Элегерәк һуң, элегерәк, ҡалай шатланып, сабыйҙарса ҡыуанып китер ине. Таң һарыһынан тороп, стенаға беркетелгән радионы ҡабыҙа ла, унан ағылған һуғыш йылдарындағы йыр-моңдо тыңлай-тыңлай берсә һағышланып, берсә тулҡынланып, Еңеүҙең 50 йыллығына бүләк ителгән ҡырынғыс менән ҡырына, шунан кистән үк үтекләп ҡуйылған костюм-күлдәген кейә, аҙаҡ инде, ҡабаланып ҡына сәй эскәс, район хакимиәте майҙанда ойошторған сараға ашыға.
Элекке фронтовиктар уларҙың ауылында – бер нисә, ә иҫәндәре тотош районда ни бары иллеләп кенәлер. Һүҙ ҙә юҡ, был көндө уҙамандарға оло хөрмәт күрһәтелә. Мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһау ҙа, тиңдәштәре менән хәбәрләшеп сәй эсеү ҙә, тапшырыласаҡ бүләк, махсус концерт та – барыһы ла таныш Ғәлим бабайға.
Әлиә шкафтан олатаһының арыу пинжәген сығарып, ғәҙәтенсә, саң-фәләне булмаһа ла, һаҡ ҡына ҡаҡҡылап алды, ҡояш нурын сағылдырған орден-миҙалдарын һыйпаны. Һуңынан күңеленә яҡын еҫ аңҡытҡан пинжәкте, бала сағындағылай, йөҙөнә ҡапланы. Күпмелер торғас, көрһөнөп, ултырғыс артына элде. Эх, уйламағанда ғына барыһы ла пыран-заран килде шул.
* * *
Былтыр март айында Әлиәгә баш ҡалаға квалификация күтәреү курстарына барырға тура килде. Олатаһы өсөн әллә ни борсолорға кәрәкмәй. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаулығына зарланмай, еңел кәүҙәле, өлтөрәп йөрөй: ашын да бешерә, көнө буйы ихатала, баҡса тирәһендә булыша, яңғыҙлыҡ та әллә ни борсомай, шикелле. Телевизор менән гәзит бар бит. Донъя менән аралашыуы ла ошо гәзиттәр аша: почтальон ҡыҙға уларҙы ваҡытында килтерергә ҡуша, хатта талап итә. Ҡулына типография еҫе аңҡып торған гәзитте ала ла, һәр хәбәрҙе һуңғы һүҙенә саҡлы уҡып бөтмәйенсә туҡтамай.
Шулай ҙа Әлиә Ғәлим олатаһының ҡыҙы Нәсимә апаһына барып килергә булды һәм үҙенең бер айға уҡырға китеүен әйтеп, йорт-ҡаралтыға күҙ-ҡолаҡ булып тороуҙарын үтенде.
Әлиә китеп ике-өс көн үткәс, телевизор ҡарап ултырған ҡарт ҡапҡа асылыуын ишетте. Тәҙрә аша Нәсимә күренде. “Әсәһенә һис оҡшамаған, тик ятып һимерә лә һимерә”, – тип уйланы атаһы.
Нәсимә инеү менән өй эсен байҡаны, күҙе уның ниндәйҙер яңылыҡ, дөрөҫөрәге, яңы әйбер эҙләне. Тик барыһы ла ғәҙәти, элеккесә ине: шул уҡ телевизор, өҫтәл, шкаф...
– Атай, һин бит һәйбәт пенсия алаһың. Һуң, күптән кешесә йәшәргә ваҡыт бит. Теге йүнһеҙең донъя көтөргә өйрәнәме, юҡмы?! – тип сурытты ҡыҙы, ишекле-түрле йөрөп. – Һине Әлиәң ҡарамай, үҙе, һай-һа-ай, пырхылдап оса. Үҙеңә күҙ һал, атай, һөлдәгә тороп ҡалғанһың бит.
Өлкән ҡыҙының холҡон белеп бөткән ҡарт өндәшмәне. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡыҙы атаһына ярҙам итеү түгел, хатта ауылдың теге осонан бында килеп хәл белеүҙән күптән туҡтағайны. Хәйер башҡа туғандары ла шулай: Ғәлим бабайҙы Әлиә ҡарай тип, бар хәстәрлекте уның иңенә һалып ҡуйғандар.
Нәсимәнең холҡо ҡырыҫ. Ҡыҙы бәләкәй саҡта әсәһе, шаяртып, “Һин самауыр һымаҡ” – ти торғайны. Атаһы иһә былай тип өҫтәй ине: “Самауыр, тик электрҙыҡы, бигерәк тиҙ ҡайнай”. Саҡ ҡына ҡаршы һүҙ әйтеүең була, Нәсимә оторо ҡыҙа һәм кәйефеңде көнө оҙонона боҙа. Ҡыҙы бөгөн ашыҡманы. Нимәлер ҡылырға итә был, тип уйланы ҡарт, һылтау бирмәҫ өсөн бик ҡыҙып-нитеп барманы. Нәсимә бүлмәне йыйыштырған булды, атаһының кейемдәрен төйнәргә кереште.
– Әйҙә, атай, йыйын, берәй аҙна беҙҙә ҡунаҡ булып ятырһың, – тине ул бер аҙ торғас, – хәлеңде беләм тип, остан-осҡа көн дә йөрөй алмайым...
Ҡарт уйланып ултырҙы-ултырҙы ла риза булды. Хатта шатланып та ҡуйҙы: ҡыҙҙарында күптән булғаны юҡ, етмәһә, ҡунаҡҡа бит әле! Кейәүен күрергә атлығып тормай тороуын, шулай ҙа, саҡырған ергә бар, тиҙәр. Кейәүенең холҡо насар шул – эсеп ала ла юҡ-барға бәйләнә, мыжыҡ.
Урамға сыҡҡас ҡына үҙе менән аҡса алмауы иҫенә төштө. Бәй, бала саҡтағылай, кәнфит-маҙарын алып ҡыҙын һыйларға, кейәүен ярты менән майларға кәрәк тәһә! Ҡарт ҡабаланып-ҡарһаланып тағы өйөнә инде лә, үҙе уйлағанса, Әлиәнән башҡа береһе лә белмәгән “тайнигы”на йомолдо. Ләкин үткер күҙле Нәсимәнән йәшереп буламы?! Ул шым ғына артынан инде һәм... саҡ ултыра төшмәне – атаһы ҡулында бер тоҡсай аҡса! Атаһының ошо саҡлы байлығы барлығы башына ла инеп сыҡҡаны булманы. Эйе, элегерәк һораштырғыланы, һораштырыу ғына түгел, теңкәһен ҡоротто ҡарттың. Шуға ла Ғәлим бабай һуңғы ваҡыт Әлиәгә япһара башланы. Пенсияны ул алып тора, йәнәһе. Нәсимә тиргәнде-тиргәнде лә, эстән генә мәрхүмә һеңлеһенең ҡыҙына асыу һаҡлап, күнде, атай йортона башҡаса килмәҫ булды.
Бөгөн дә Нәсимәнең “үтескә” аҡса һорап торорға ниәте бар ине лә, икеләнде: кем белә, тағы теге “ҡыҫҡа ҡойроҡ”, олатаһының айлыҡ пенсияһын алып, уҡырға киткәндер. Ә бында, атаһының ҡулында-а, тәтәй ҡапсыҡ!
– Атай, күршеләргә бурысым бар ине, аҙыраҡ аҡса биреп тор әле? – Нәсимә, һис бер ни уйлап тормайынса, атаһының ҡулына үрелде.
Ғәлим йәштән йомарт булды. Тик өлкән ҡыҙы йыш йөҙәткәнгә генә, пенсияны Әлиә алып тора, тигәйне. Һуңынан – ейәнсәренә башлы-күҙле булырға ла кәрәк бит әле – уға әйтмәйенсә генә, “тайнигы”на аҡса төйнәне. Үҙенең “һуңғы туй” мәшәҡәттәренә лә кәрәк буласаҡ, балаларына был йәһәттән йөк булғыһы килмәй. Аҡсаһы, Аллаға шөкөр, етеп тора. Биргәндәренә рәхмәт. Ауыл ерендә бындай аҡса һәр кемгә тәтеп бармай әле.
Атаһының аҡсаһын күреү менән Нәсимәне өйәнәк тота яҙҙы: нимә, хәҙер бөтә пенсия ошо елбәҙәк ҡыҙыҡайға буламы? “Беҙ нисек ауыр йәшәгәнде атай белмәй микән ни?” – тигән уй телгеләне ҡатындың башын. Хәйер, был – уйҙары ғына. Асылда иһә уны башҡа нәмә борсой: барыһы ла һеңлеһенең ҡыҙына ҡаласаҡ! Былай Нәсимәләр бик ярлы йәшәмәй ҙә ул. Ире эсһә лә, эш хаҡын тулыһынса өйөнә алып ҡайтып бирә. Үҙенең дә эш урыны бар. Кем әйтмешләй, эшлә лә ҡыуан. Тик... Ана шул атаһының йыйынтыҡ аҡсаһы тынғылыҡ бирмәй.
Атаһының ҡулынан аҡса моҡсайын алғас, әйтерһең, Нәсимә киренән тыуҙы: йөҙө алланды, йылмайыуы, хатта тауышы ла яғымлыға әйләнде. Атаһына пинжәгенең төймәләрен эләктереште, ойоҡбаш менән итеген хәстәрләне, өй күтәрмәһенән төшөргә ярҙамлашты. Кәйефе күтәрелгән ҡыҙы менән, шатлығы эсенә һыймаған атаһы урам буйлап ҡултыҡлашып атланы. Рәхәт ине ҡартҡа: яҙҙың саф һауаһын әрһеҙләнеп һуланы, йыйылған күләүектәр өҫтөнән бала-саға шикелле шапылдап үтте. Ә тирә-яҡтан уларға күҙ һалған һәр кем аптыраны: бәй, ни ғиллә, Нәсимә атаһын ҡултыҡлап ҡунаҡҡа алып ҡайтып бара! Күптәр абруйлы аҡһаҡалдың иҫән-һау икәнлеген күреп, ике ҡуллап күрешергә ашыҡты. Нәсимә лә ҡәнәғәт — маһайыуы йөҙөнә сыҡҡан. Урам аша атлаған почтальонканы күреү менән ул аҙымын аҡрынайтты. Күрешергә кәрәк, тип уйланы ҡатын, пенсияны ошо ҡыҙыҡай тарата бит.
– Атайымды мин үҙебеҙгә алып ҡайтам. Пенсия ваҡыты етәме әле? Һин ваҡытыңды бушҡа әрәм итеп, эҙләп йөрөмә, туп-тура аҡсаһын миңә алып кил, йәме?
Өйөнә яҡынлашыу менән ҡатын тағы ла ҡысҡырыбыраҡ һөйләнә башланы. Әйҙә, күршеләр ишетһен. Ҡапҡаны ла шапылдатып япты – эстәре көтөрҙәһен. Атаһына бейек күтәрмәгә менергә ярҙамлашты. Өй ишеген асты, ингәс пинжәген систерҙе, төйөнсәген алып ҡуйҙы, итеген һалдырышты.
“Бер һүҙ әйтерлек түгел ҡыҙыма – яҡшы хужабикә”, – тине, буғай, Ғәлим бабай ауыҙ эсенән генә. Ана, ҡомғанға һыу йылытып һалды, өҫтәлен тиҙ әҙерләне. Тоҙланған ҡыяры ла яҙға тиклем һаҡланған, ни арала бөйөрөк-маҙарын бешереп өлгөргән. Ҡыҙының ҡулында асылмаған шешә лә күргәс, Ғәлим ҡарт бөтөнләй үк иреп китте. Юҡ, ул “йәшел йылан” менән дуҫ түгел. Ләкин ҡыҙы заманса ҡунаҡсыллыҡ билдәһе һаналған көфөр нәмәһен дә йәлләмәй. Тимәк, атаһы – ҡәҙерле ҡунаҡ!
Ашап-эсеп алғас, ҡарт серем итеп алырға ятып торҙо. Ә Нәсимә әхирәтенә йүгерҙе. Әхирәте сәй сервизы алған. Шуны барып күргеһе килә. Матурмы, хаҡы күпме – бәлки, үҙенә лә алыр. Хәҙер бит аҡсаһы бар. Ниндәйҙер файҙалы нәмәгә тотонорға кәрәк тәһә!
Нәсимә шул арала ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Быны хатта тирә-яҡтағылар ҙа һиҙҙе. Уның үҙ-үҙенә ышанысы артты, ҡарашы үткерләнде, осҡонланды, хатта атлағанда ла элеккесә һикергеләп баҫманы, һыуҙа йөҙгән аҡҡоштай, йөҙөп кенә барған төҫлө. Магазинға йыш барҙы, баҙарҙа уралғыланы: сумкаһына кәрәкле аҙыҡ-түлеген тултырҙы, ҡорғандар тегеү өсөн ситса, атаһына йылы ойоҡбаш, ҡулъяулыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ алды. Ире лә был арала айныҡ йөрөй. Ҡыҫҡаһы, Нәсимәнең тормошо яйланды, һәр хәлдә, үҙенә шулай һымаҡ. Етмәһә, аҙна үтеүгә атаһының пенсияһын да килтерҙеләр. Был юлы уны тотош үҙ ҡулына алды.
– Атай, – тине ул, берсә юхаланып, берсә ҡәтғиләнеп,– һиңә әлегә аҡса кәрәкмәй. Һине былай ҙа ашатам, эсерәм. Был пенсияңды мин тотонам, йәме. Барыбер әлегә беҙҙә йәшәйһең. Шунан, туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырып алаһы ине. Күптән Кәримде лә күргәнең юҡ, уның менән дә күрештерермен...
Ғәлим бабайҙың Кәрим исемле улы ла бар. “Бүләк” – әсәһе улын, кинйәһен шулай тип атар ине. Иркә, бик иркә үҫтерҙеләр малайҙы. Атаһы бер иркәләһә, әсәһе мең иркәләне. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙалыр барып, уҡып аҙапланманы – эшкә төштө, иртә өйләнде. Ғәлим уға өй һалырға ярҙамлашты.
Уныһы ғына ҡәҙерен белмәне. Шәхси хужалыһын нығытып бөтөп, үҙ аллы донъя көтә башлау менән атаһын бөтөнләй онотто: хәлен белергә ваҡыт тапманы, тыуып үҫкән өйөн урап үтте. Хәйер, ҡарт быға ҡайғырмай ҙа. Йомоштары төшмәгәндә балаларының килмәүенә өйрәнгән. Ейән-ейәнсәрҙәре бөтөнләй аяҡ баҫманы тиерлек. Тәүҙә килене Миңлегөл ебәрмәне, һуңынан үҙҙәре лә атлығып торманы. Хәйер, Ғәлимгә барыбер ине. Уға ейәнсәре Әлиә менән рәхәт, күңеле тыныс.
Бына кисен Кәрим ҡатыны Миңлегөл менән ҡунаҡҡа килде. Нәсимә өҫтәл һығылырлыҡ ризыҡ әҙерләне, аш-һыу барыһына ла оҡшаны. Ашанылар, эстеләр, гәпләштеләр.
Һауыт-һаба йыуған саҡта Миңлегөл Нәсимәгә һүҙ ҡушты.
– Эй, ҡәйенбикә, ҡартты ниңә алып ҡайттың? Үҙегеҙгә лә урын тар, кеше лә өҙөлмәй. Ә ҡарт яңғыҙ йәшәп өйрәнгән, әйҙә, ана Әлиә ҡараһын.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ысынлап та, ҡайһы саҡ өй үтә тарайып китә. Бигерәк тә ейән-ейәнсәрҙәре менән балалары ялға ҡайтһа, йәки ире дуҫ-иштәрен алып инһә.
Килененең һүҙҙәре Нәсимәне иретеп ебәрҙе. Бигерәк бер ҡатлы шул... Атаһын ни өсөн өйөнә алып килгәне, пенсия аҡсағын туҙҙырыуы, хатта артабан ҡартты үҙендә ҡалдырасағы тураһында ләпелдәп ташланы.
– Уның әллә ни мәшәҡәте юҡ. Пенсияһын былай ҙа тотонмай. Ниңә йыйырға инде? Бә-әй, берәй нәмә кәрәк икән, алып бирәбеҙ инде...
Шунан башлап Миңлегөлдөң башына бер уй инеп ояланы ла тынғылыҡ бирмәне: “Ҡара уны, Нәсимә үҙен генә башлы тип уйлайҙыр инде, беҙгә лә аҡса кәрәкмәй, ти микән ни?! Вәт төлкө... Юҡ, улай булмаясаҡ. Ҡара әле, нишләп элегерәк үҙе уйламаған икән ошо турала?!”
Тынғылыҡ бирмәне килен кешегә әлеге уйҙары. Ҡайтҡан саҡта шым ғына ире артынан эйәрҙе, ҡапҡаны асты, бер ни өндәшмәйенсә йоҡларға урын йәйҙе. Ғәҙәттә, тиҙ йоҡлап китә ине, был юлы борғоланды ла һырғаланды.
– Һуң, ни булды һиңә, тулап-тулайһың?– тине ире, аптырап.
– Эх, белһәң икән минең нимә ишеткәнде, – тип уфтанды Миңлегөл.
Ҡатын барыһын да: атаһының аҡсаһының күплеген, Нәсимәнең ни алғанын, хатта аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлен дә тәфсирләп һөйләп бирҙе. Асыҡтан-асыҡ ниәтен асып һалманы, тик улдарының быйыл өйләнәсәген, айырым өй йәки фатир алырға кәрәклеген, үҙҙәренең дә аҡса яғына мохтажлығын телгә алып үтте. Ысынлап та, етмәй аҡса: эш хаҡы әллә ни күп түгел, ә кредит-маҙарҙан һаҡ булырға кәрәк, тип иҫәпләй Кәрим. Ғөмүмән, ул ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫә торған заттан. Бына әле лә, ҡатынының һүҙҙәре күңеленең әллә ҡайһы ерен ҡытыҡлаһа ла, өндәшмәне. «Бәй, атайҙы алып ҡайтһаҡ, мәшәҡәте юҡ – ваҡытында тамағын туйҙырырға ла, мунсаға алып барырға, ну-у, кейемен сайҡарға инде шунда...» Ә ҡатыны үҙенекен тылҡыны:
– Ҡайнымды үҙебеҙгә алһаҡ, өс-дүрт айҙа туйлыҡ аҡса йыясаҡбыҙ, унан һуң малайға өй төҙөшөргә лә кәрәк...
– Йоҡла. Иртәгә һөйләшербеҙ, – тине ир ҡоро ғына һәм, ҡатынына арҡаһын ҡуйып, әйләнеп ятты.
Бөтә ғаилә киске ашҡа йыйылғас, Кәрим Миңлегөлгә күҙ һирпеп алды ла, улына боролдо:
– Мин олатайыңды үҙебеҙҙә аҫрарға ҡарар иттем. Әлиә әле бында, әле тегендә сабыулай. Шунан... ул йәш бит, үҙенә лә ғаилә ҡорорға, бала бағырға ваҡыт. Олатайыңды быға тиклем ҡарағанға ла рәхмәт. Ә ғәзиз атайҙы ҡарт көнөндә тәрбиәләү – минең бурыс. Борондан атай нигеҙен һыуытмау – изге йола. Ата-әсәһен ҡарау ҙа кинйә иңенә һалына. Шуға ла олатайығыҙҙы эңерҙә алып киләм. Көтөгөҙ.
Миңлегөл улына был хәбәрҙе еткереү өсөн көнө буйы баш ватҡайны. Ә бына әле, иренең етдиләнгән йөҙөнә ҡарағас, хатта уны таныманы, әйткән һүҙенең эскерһеҙлегенә лә ышана биреп ҡуйҙы. Ниндәй һәйбәт уның Кәриме! Ә бына улы бер нәмә өндәшмәһә лә, мыҫҡыллы йылмайҙы. Хәйер, уның фекере береһенә лә хәжәт түгел.
– Улым, иртәгә кискелеккә мунса яғырһың, ә һин, әсәһе, атайға яңы яҫтыҡ, урын йәтешлә, өйҙө лә бер аҙ таҙалап сығығыҙ. Мин эштән һуң атайҙы апҡайтам...
Ғәлим бабай бына шулай пәйҙә булды бында. Мунсала уның ҡарт һөйәктәрен сабып, тәнен йомшарттылар, яңы күлдәк бүләк иттеләр. Хәҙер балҡып, кем әйтмешләй, йәшәреп, ризыҡтан һығылған өҫтәл артында ултыра. Килене йүгереп йөрөй – үҙе ҡырҡҡан туҡмастан итле аш бешерҙе, ҡаймаҡлап сәй эсерҙе, хатта “мөһим ваҡиға сәбәпле”, өҫтәлгә ҡиммәтле шарап та сығарып ултыртты.
Аһ, ниндәй рәхәт икән улында ҡунаҡ булыу! Бабайҙы күптән былай һыйлағандары юҡ ине. Етмәһә, Кәрим дуҫтарын да саҡырған. Күптән күрмәгән кешеләр менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне ҡарттың.
... Ике аҙна үтте. Әлиә курстан ҡайтып төштө. Ул шундуҡ шылтыратып, олатаһының хәлен белеште.
– Ҡунаҡ булһын әҙерәк. Һин көнө-төнө эштәһең, тигәндәй. Бер үҙе өйҙә ҡаҡланғансы, – тип яуапланы Кәрим трубканың теге яғынан.
Әлиә ризалашты. Тағы бер нисә көн үтте, ләкин олатаһы һаман ҡайтманы. Унан һуң да өй ишеген асманы. Ҡайтып китергә йыйынһа, “ҡунаҡсыл” килене бер-ике рюмка “наркомовский” ҡойоп бирҙе лә, йоҡларға ауҙарҙы. Оло кешегә күп кәрәкме инде, башы сатнап уянһа, тағы һалып бирҙеләр.
Әлиә олатаһы артынан китте. Кәримдәрҙә бер кем юҡ, ҡарт йоҡлай. Кейем-һалымын, әйберҙәрен йыйнаны, аҙаҡ ярым йоҡоло олатаһын кейендерҙе. Сығырға ғына уҡталғайнылар, Миңлегөл килеп инде.
– Ниңә оло кешене һарыҡ урынына һөйрәкләйһең, әллә беҙҙә уға ҡыйын тиһеңме?! Торһон тағы бер аҙна, һуңынан Кәрим үҙе илтеп ҡуйыр.
Әлиә икеләнеп ҡалды. Бер яҡтан, ысынлап та, туғандарынан алып сығып китеүе уңайһыҙ һымаҡ, икенсенән, Әлиә олатаһын һағынды, уның да ҡунаҡ булыуҙан ялҡҡанын, өйгә ҡайтҡыһы килеүен тоя. Шулай ҙа ҡыҙ уның үҙенән һорарға булды.
– Олатай, тағы ла ятаһыңмы Кәрим ағайҙа, әллә өйгә ҡайтаһыңмы? Нисек әйтһәң, шулай буласаҡ.
Ғәлим бабайға артыҡ ҡыйын түгел әлегә. Етмәһә, башы ла зыңҡып тора, арыған да һымаҡ: атлауы ҡыйын. Бер көн алдан ҡайттыңмы ла, бер көн һуңлапмы тигәндәй, йәнә ҡалырға булды. Килене Миңлегөл дә аһ итеп тора, өрмәгән ергә ултыртмай. Тағы ни кәрәк һуң ҡарт кешегә?
– Ярай, ҡыҙым, аҙна аҙағына тиклем ҡалырмын. Һин дә уҡыуҙан ҡайтып ҡына тораһың, арығанһыңдыр, ял итеп ал, – тине бабай.
Әлиә ҡаушабыраҡ ҡалды. Олатаһы үҙе теләгәс, бер аҙға ҡалһын инде, тип, үҙен тынысландырҙы.
– Еңгәй, бер үк башҡаса эсермәгеҙ инде, йәме? – тине ул хушлашҡан саҡта. Миңлегөл ризалығын белдереп баш ҡаҡты.
– Юҡ, юҡ, уға бит ярамай. Һин нимә, бында ҡартласты эсереп яталар тип беләһеңме әллә?
Олатаһы ҡабат серемгә киткәс, Әлиә ҡайтырға юлланды. Бер аҙна эсендә өйҙө ағартҡылап, йыуғылап, буяштырып алырға кәрәк, шунан олатаһын барып алыр. Ошо уйы уны шәберәк атлатты, ошо уйы йәһәтләп эшкә лә тотондорҙо.
Йыш ҡына шылтыратып, олатаһының хәлен белешеп торҙо. Был шылтыратыуҙар Кәримде ярһытты, сығырынан сығарҙы. Ошоға саҡлы ул атаһын үҙендә бөтөнләйгә ҡалдырыу өсөн сәбәп таба алмай йөҙәне. Ғәлим бабай иһә көндән-көн ҡайтыу яғын һөйләй башланы, өйөн иҫкә төшөрҙө. Кәримдең улы – Ғәлимдең ейәне оло кешенең күңелен уйламаны: телевизорын аҡыртты, юрамал шауланы, ырғанданы. Улы менән килене лә тора-бара ҡартты күрмәмешкә, ишетмәмешкә һалышты. Бабай улынан өйөнә илтеп ҡуйыуын йышыраҡ үтенде, хатта теңкәһенә тейҙе. Кәрим иһә төрлөсә һылтау табырға тырышты. Шул арала почтальонға атаһының пенсияһын өйөнә килтереп бирергә ҡушты.
Бабайҙы күреү менән почтальон ҡатын ихлас йылмайҙы.
– Хәлдәрең нисек, Ғәлим ағай? – тине һәм пенсия аҡсаһын биргән арала ишеткән-күргәндәрен бәйнә-бәйнә теҙҙе: – Бында нисек һуң, йәберләмәйҙәрме? Ә өйөңдә, ағай, Әлиә ремонт яһай. Бигерәк егәрле ҡыҙың, бөтә ергә лә өлгөрә.
“Ремонт” тигәнде ишеткәс, Ғәлим бабай тағы уйға ҡалды: ҡабаланырға кәрәкмәҫтер, моғайын, йыуыштырып, буяштырып бөткәс, Әлиә үҙе хәбәр итер әле.
– Улайһа, өйҙө буяп, ағартып бөткәс, Әлиә үҙе килеп алыр әле. Күрһәң, шулай тиген, йәме, һеңлекәш.
– Ярай, ағай, әйтермен. Улың ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәс, шатланып тора бир. Әлиә үҙе лә йәш бит әле. Ниндәй генә уңған булмаһын, барыһын да белеп бөтмәй. Ә һиңә, Ғәлим ағай, тәрбиә кәрәк, тәрбиә-ә...
Шулай итеп, атай ҡарт тағы ла бер нисә көнгә улында ҡалды. Әлбиттә, Кәрим уны өйөнә машинала ғына илтеп ҡуйырға вәғәҙә итһә лә, ваҡыт “тапманы”. Пенсияһын алыу менән атаһы тураһында бөтөнләй онотто. Был турала белеп ҡалған Нәсимә сығырынан сыҡты: атаһының сираттағы пенсияһы уға тәтемәне! Шул уҡ кисте ул, шәп-шәп атлап, Кәримдең өйөнә ыңғайланы. Миңлегөл уны тәҙрәнән күреп ҡалыу менән, ни өсөн килгәнлеген шундуҡ һиҙенде – ишекте шартлатып элеп ҡуйҙы.
Тегеһе лә бик тиҙ генә бирешерҙәй түгел.
– Ә-ә, боҫоп ятаһығыҙмы?! Меҫкен ҡартты үҙегеҙгә алдап алып ҡайттығыҙ ҙа, хәҙер бикләп тотаһығыҙмы! Уны мин ҡарарға тейеш. Мин Кәримдән өлкән, ваҡытым да етерлек. Һеҙгә бит атайым бер ҡасан да кәрәкмәне. Нимә, хәҙер аҡсаһы оҡшап ҡалдымы?! – Нәсимә бар урамды яңғыратты.
Бабай ҡыҙының әрепләшеүен ишетте. Ошо мәлдә ҙур өй тарайып, йылы бүлмәһе һалҡынайып киткән һымаҡ булды. Күңелен бушлыҡ биләп алды һәм: “Балалар үҙ-ара тәмһеҙләшеп дошманлашмаҫ борон, ҡайтыу кәрәк, – тип уйланы ул. – Миңә ҡарағанда уларға ошо ҡағыҙҙар ҡәҙерлерәкме икән ни?!”
Иртәгеһен, бөтәһе лә эшкә таралышҡас, Ғәлим бабай өйө яғына тәнтерәкләне. Ашыҡ-бошоҡ кейенергә, үҙенең кәрәк-ярағын төйнәргә өлгөрҙө шулай ҙа. Ярайһы ғына атларға кәрәк. Әлиә, моғайын, эшендәлер. Өй асҡысының ҡайҙа ятҡанлығын белә. Ҡарасы, урамда ниндәй хозурлыҡ! Йырғанаҡтар сылтырай, ҡояш нурҙарын йомарт сәсә, ҡоштар һайрай. Тиҙҙән май етер, унан һуң ҡарттың яратҡан байрамы – Еңеү көнө. Бына бит, ғүмере булғас, тағы бер йыл да уҙҙы, тағы бер Еңеү көнөн ҡаршылаясаҡ. Күрше-тирә ауылдарҙан ҡорҙаштары килер, осрашырҙар, гәпләшерҙәр, йәш саҡтарын, яу юлдарын иҫкә төшөрөрҙәр. Бәғзеләрен өйөнә саҡырыр: Әлиәнән байрам хөрмәтенә тәм-том бешертер, иҫке патефонға пластинка ҡуйыр, ҡурай моңо асыҡ тәҙрәнән киң урамға ағылыр, хәтирәләр һүтерҙәр...
Аҡһаҡал күпергә генә еткәйне, артынса уҡ машина тормоздарының әсе ыңғырашыуы ишетелде. Әйләнеп ҡараны, кабинанан улы төшөп килә ләһә! Ай-һай, ярһыған бит был.
– Атай, ниңә һин беҙҙе кеше алдында оятҡа ҡалдыраһың?! У-у-х, хәҙер бит Кәримдең йортонан атаһы ҡасып киткән, тигән ғәйбәт таратасаҡтар. Ярай әле күршеләр күреп ҡалған. Нимә, кисте лә көтөп тора алманыңмы? Үҙем апарып ташлар инем әле. Дауай, ултыр машинаға, илтеп ҡуям...
Ғәлим ҡаршылашып торманы. Балаларса шатланып, машинала ғына ҡайтып етәсәгенә ҡыуанып, улына рәхмәт уҡып, һәләт кенә кабинаға менеп ултырҙы. Ләкин Кәрим... атаһын өйөнә илтмәне, машинаһын атай өйө яғына түгел, кирегә борҙо.
– Өйҙән сыҡма, кисен барыһын да хәл итербеҙ, – тип, улы ҡабат эшенә ашыҡты.
Бабай өйгә инде. Ейәне йоҡоһонан уянған. Олатаһына һөҙөп ҡараны ла, бүлмәһенә инеп юғалды. “Хәҙер һөйләнеп йөрөр инде”, – тине ул эстән генә. Ә ҡарт, дивандың мөйөшөнә генә һыйынып, кискә саҡлы шулай ултырҙы.
Кисен Кәримде танырлыҡ түгел ине. Ниндәйҙер ят, ҡырыҫ тауыш менән атаһына былай тине:
– Атай, Әлиә һине ныҡ насар ҡарай, пашти тәрбиәләмәй. Үҙеңә күҙ һал, өҫтөңдә әләм-һәләм генә лә һуң. Нимә, Әлиә һиңә яңы ыштан алып бирә алмаймы ни? Ә үҙе бит төҙәнеп-биҙәнеп, яңынан-яңыны ғына кейеп йөрөй. Шунан һуң, һаулығыңды ла тикшертеп тороу кәрәк. Түҙ аҙыраҡ, уколын да алырһың, витамин бирербеҙ. Аллаһы бойорһа, шулай йөҙгә лә етерһең әле. Ә теге эшкинмәгән ейәнсәреңдең һине асҡа үлтереүе лә бар...
Кәрим мыҫҡыллы йылмайҙы. Ғәлим ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, килене тәтелдәй башланы:
– Һин нимә, Кәрим, Әлиә күптән атайҙың тиҙерәк үлеүен теләй, ней ҙәһә... үлһә, бар донъяһы үҙенә ҡаласаҡ. Пе-пенси...
Кәрим, Миңлегөлөн бүлдерһә лә, үҙе лә ошо фекерҙә:
– Ну, был хатаны төҙәтеп була. Олатаһының пенсияһы тәтемәй башлаһа, ергә төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ. Башҡалар һымаҡ тир түгеп эшләр, ә бушҡа килгән аҡсаға һимереп ятмаҫ!
Миңлегөл нисәмә көн өндәшмәй йөрөгәнде... хәҙер теле телгә йоҡманы.
– Ай-һай, хәйләкәр шул Әлиә. Олатаһының өйөн дә үҙенә яҙҙырырға итә. Ана, ҡайным, кесе ейәнең өйләнергә тора, йәштәр ҡайҙа йәшәргә тейеш?! Әлиә үҙенә бай һөйәр табыр әле, бигерәк фырт ҡылана...
Кәрим ҡатынын йәнә йөпләне:
– Юҡ, атай, һине Әлиәгә кире ебәрмәйем. Кейәүгә лә сыҡмаған ҡыҙға һин йөк кенә, атай. Бәләкәйҙән бит әсәм менән миңә былай ти торғайнығыҙ: “Һин беҙҙе ҡарай, тәрбиәләй торған малай. Ҡарт көнөбөҙҙә һин генә терәк”. Ә хәҙер нимә, был йола онотолдомо ни? Нисек кенә булмаһын, мин – һинең төпсөк улың. Әлиәлә иһә һинең ҡан шыйығая...
Ҡарттың күҙ алдары ҡараңғыланды, тамағына тығылған төйөрҙө йота алмай аҙапланды. Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Өндәшмәүе улы һәм килене менән килешеү һымаҡ ҡабул ителде. Ир менән ҡатын ҡәнәғәт кенә бер-береһенә ҡараштылар ҙа, иркен тын алдылар. Тик үҫмер улдары ғына сығырынан сыҡты:
– Әсәй, һуң ул бит көнө-төнө мыңғырлап, мин телевизор ҡарағанға ла һуҡранып йөҙәтә. Төнө буйы бәҙрәфкә сыға – һис йоҡлай алмайым. Ул бит ҡартайған, һаҫып бөткән. Бер бүлмәлә йәшәмәйем уның менән!
Миңлегөл өсөн улының һүҙҙәре ҡулай ғына ине. Үҙҙенең дә бөксәйгән уҙаман менән артыҡ мәшәҡәтләнгеһе килмәй. Күп тә уйлап тормай, ире менән икәүләшеп, бабайҙы йәйге өйгә урынлаштырырға ҡарар иттеләр. Ғәлим үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Нисек кенә булмаһын, өйрәнгән, юҡһынған өйөнә ҡайтырына өмөтөн өҙмәне. Шуға ла ҡарышманы, ләм-мим өндәшмәне, улының артынан эйәрҙе. Кәрим иһә атаһының кәрәк-ярағын аш өйөнөң һикеһенә ташланы ла, иҫәүән “старик” тағы ҡасып-маҙар китмәһен тип, эре таҡталы ишектең тышҡы яғына ат башындай йоҙаҡ элеп ҡуйҙы.
***
Тынлыҡ. Оло кешене ғәрлек тулҡыны үҙ ҡосағына алды ла, ысҡындырмаҫҡа тырышып, әле был яҡҡа ҡапланы, әле икенсе яҡҡа сайҡаны. Дарҫ-дорҫ тулаған йөрәк урынында сыҙаша алманы: бер типте, бер туҡтағандай итте, тағы рәтләнде... “Ах, мин ҡарт йүләр, киленемдең “ҡайным”, улымдың “атай” тип, өлтөрәп торғанына ышанғанмын. Ысын ир-аттың ҡурайына ҡатындары бейей, ә Кәримем үҙе ҡомһоҙ бисәһе уйнағанға тыпырлай, – тип әсенде ҡарт, ишекле-түрле йөрөнө. – Әсәһе менән күпме өйрәттек: ир кеше аҡыл менән йәшәргә тейеш, тип. Ә ул...”
Бөтә нәмә тынын быуҙы, баҫты, баҫлыҡтырҙы. Ул бөтә ығы-зығының да ошо аҡса – ҡоро ҡағыҙҙар арҡаһында килеп сығыуын яҡшы аңлай. Эх, ҡыштырлаҡ тәңкәләрен һәммәһенә лә етерлек таратып бирергә лә, ҡайтып китергә ине ейәнсәре янына! Юҡ, барыбер туймаҫтар, шулай булғас, был йыртҡыстарға (атаһын бикләп тотҡан кешене башҡаса нисек атайһың?!) ҡабат һуҡыр тин дә бирмәйәсәк. Үҙенән дә аҡса артмай: Аллаһы бойорһа, Әлиәне кейәүгә бирергә, әҙәмсә туй үткәрергә кәрәк, иҫтә ҡалырлыҡ бүләген дә әҙерләү фарыз. Аҙаҡ үҙе фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа китеп барһа, бөтә мәшәҡәт Әлиәгә төшәсәк, быларҙың береһенә лә ышаныс юҡ...
Бабай бер аҙ тынысланғандай итте. Нисек тә бынан тайыу юлын табырға кәрәк: ишекте төртөп ҡараны – ныҡ бикләнгән, тәҙрәгә килде – рамдары асырлыҡ та, тик кеше сығырлыҡ түгел. “Маладис, Кәрим улым, ныҡлы яһағанһың”,– тип ҡуйҙы эстән генә. Тимер-томор араһынан ҡул бысҡыһын табып алды. Рамды яй ғына тызый башлауы булды, шығырлап ишек асылып китте. Аҙыҡ тотоп ейәне килеп инде. Тамаҡ ялғатыр өсөн әсәһе ебәргәндер. Быяла юҡлығын күргәс, үҫмер тиҙ генә тышҡа атылды: ишекте шыҡылдатып бикләп ҡуйҙы, тәҙрә уйымына арҡыс-торҡос таҡталар ҡаҡты.
“Башбаштаҡлыҡ” өсөн элекке пехота разведчигына Кәримдән бик ҡаты эләкте.
– Әгәр ҙә йығылып төшөп имгәнһәң йәки берәй яры олағып юғалһаң, беҙ һине ҡайҙан табыр инек?! – тип ярһыны уныһы.
Уҙаман яҙмышына күнде. Ләкин ҡасыу тураһындағы уйҙы башынан сығарманы. Төрлөсә уйлап-уйлап ҡараны ла, улы менән киленен үҙенән биҙҙерергә ҡарар итте. Моғайын, тегене таптырып, быны һоратып ялҡытып бөтһә, ахыр килеп, үҙҙәре үк илтеп ҡуйырҙар. Ләкин Кәрим менән Миңлегөлдө алдап булмай – йышылып бөткәндәр. Тәүҙә йомошон йомошлаған булдылар, һуңынан иғтибар итмәнеләр ҙә ҡуйҙылар, әйтерһең дә, йәйге тынсыу өйҙә аталары бикләнеп ятмай.
Әлиә иһә һәр көн шылтыратты. Ремонтын тиҙләтеү яғын да ҡараны, эшенә лә йүгерҙе, шуға ла шәхсән килергә форсат тапманымы, баҙнат итмәнеме... Етмәһә, гелән телефондың был осонан: “Бөтәһе лә яҡшы, борсолма”, – һымағыраҡ әҙер яуап ишетте.
Беренсе май байрамына Әлиә бөтөн эшен еренә еткереп эшләп бөттө. Олатаһы яратҡан тәм-томон бешерҙе лә, уны алыр өсөн Кәрим ағаларына юлланды. Ләкин өмөтө-ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылманы. Ҡапҡа тышына уҡ сығып баҫҡан ағаһы баҫалҡы ҡыҙҙы эскә үткәрмәне.
– Атайым беҙҙең менән йәшәргә булды. Бында уға ҡыҙығыраҡ та, күңелле лә. Дауай, һин уның пенсияһына йәшәүеңде туҡтат та, кейәүгә сығып, өйҙө бушат. Үҙеңде үҙең ҡарарға ваҡыт, күптән ваҡыт!
Әлиә ни әйтергә белмәне. Ғәрлеге эстә ҡайнап сыҡты ла, урғылып, тамағына төйөр булып тығылды. Ах, ни өсөн һуң быға тиклем ағаһы менән еңгәһенең мәкерен аңламаған?! Олатаһының пенсияһын арттырыуҙары булды, бөтә туғандары Әлиәгә ҡаҙалды бит, хатта күрә алмай башланылар. Йәнәһе, ветеран елкәһендә йәшәй. Нәсимә апаһы бер туҡтауһыҙ аҡса теләнселәгән саҡтарында Әлиәне ҡарашы менән тишерҙәй була. Хәҙер килеп ағаһы “хәйерсе”гә әйләнгән икән дә баһа! Ул бит меҫкен олатаһының пенсияһы артынан килмәгән, ә уны тәрбиәләр өсөн алып ҡайтырға, үҙ өйөнә алып ҡайтырға килгән!
– Ҡайтҡыһы килеү-килмәүе тураһында олатайым үҙе әйтһен! Һеҙгә мин ышанмайым. Әйткәндәй, ҡайҙа һуң әле ул? Телефонға бер ҡасан да саҡырманығыҙ, һылтау таптығыҙ,– Әлиә лә бирешергә теләмәне. Әлбиттә, олатаһын береһе лә күрһәтмәне, ҡыҙҙың икеләнеүҙәрен һанға һуҡманы. – Тиҙҙән Еңеү көнө. Байрамға булһа ла ҡайтарығыҙ!
Әзмәүерҙәй иргә ҡаршы сибек ҡыҙыҡай нимә эшләй алһын инде. Кәрим уны елтерәтеп тигәндәй ҡапҡанан сығарҙы ла, келәне эләктереп тә ҡуйҙы. Һыҡтай-һыҡтай өйөнә табан атланы бисара ҡыҙ. Артынан ағаһының: “Ҡыҙыҡай, яҡшы саҡта олатайыңдың пенсияғына йәшәүеңде туҡтат, яҡшы саҡта ҡыҙыҡай, лутсы кейәүгә сығып, өйҙө бушат!” – тигән киҫәтеүе оҙаҡ оҙата барҙы.
Сираттағы айлыҡ пенсияны таратыр мәл етте. Миңлегөл иртәнсәк бабайҙы өйөнә алып инде. Йыуынып, ҡырынып алырға ҡушты. Тамағын хәстәрләне лә, телевизорҙы тоҡандырып, диванға ултыртып ҡуйҙы. Килене ҡушҡандарҙың барыһын да эшләне ҡарт. Кем белә, бәлки, өйөнә алып ҡайтырға йыйыналарҙыр? Күп тә үтмәне, ишек шаҡынылар. Почтальон икән. Ғәҙәттәгесә, йәш ҡатынҡай бабайҙан хәл-әхүәл һорашты.
– Бик арыным, ҡыҙым, бик тә ҡайтҡым килә. Тик мине аласыҡта бикләп тоталар. Бына-уы-ы пенсия аҡсаһы тип ҡайтармайҙар, – көрһөнөп, ҡарт бер ҡап аҡсаны өҫкә һелтәне. – Ошолар ғына тота мине уларҙа-а...
Почтальон аптырап, Миңлегөлгә текләне. Теге йәһәт кенә үҙен ҡулға алып сумкалы ҡатынды ситкәрәк әйҙәне:
– Иғтибар итмә, еңеләйә башлаған бит ул хәҙер. Яйлап балалығына ҡайталыр. Шуның өсөн дә үҙебеҙгә алдыҡ та инде. Беҙ ҡарамай уны кем ҡараһын? Әлиә биҙәнеү-һыланыуҙан бушамай...
Аңлаған кеше булып, почтальон баш ҡаҡты ҡағыуын. Ысынлап та, ай һайын әбей-бабайҙарға пенсия таратып, көйһөҙләнгән ҡарт-ҡороно аҙ күрмәй ҙәһә. Тәбиғәт ҡануны шулай, ҡартлыҡ сире бер Ғәлим уҙаманды ғына урап үтмәҫ...
– Һин нимә, ағай, торған ерең бынамын тигән. Өҫ-башың ҡараулы, тамағың туҡ, рәхәтләнеп йәшәй бир. Бындай бәхетле ҡартлыҡ һәр кемгә тәтемәй әле, – тип һөйләнә-һөйләнә, ишек тотҡаһына үрелде. – Йә, хуш, ағай, ауырыма, йәме. Торараҡ йәнә хәлеңде белеп сығырмын. Ярай, хушығыҙ... – Почтальон тағы ниҙер иҫенә төшөргәндәй, туҡтап ҡалды.– Ә шулай ҙа һеҙ Кәрим менән икегеҙ ҙә маладис. Оло кешене бағыуы, ай-һай, ҙур мәшәҡәт ул. Әлиәгә нимә, йәштәр бит хәҙер артыҡ хафаланып бармай. Бабай ауырый башлағас, үҙе килтереп ташлағандыр әле. Ярай, мин түбән осҡа киттем, һау булығыҙ.
Ҡатынды оҙата сыҡҡан хужабикә тыштан бик ҡәнәғәт инде, мәгәр бабайҙың телевизорға текләп, диванда бөршәйеп ултырыуын күреү менән йөҙө ҡырҡа үҙгәрҙе, танауын сирылтып, күҙҙәрен алартты, ытырғанып ырылданы:
– Нишләп ултыраһың йәйелеп? Бар үҙеңдең аласығыңа!
Миңлегөл һуңғы көндәрҙә кесерәйеп ҡалған ҡартты елтерәтеп, арҡаһынан этә-төртә, аш ыҙбаһына табан ҡабаландырҙы. – Харап, йәйелгән берәү диванға! Әйтерһең, үҙенең пенсияһын алған...
Ҡарт килененең ихтыярына буйһоноп, ул ҡыуған ыңғайына аш өйөнә табан йүнәлде. Килен кеше менән талашып, һуғышып булмай ҙа?! Улының фиғелендә кешелек сифаты, атаһын ҡыҙғаныу тойғоһо уянырына ла өмөтләнде. Бына Кәриме эштән ҡайтыр ҙа уны өйөнә алып барыр. Аҙаҡ бөтәһе лә онотолор...
Кәрим ҡайтты ҡайтыуын. Шуны ғына көткәндәй, Миңлегөл төрлө ҡара төҫкә буйтым мансып, көндөҙ булған хәлде сурытты. Ире иғтибар менән тыңланы, һуңынан, ҡаш емереп, ҡара һөрөмөн йөҙөнә сығарып, былай тине:
– Дә-ә... Бынан ары аласығынан һис сығарма: бер әҙәм инмәүен, үҙе лә һерәндәп йөрөмәһен. Еңеү байрамына барам тип ауыҙын да асмаһын! Ә уны һораусыларға, һин уйлағанса, аҡылын юя башланы, тип әйтәйек.
Шулай итеп, Ғәлим бабай үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр Еңеү байрамында ҡатнаша алманы. Уның “балалығына ҡайтыуы” тураһындағы хәбәр пенсия, пособие таратыусы ҡатын ауыҙынан һәр өйгә таралды, улай ғына ла түгел, күрше-тирәгә, ҡартты белгән барса ауыл кешеләренә лә барып етте. Байрамға йыйылған ветерандар ҙа был турала иҫләп:
– Күптән күренгәне юҡ шул, – тип уфтаныштылар.
– Шулай инде, әжәл кемгә нисек килә бит, – тиештеләр.
Әлиә лә 9 Май тантаһына олатаһын күреү өмөтө менән барғайны. Тик унда ҡәҙерле кешеһе түгел, ә күңелһеҙ хәбәр ҡаршыланы. Әлиә шундуҡ Нәсимә апаһына йүгерҙе.
– Намыҫын һатҡан әҙәм аҡтыҡтары бит улар. Атай ошоғаса дастуйын ине. Һаранлыҡтары ғына ошо хәлгә төшөрҙө. Миндә йәки һиндә йәшәһә, ауырымаҫ, бөтөрөнмәҫ ине, – тип аҙарынды апайы. – Бәлки, милицияға ялыу итергә кәрәктер?
Байтаҡ уйланып йөрөгәндән һуң, Әлиә участковыйға барҙы. Ләкин уныһы: “Был эштә милиция ярҙам итә алмай, беҙ ғаиләләге ғәҙәти сыр-бор менән шөғөлләнмәйбеҙ, – тип ҡыҙҙың үтенесен кире ҡаҡты. – Сүтәки олатайың улына үҙ теләге менән барған. Бында һис бер енәйәт күрмәйем...”
Еңеү байрамы тураһындағы елкендергес тапшырыуҙы Ғәлим бабай радионан тыңланы. Аласыҡтағы берҙән-бер йыуанысы – бәләкәй генә радиоалғыс тәүҙә Президент ҡотлауын еткерҙе, һуңынан марштар, фронт йылдарындағы йырҙарҙы яңғыратты. Үҙ улы менән килене тарафынан әсирлеккә алынған ҡарттың сикәһе буйлап бөрсөк-бөрсөк йәш тәгәрәне. Ғәрлек, көсһөҙлөк йәштәре ине улар...
Май айы үтте. Бабай улында йәшәүен, дөрөҫөрәге, аласыҡта йән аҫрауын дауам итте. Хәҙер уға, сабыйҙы ашатҡан һымаҡ, сәғәтләп кенә аш, сәй килтерәләр. Саф һауа һулаһын өсөн ихаталарына ла яңғыҙын сығармайҙар. Ҡалған ваҡыт тышты тик тәҙрә уйымына арҡыс-торҡос ҡағылған таҡта ярыҡтарынан ғына күҙәтте. Күпселектә аласыҡ эргәһенә бәйләнгән тоҡомло овчарка менән аралашты: йә үҙенең эт көнөнә төшкән киләсәк яҙмышын уйлап хафаланды, йә, киреһенсә, тәрбиәле, ләкин муйынын иркен сылбыр быуған эт уға ҡарап шыңшыны. Мәхлүктең аҡыллы, иғтибарлы ҡарашы ҡарттың һарыуын ҡайнатты.
«Хатта һине лә сылбырыңдан ысҡындырып-ысҡындырып алалар, ә минең төрмә тотҡононан айырмам юҡ. Әбрәкәйгә лә барып килә алмайым бит. Һиңә рәхәт, исмаһам, хәжәтеңде тышта башҡараһың. Миңә бер иҫке биҙрә ҡуйҙылар ҙа, шуның менән вәссәләм – алыштырһалар алыштыралар, йыбанһалар, оноталар».
Йорт әсире көнө буйы ултырҙы. Кәримдең: “Әлиә үҙе беҙгә алып китергә ҡушты һине, атай, уның һине ҡарарға уйында ла юҡ, килеп әйләнеү түгел, бер шылтыратмай ҙа, исмаһам”,– тип әйтеүендә, бәлки, дөрөҫлөк барҙыр? Бәлки... Юҡ-юҡ, булмаҫ! Әллә... Әлиәгә Ғәлим менән уның ҡарсығы ғына белгән серҙе ошаҡланымы берәйһе? Бик тә ихтимал... Эх, гонаһҡа батты шул улар, бат-ты-ы...
Әлиәнең әсәһе тормошҡа яратып сыҡты. Тик бына олатаһы менән өләсәһе генә, йәғни Ғәлим менән ҡатыны, кейәүҙәрен өнәп бөтмәне: теге еренән кәмселек тапты, был еренән. Нишләйһең, һәр ҡайны-ҡәйнә, шаштырып әйтһәк, кейәүенең космонавт йәки берәй түрә булғанын теләгән заман ине. Түҙҙе йәш ир. Ләкин, ҡыҙына Әлиә исеме ҡушып та, ҡатынын бала табыу йортонан алып ҡайтып та, рәхәтлек күрмәне – тағы ниндәйҙер “гонаһы”н тапты ҡайны менән ҡәйнә. Ғәлим хатта, бер мәл ене ҡуҙғалып, кейәүен таяҡ менән бәргесләне, ҡатыны иһә яман итеп ҡәһәрләне, шулай ҡыуып сығарҙылар. Олаҡты кейәүҙәре. Ҡатынын да үҙе менән ҡырға сығып китергә өгөтләне, тик күндерә алманы. Ата-әсәһенең һүҙен йыҡманы. Ләкин ғүмере генә булманы тол ҡалған ҡатынҡайҙың. Иренән айырылғас, һағышҡа сумды, һарғайҙы, кипте. Өс ай үтәрәк гүр эйәһе лә булды. Атаһы менән әсәһе әжәл сәбәбен һиҙенде – йәшертен генә ниҙер эскәйне ул. Тик кешегә яман һүҙ сығарманылар, яман сир алып китте, тинеләр.
Шуғамы, ҡарттар Әлиәне үҙ балаларынан да артыҡ күреп үҫтерҙеләр. Был иһә ҡан балаларының һарыуын ҡайнатты. Әлиә лә ун йәшкә саҡлы олатаһы менән өләсәһен ата-әсәһе тип белеп үҫте. Тик тиҫтерҙәренән дөрөҫлөктө ишеткәс кенә уға: “Әсәйең вафатынан аҙаҡ, атайың ситкә сығып китте”, – тип аңлаттылар. Бынан ары ҡыҙ яҡындарын һорауҙар менән йонсотманы. Тәҡдиренә күнде.
– Әллә ҡасан уҡ Әлиәгә дөрөҫөн һөйләп бирергә кәрәк булған! – тип үкенде ҡарт. – Хәҙер һуң инде. Аллаһы Тәғәләм, ҡылған гонаһтарым өсөн ярлыҡа, зинһар...
