Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
28 Май 2019, 16:03

Музейҙар төнө

Музейға көндөҙ түгел, ә төнөн килеп, Голливуд фильмындағы кеүек экспонаттарҙың «йәнләнеүен» ҡарау, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу, уларҙың мауыҡтырғыс хикәйәләрен тыңлау, мастер-кластарҙа ҡатнашыу... - романтика түгелме? Музейҙар ошондай мөмкинлекте йылына бер тапҡыр, атап әйткәндә, 18 майҙа, «Музейҙар төнө» акцияһы мәлендә генә бирә. М.Мәхмүтов исемендәге район музейы ла ошо Халыҡ-ара акцияһына дүртенсе йыл рәттән ҡушыла.

Был көндө ойоштороусыларға һауа торошо бер аҙ ҡамасауланы, әльиттә. Ямғырлы һыуыҡ ел сараны боҙоу өсөн эшләгән кеүек булды. Әммә музей сәнғәтен ысынлап һөйөүселәрҙе был бөтөнләй ҡурҡытманы. «Музейҙар төнө»нә даими килеүселәр генә түгел, районға Санкт-Петербург, Салауат һәм Өфөнән килгән ҡунактар ҙа йыйылды.

Йыйылыусыларҙы музей директоры Зөлхизә Әсәҙуллина йылы сәләмләп, быйыл Театр йылы билдәһе аҫтында үткән акцияла 42 ил һәм 3 меңдән ашыу музей ҡатнашыуын билдәләне. Беҙҙең республикала ғына был көндө 100ҙән ашыу музей һәм галерея ҡунаҡтар өсөн ишектәрен асты.

Йыйылыусылар алдында ҡунаҡтар ҙа: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова, Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Альбина Әхмәтшина, «Эстәрле» татар халыҡ театры режиссеры Зөлфиә Ғиззетдинова сығыш яһаны. Бөгөн музейҙар - артефакттарҙы һаҡлағыс ҡына түгел, ә уның хеҙмәткәрҙәренең ойоштороу һәләте һәм фантазияһы ярҙамында улар заманса мәҙәни - мәғрифәтселек үҙәктәренә әүерелә, тип билдәләне улар. Әлеге сара ла быны дәлилләне. Район музейына Зөлхизә Әсәҙуллина һәм Альбина Ильясовалар килеү менән бындағы эш күҙгә күренеп йәнләнде.

Элекке партия хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Рәшит Рафиҡов һәм запастағы офицер Рәфис Ишморатов район музейына нигеҙ һалыусыларҙы хәтергә төшөрөп, хәҙерге хеҙмәткәрҙәр музейҙы яңы экспонаттар менән тулыландырып, ҡыҙыҡлы саралар үткәреп, уларҙың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә, тип билдәләне.

Килеүселәр музей буйлап йөрөп, экспонаттар менән танышып ҡына ҡалманы, «йәнле» экспонаттар - өләсәй (Розалия Насирова) һәм олатай (Радик Ильясов) менән һөйләшеп, сәй эсә алды. Театр йылына бағышланған фотокүргәҙмә һәм фотоальбомды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Заманса һәм элекке аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәрҙән актерҙарҙың оҫта уйынын, улар йәшәгән һәм уйнаған дәүерен, ә сәнғәттең - мәңгелек булыуын күреп булды...

Сара программаһы бай булды. Уны концерт номерҙары: «Стәрлебаш бөркөттәре» вокаль ансамбленең кесе составы башҡарыуында йырҙар, Ләйсән һәм Наил Зариповтарҙың ижади ғаиләһенән бәләкәй театрал Рәил Зарипов һәм Алтынай Ильясова башҡарыуында республика тураһында оҫта уҡылған шиғырҙар, «Ҡыҙ урлау» спектакленән сәхнә өҙөгө төрлөләндерҙе. Шулай уҡ Балалар ижад йорто педагогы Ләйлә Абайҙуллина пластилиндан һәм төҫлө ҡағыҙҙан аппликациялар буйынса үткәргән мастер-кластар барыһына ла оҡшаны. Бер һүҙ менән әйткәндә, был көндө телевизор ҡарап ултырыу урынына музейға килгәндәр бер ҙә үкенмәне. Сөнки төнгә тиклем дауам иткән акция ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ойоштороусыларҙан иҫтәлеккә Дипломдар алды. Сара өҫтәл артында тәмле сәй эсеү менән дауам итте.

Рөстәм Буранғолов, Илнур Сабирйәнов, Илһөйәр Тайғонова, Бахар Вәлитова, Сәлимә Ғилманова һәм «Магнит» магазины ойоштороусыларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, сараны үткәреүҙә үҙ өлөшөн индерҙе.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: