Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
31 Июль 2018, 11:11

«Миңә ғүмер бүләк ит»

Һәр кем бәхетле һәм татыу ғаиләлә йәшәргә теләй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта барыһы ла һәйбәт кенә булмай. Ҡайһы саҡ ғаилә алдында тыуасаҡ баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырғамы йәиһә йөклөлөктө туҡтатырғамы тигән һорау тора.

Һәр кем бәхетле һәм татыу ғаиләлә йәшәргә теләй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта барыһы ла һәйбәт кенә булмай. Ҡайһы саҡ ғаилә алдында тыуасаҡ баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырғамы йәиһә йөклөлөктө туҡтатырғамы тигән һорау тора.

«Миңә ғүмер бүләк ит» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Стәрлебаш районындағы «Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы үҙәк район дауаханаһында йөклөлөк буйынса иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу үткәрҙе. Бүлек мөдире Зөлфиә Ғиниәтуллина әлеге акцияның маҡсаты тураһында һөйләне, унда ҡатнашыусыларға үҙәк тарафынан ярҙам сараларын аңлатты, төрлө пособиелар алыу өсөн документтар тапшырыу тәртибе яҙылған иҫкәртмәләр таратты.

Үҙәк район дауаханаһының табип акушер-гинекологы Артур Байсыуаҡов кеше ғүмере, уның барлыҡҡа килеүе, түл күҙәнәгендә кеше тураһында бөтә генетик мәғлүмәт: енесе, сәсенең төҫө, буйы һ.б. булыуы тураһында һөйләне. Ошо мәлдән беҙ хис-тойғолар, ихтыяр көсө, үҙенсәлекле сифаттары булған шәхес булабыҙ, артабан кислород алып һәм туҡланып үҫешәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ организмы ла бала табырға әҙерләнә. Йөклөлөктө туҡтатып ул организмына ҙур зыян килтерә. Көслө биологик йәрәхәт килтергән аборт ҡатын-ҡыҙ организмына насар йоғонто яһай. Ҡан китеү, аналыҡтағы йәрәхәттәр, перитонит, ҡандың зарарланыуы, түллек һәм һөт биҙҙәренең, аналыҡтың ялҡынһыныуы һәм яман шеш ауырыуҙары, ауыр психик йәрәхәт - бына өҙлөгөүҙәрҙең иң ҡыҫҡа исемлеге. Аборт һөҙөмтәһендә түлһеҙлек, бала төшөү, ваҡытынан алда бала табыу, сирле һәм ауырыу балалар тыуыуы мөмкин. Артур Мирхәт улы үҙ практикаһынан миҫалдар килтерҙе, мәҫәлән аборттан һуң ҡатын-ҡыҙҙар ниндәйҙер ваҡыттан йәнә йөккә уҙырға ҡарар итә һәм шул саҡ бихисап проблемалар һәм ҙур финанс сығымдар менән осраша.

Сығышын тамамлап: «Беҙ һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙға уның ауыр һайлауында ярҙам итергә әҙер. Әммә ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләренә яуаплыраҡ ҡарайыҡ. Был ауыр түгел. Генекологҡа даими күренергә генә кәрәк, ә ул тейешле һаҡланыу сараларын һайлашасаҡ» тип билдәләне ул.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: