Башҡортостан Республикаһы Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының хәрби комиссариатында «Хәтер юлы» музей комплексының тематик залдарында урынлаштырыу өсөн фронт хаттарын йыйыу буйынса эш ойошторолдо. Район халҡына vkrb31@mail.ru электрон почтаһы аша хатты яҙған һәм был хат тәғәйенләнгән кешеләрҙең исем-шәрифен,
хатты яҙыу датаһын күрһәтеп, фронт хаттары күсермәләрен ебәреүҙәрен йәки күсермәне алыу өсөн хәрби комиссариатҡа килтереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Р.ЛАТИПОВ, Башҡортостан Республикаһы Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының хәрби комиссары.
Фото: Яндекс.