Айҙарәле ауылынан алыҫ түгел участкала ағас ултыртыу буйынса ҙур эш алып барылды. Туғыҙ гектар майҙанлы был участка шыршылар ултыртырыу өсөн көҙҙән үк әҙерләнгән. Ә акция ярҙамында бында 36 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Уларҙы урмансылыҡ хужалығы тәьмин итте.
Был көндө һауа торошо ла шатландырҙы, көн матур торҙо. Ағастар ултыртыуҙа кесеһенән алып өлкәненә тиклем барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Первомайский мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Тимур Насиров әсәһенә дәртләнеп ярҙам итте. Район хакимиәтенең АПК бүлеге водителе Радмир Ғүмәров үҫентеләрҙе ҡул менән ултыртыу өсөн махсус эш ҡоралы менән оҫта эшләне.
- Һәйбәт һәм кәрәкле уй-ниәт. Ағастар ерегеп китһен һәм киләсәк быуынды һөйөндөрһөн, тип теләне күп йыллыҡ стажға эйә агроном Дәминдәр Дәүләтшин, әле генә ултыртылған ҡарағай үҫентеһе эргәһендә ерҙе тығыҙлап.
Суд приставтары бүлеге, редакция, китапхана, финанс идаралығы, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ғәҙәти кабинет тормошон саф һауала эшкә алмаштырып, күңелле эшләне. Газ хеҙмәте, элемтәселәр, электрсылар, энергетиктар, үҙ ирке менән был акцияла ҡатнашҡан пенсионерҙар тырышып ағас ултыртты. Барлығы 230 кеше ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, БР урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вахитов, БР «Урмансылыҡ идаралығы» учреждениеһының Стәрлетамаҡ урмансылығы бүлеге начальнигы Рамаҙан Хәйҙәров районыбыҙҙың йәшел байлығын арттырыуҙа туранан-тура ҡатнашты.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.