңелдән эшләне. Дөйөм алғанда, меңдән ашыу үҫенте ултыртылды.

Ошондай шәмбе өмәләрен киң күләмле планда үткәреү һөйөнөслө, сөнки дөйөм идея, кешеләрҙең, халыҡтың, ауылдың, республиканың, илдең берҙәмлеген тояһың. Кешеләрҙең бәхете өсөн тағы нимә кәрәк? Был - берҙәм идея һәм изге эш.


Сәлихйән ҒҮМӘРОВ,

Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Читайте нас: