Беҙҙең район ауылдарында ла был акцияға күптәр ҡушылып, ул изге традицияға әүерелде. Унда сәстәренә сал ҡунған ветерандар, рәсми шәхестәр, урта йәштәге кешеләр, мәктәп уҡыусылары ғына түгел, хатта кескәй балалар ҙа ҡатнаша. Һәм был бик ҡыуаныслы! Әгәр балалар баҡсаһында уҡ Ватанға һөйөү, Тыуған ил, ғаилә, тел, традициялар өсөн ғорурлыҡ хис-тойғоһо, ата-бабаларыбыҙ батырлығы һәм бөгөнгө тыныс күк йөҙө нисек яуланыуы тураһында һөйләмәһәң, киләсәк быуын үҙ тарихын белмәһә бик аяныслы һәм үкенесле булыр. Бына шулай Бөйөк Еңеү байрамы районыбыҙҙың айырым ауылдарында үтте, унда обелисктарға веноктар һәм сәскәләр һалынды, «Үлемһеҙ полк» акцияһы үтте, һуғыш, хеҙмәт ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә хөрмәт күрһәтелде, сәй табындары ойошторолдо, иҫтәлеккә фотоға төштөләр.