***
Миңлегөлдөң, айырыуса ейәненең Ғәлим ҡартҡа булған мөнәсәбәте көндән-көн һалҡыная, ҡырыҫлана барҙы. Кәримдең дә тиреһе ҡалын булып сыҡты – атаһының яҙмышы, дөрөҫөрәге, көнитмеше уны һис тә ҡыҙыҡһындырманы. Мәгәр бәғзе саҡта ҡатынына ҡысҡырғылап ала. Йәнәһе, атаһын тейешле ҡараһындар, тарһынмаһындар. Тик атаһынан әллә оялды, әллә ҡурҡты – Кәрим бабай эргәһенә инеүен һирәкләтте. Килгән саҡтарында ла башын ғына тығып, юҡ-бар һүҙҙәр ҡушҡыланы. Шулай итеп, ҡараңғы, тынсыу аш өйөндә ҡарт бер үҙе көн артынан көн үткәрҙе: яратҡан гәзиттәрен күрмәне, Әлиә өйҙә булмағанда, «икенсе дуҫы”на әйләнгән телевизорҙы ла ҡараштыра алманы.
Эйе, көн артынан көн уҙа. Ҡарт үҙ-үҙенә төрлө һорауҙар бирҙе, уларға яуап табырға тырышты. Уйҙары башын сүкене. Үкенде.
– Эх, ошо арала баҡсала тауҙар аҡтарыр инем, – тип сәмләнеп ебәргеләне. Һуңынан тағы төшөнкөлөк баҫты. – Хатта Әлиә ҡыҙым башҡарған эштәрҙе лә күрә алмай ултырам бит. Бер күҙ менән булһа ла яһаған ремонтына бағырға ине лә... Беҙ бит уның менән өйгә газ да үткәрергә булғайныҡ. Хәҙер аҡсаһы етмәйҙер инде...
Ваҡыты-ваҡыты менән Ғәлим бабайҙың күңелен үпкә, хатта рәнйеш тойғолары ла биләп алды. Элегерәк ул Кәриме менән ғорурлана ине: “Ысын хужа минең улым, ҡулынан килмәгән эше юҡ”,– ти торғайны. Хәҙер иһә Кәримдең ауыл ситенә үк йорт һалыуын да башҡаса юраны: “Тапҡан урын, урлашырға еңелерәк булһын өсөн урман яғына, кеше күҙенән алыҫыраҡ урынға һалған”, – тип ебәрҙе. “Фашистарға әсир төшмәгәнде, үҙ улым, ғүмер буйы эшләп алған хәләл пенсиям өсөн бикләп ҡуйҙы”, – тип тә һуҡранды. Аласыҡта бикле ятыуында Әлиәне лә ғәйепләне: “Ҡалаһына китмәһә ни була инде?” – тине ул үҙ-үҙенә. – Ана бит, олатаһынан ҡотолоу өсөн ҡулай ваҡытын, әмәлен тапты. Килә бит ағаһына, килә! Анау саҡ үҙ ҡолаҡтары менән уның сағыу тауышын ишетте. Ә күрешеү өсөн аласыҡҡа инмәне...
Кәрим бушлай килгән өҫтәмә аҡсаға тиҙ урын тапты. Ауыл уртаһынан өй һатып алырға елкенә. Бының өсөн банкынан кредит алырға булды. Ә атағының ай һайын килеп торған аҡсағы ошо кредитты түләп барырға бик ҡулай. Кеше һүҙенән дә ҡурҡманы хәҙер. Сөнки күбеһе ҡарттың “аҡылдан яҙғанлығы” тураһында ишеткәйне. Оло кешене ҡараған өсөн Кәрим менән Миңлегөлгә Алланан ярҙам һоранылар хатта. “Ай-һай, бик ауыр инде сабый аҡылы ингән кешене тәрбиәләүе, Аллаһы Тәғәлә ярҙамын бирһен. Атайыңа күрһәткән мәрхәмәтең үҙеңә сауап булып ҡайтһын”, – тиеште күптәр. Тик Әлиә менән Нәсимә генә был хәбәргә сикләнде. Ә уларға, киреһенсә, ауыл халҡы ышанманы.
Өмөтһөҙлөккә бирелгән, кемдән ярҙам һорарға белмәгән Әлиә ай һайын пенсия таратыусы почтальон ҡатынды осратты.
– Олатайым нисек унда, өйгә ҡайтҡыһы килмәйме? – тип һораны, түҙемһеҙләнеп. Үҙе тегенән күңел йыуатырлыҡ һүҙ көттө.
– Әй, Әлиә, ниңә кәрәк һиңә тере көйөк? Аҙ ҡараманың, аҙ тәрбиәләмәнең. Хәҙер бит олатайың бөтөнләй икенсе кеше, хатта туалетҡа ла сыға алмай. Ә бөтөнләй ятһа нишләрһең? Миңлегөл һинән өлкәнерәк, тәжрибәлерәк. Етмәһә, эше лә ауыр түгел. Кәңәшем шул, туғанҡайым, үҙ йүнеңде үҙең күреп йәшәй бир... – тине сумка аҫҡан ҡатын, Әлиәне бөтөнләй аптыратып.
Йәй үтеүгә етем ҡыҙ олатаһының хәлен белергә барҙы – индермәнеләр, етмәһә, овчаркаларын ҡапҡа төбөнә үк бәйләп ҡуйҙылар. Һуңғы барғанында ла еңгәһе ҡапҡа тышынан уҡ ҡайҡайып торҙо.
– Аңламағас аңламайһың икән, ҡыҙыҡай: все – беҙ уны ҡайтармайбыҙ! Ничу ауыл буйлап төрлө имеш-мимеш таратып, беҙҙе сәйнәп йөрөргә,– тип аҡырҙы Миңлегөл бар урамға. – Ләстит һатып йөрөгәнсе, ана, эшеңдә яҡшылап эшлә!
Ремонт менән бер рәттән, Әлиә өйөнә газ да үткәрергә булғайны. Олатаһы ризалашты, аҡсаһының да етәсәге тураһында әйтте. Икеһенекен ҡушһалар, хатта артып та ҡаласаҡ, тип шатланыштылар. Ләкин хәлдәр ҡырҡа икенсе яҡҡа үҙгәрҙе. Газ тураһындағы хәбәр Миңлегөлгә барып етте.
– Еңгәй, элегерәк һеҙ олатайҙан аҡса һорап тора инегеҙ. Газ үткәрергә әҙ-мәҙ етмәй...
Утҡа кәрәсин һиптеләрме ни – Миңлегөл ҡыҙарынды, бүртенде, саҡ шартламаны.
– Нимә, пенсия булмағас, кеҫә бушанымы ә-ә?! Бына һиңә, пенсия!– Миңлегөл, йоҙроғон ҡыҙҙың танауы төбөндә һелккеләне. – Ҡуҡыш һиңә, мә, еҫкә! Үҙебеҙгә етмәй әле уның аҡсаһы!
– Рәхмәт, еңгәй, асыҡ итеп, барыһын йәшермәйенсә әйткәнең өсөн. Хәҙер, исмаһам, һеҙгә олатайҙың ни өсөн кәрәклеген беләм. – Әлиәнең дә теле зәһәрләнде, күҙҙәрендә осҡон уйнаны. – Шуны ла белегеҙ: олатайымды һеҙҙән ҡотҡарыу юлын табырмын!
Өйөнә табан күңелһеҙ атланы ҡыҙыҡай. Ҡабаланманы. Барыһын үлсәп, бизмәнгә һалырға тырышты. Ни өсөн олатаһы күренмәй, Әлиә ҡапҡа аша саҡырғанда ла өндәшмәй? Ни өсөн онотҡан һуң уны? Ни эшләргә, ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға?
Ваҡыт үтте. Мәжбүри тотҡонлоҡтан, эшһеҙлектән, бер кем менән аралашмағанлыҡтан, ҡарт тора-бара, ысынлап та, биреште. Күҙҙәре йәшләнде, аяҡ-ҡулы һыҙланы. Элегерәк күпселеген тынғылыҡ бирмәгән “ҡасыу” уйҙары ла көндән-көн һирәгерәк иҫенә төштө. Яйлап төшөнкөлөккә бирелде, рухы һынды. Йәй буйы саф һауа ла һуламағас, башы мәңгерәне, күкрәге ҡыҫты. Быларҙың барыһы тураһында Кәримгә һөйләгеһе килде. Тик уныһы атаһы менән һөйләшеп ултырырға ваҡыт тапманы. Уның ҡарауы, ҡатынын ебәрҙе. Килене иһә ҡартҡа ниндәйҙер төймә дарыуҙар бирҙе. Нисек аталыуҙарын белмәһә лә, Ғәлим бабай уларҙы йотҡандан һуң, үҙен-үҙе белмәйсә бер нисә сәғәт йоҡлап, дөрөҫөрәге, иҫәнгерәп ята. Хатта пенсия алып килеүсе ҡатын да бабай менән һөйләшмәй хәҙер. Ҡултамға ҡуйыуын ғына көтә лә, ен-бәрейҙән ҡурҡҡандай, һаҡ ҡына ҡағыҙҙарын алып, Миңлегөл эргәһенә, кухняға ашыға. Унда улар ниҙер шыбырлаша, һөйләшкәндәрен Ғәлим бабай яҙа-йоҙа ғына ишетә.
