Барлыҡ район халҡын, шулай уҡ предприятиелар, ойошмалар һәм йәмәғәт ойошмаларын акцияла әүҙем ҡатнашырға һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ярҙам итергә саҡырабыҙ!
Концелярия тауарҙары, яҙыу әйберҙәре, дәфтәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш, портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы һаҡланған килеш ҡабул ителә. Был әйберҙәр август аҙағында һаулығында етешһеҙлектәре булған, ишле йәки тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла.
Һеҙҙең ярҙам – ул хәйриәлекте үҫтереү буйынса һәм балаларға ҡарата баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле булышлыҡ итеү. Стәрлебаш районында халыҡтан һәм предприятиеларҙан мәктәп кәрәк-яраҡтары Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97 адресы буйынса (19-сы кабинет) «Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Стәрлебаш бүлексәһе базаһында ҡабул ителә.
Иң әүҙем меценаттар һәм акция бағыусылары Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк һәм Министрлыҡ сайтында һәм республика Ғаилә порталында баҫтырып сығарыласаҡ.
«Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы мөдире.