...Көҙөн, Кәрим улын өйләндергән саҡта, йыйылған туғандары Ғәлим бабайҙы күргеләре килеүе тураһында әйтте. Был “тотҡонлоҡта” булған саҡта ҡунаҡтар араһында иркенләп ултырған берҙән-бер кис булғандыр. Ошонда бер рюмка хәмер шауҡымы бик тиҙ башына ла сыҡты. Шул шауҡымдан үҙенең хәле тураһында эргә-тирәләгеләргә һөйләп бирҙе. Ләкин Кәрим атаһын тиҙ генә ыҙбаға оҙатыу һәм бикләп ҡуйыу яғын ҡараны. “Атай ныҡлап ауырый, яңылыша ул хәҙер”, – тип аҡланды. Кем белә, бәлки, ышанғандарҙыр ҙа. Хәйер, туй шауҡымы илерткән ҡунаҡтарҙа ауырыу ҡарт ҡайғыһымы ни?!
Әлиә төрлө инстанцияларға йөрөп, опекунлыҡҡа документтар тупланы. Ҡағыҙ күп булдымы, сират күпере оҙон инеме, шуларҙы йыйғансы, ҡыш етте лә ҡуйҙы. Уның артынса Кәрим менән Миңлегөл дә ошо уҡ тупһалар аша атлап, ошо уҡ ишектәрҙе асып йөрөнө. “Әлиә үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, олатаһын опекунлыҡҡа алырға йөрөй”. Күптәр, бик күптәр быға ышанды. Ысынлап та, тип уйланы улар, аҙмы йәштәр аҡса өсөн генә оло кешене ҡараған булып ҡылана, ә һуңынан пенсияларын юҡҡа-бушҡа туҙҙырып бөтә, опекунға тейешле тәрбиә тураһында уйлап та ҡарамай!
Ғәлим бабай хәҙер бөтәһенә лә битараф һымаҡ. Ашарға-эсергә бирһәләр, шул етте. Хатта тороп хәжәтен үтәгеһе лә килмәне. Ойоп тик ятты. Был хәл, әлбиттә, Кәримде ҡурҡытмай ҡалманы. Ҡатынын тыңлап, атаһын бикләп ҡуйғанға үкенә лә кеүек. Миңлегөлгә екерҙе, тиктомалға ҡыҙыусанға әүерелде. Етмәһә, атаһының ярты пенсияһынан күберәге үҙенә генә тотонола: простыня күпләп кәрәкте, дарыуҙар, эске кейем... Ә атаһы көндән-көн урынынан һирәгерәк ҡалҡынды. Был инде тәненең ятҡан ерен ҡыҙартты. Хәрәкәтһеҙ ере иҙелеп, ҡан ойошоп, пролежень тигән сир барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы тыуҙы. Уны булдырмау Миңлегөл елкәһенә төштө. Көн һайын икешәр тапҡыр булһа ла май менән ҡарттың арҡаһын ыуырға, һыларға кәрәк. “Ах, йүнһеҙ, аҡсаң беҙгә әҙ тәтей, лутсы дөмөкһәң ине”, – тип һөйләнде ҡатын. Шулай тиргәнә лә, шундуҡ тәүбәһен әйтә: ҡарттың бит тере килеш файҙаһы күберәк! Иренә Ғәлим бабайҙы мунсаға йышыраҡ алып барырға кәрәклеген гелән тылҡып торҙо. Уныһы, ерәнеп тигәндәй, шым ғына атаһын мунсаға табан етәкләне.
...Нәсимәне лә аш өйөнә табан үткәрмәнеләр. Ләкин Нәсимә бирешә торғандарҙан түгел. Бер килгәнендә ишектең асыҡ икәнлеген күрҙе лә, эттең сынйырын өҙөрҙәй булып үрһәләнеүенә ҡарамаҫтан, эскә атылды һәм...
– Йә, Хоҙа-ай... – Ҡатын атаһын таныманы. – Атай, ни эшләттеләр һ-һиине-е?!.
Ҡарт ләм-мим. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап тик ятты.
Киткән саҡта Нәсимә хужаларға былай тип ыҫылданы:
– Хаиндар, ҡомһоҙлоғоғоҙ, ана, атайҙы нишләткән?! Уны ошо көнгә һеҙ генә төшөрҙөгөҙ!
Ҡайтышлай уҡ Нәсимә Әлиәгә һуғылды, барыһын да һөйләп бирҙе. Уныһы хәбәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй ултырҙы. Кем белә, Нәсимәнең дә күңелен элекке “аҡса сире” өсөн үкенеү тойғолары тырнайҙыр. Һәр хәлдә, был юлы ул тулыһынса ҡарындаш һеңлеһенең етем үҫкән ҡыҙы яғында ине...
– Олатайым Еңеү көнөнә өйөнә ҡайтасаҡ, бөтә документтар ҙа әҙер, апай, – тине Әлиә.
Апалы-һеңлеле ҡосаҡлаштылар, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙылар...
* * *
Ҡабат еңеү көнө яҡынлашты. Әлиә, ғәҙәтенсә, өҫтәлгә мул ризыҡ ултыртты, олатаһының орден-миҙалдары тағылған пинжәген таҙартты. Тик хужаһын ғына ҡайтараһы ҡалды.
Ҡыҙ пинжәкте, олатайын опекунлыҡҡа алыуы тураһындағы документтарҙы алды ла Кәрим ағаһының йортона китте. Майҙан аша үткәндә, халыҡ йыйыла башлауын күрҙе. Ашығырға кәрәк, олатай көтәлер, тип уйланы ул. Эйе, ағаһы алыҫыраҡ йәшәй шул. Нисауа, был юлы Әлиәне бер кем туҡтата алмаҫ!
Бына ағаһының өйө күренә. Йорт алдындағы ике туғаны менән баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә, ҡыҙ өй эсенә уҙҙы. Унда ағаһы менән еңгәһе байрам сәйе һемерә икән.
– Әйҙә, асыһыҙ аш өйөн, мин олатайымды байрамға алырға килдем, бөтә документтар ҙа әҙер.
– Эйе, асмай ни, асты, ти, ана! Йүгерҙек, ти, икәүләшеп һин әйткәнгә,– тип, Миңлегөл ҡабарынып бүртенде.
– Һеҙ олатайҙы... бикләп тотаһығыҙ. Асмайһығыҙ икән, милиция алып киләм!
– Сәрелдәмә әле, ҡолаҡты яраһың, – Кәрим тыныс ине. – Бар, Миңлегөл, ишекте ас!
Миңлегөл теләр-теләмәҫ ишекте асып ебәрҙе. Әлиә түҙемһеҙләнеп эскә атылды. Танауына күптән йыуылмаған кеше тәне, дарыуҙар, һыҡра еҫе бәрелде. Туҙан баҫҡан, бысраҡ, дымдан стеналары йәшелләнгән өй эсендә, тәҙрәнең ҡапланмаған өлөшөнән тышҡа ҡарап, Ғәлим ултыра. Әлиә уға яҡын уҡ килде, ҡосоп алырға булғайны, ҡарттың мәғәнәһеҙ, битараф ҡараштарын күреп, туҡтап ҡалды.
– Олатай, мине танымайһыңмы әллә? Мин бит Әлиә, һинең ейәнсәрең. Һине алырға килдем, әйҙә, өйгә ҡайтайыҡ. Урамда Еңеү байрамы, майҙанға барырбыҙ. Унда бутҡа бешергәндәр, сәй эсербеҙ...
Ләкин ҡарт яугир ултырғысынан торманы, киреһенсә, нығыраҡ йәбеште, хатта ҡаршылашты. Таныманы ул ейәнсәрен, сырамытты ғына.
-Күрҙеңме инде? Хәҙер уға бер ниндәй ҙә байрам кәрәкмәй!
- Һеҙ, һ-һеҙ генә уны шулай иттегеҙ, – тип, зәһәр ыҫылданы Әлиә. - Нимә, байыныһыҙмы? Ҡәбәхәттәр! Күрә алмайым мин һеҙҙе...
Һуңғы һүҙҙәрен ҡыҙ урамдан атлағанда ла ярһып-ярһып ҡысҡыра ине. – Ҡәбәхәттә-рр!!!
Кәрим бер ни өндәшмәне. Ҡатынына асыулы ҡараш ташланы ла, өйгә инеп китте. Аш өйөнөң ишеген бикләп, Миңлегөл уның артынан эйәрҙе.
Юлда ла, ҡайтҡас та оҙаҡ иланы Әлиә.
– Ғәфү ит, олатай, бер үк рәнйемә миңә, – тип өҙгөләнде. Баҡсаға терәп үк ҡуйылған эскәмйәлә күпме ултырғандыр, тыныслана биргәс, үҙ-үҙенә былай тине:
– Мисәүләп арба ектереп, дуғаһына ҡыңғырау тағып, олатайымды барып алам. Ҡәҙерле кешем бик-бик ҡыуанасаҡ...
Наза ӘХМӘҘИЕВА.