«Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү», «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыһы» тигән ике профилле бакалавриатҡа студенттар ҡабул ителәсәк.
«Һәр төркөмдә −14 бюджет урын. Ҡабул итеү имтихандары: рус теде (БДИ), йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ), башҡорт теле һәм әҙәбиәте (яҙма). Был йүнәлеште тамамлаған белгестәр милли баҡсалар тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, милли мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡытыусылары, өҫтәлмә белем биреү ойошмаларында, мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү һәм башланғыс кластар буйынса методист булып эшләй ала», — ти Винер Шәйәхмәтов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректоры.
Башҡорт теле йылында башҡорт филологияһы факультетында Айтуған Ҡуланчин етәкселегендә Көнсығыш телдәр үҙәге ойошторолған. «Көнсығыш телдәр профессиональ эшмәкәрлектә» тип аталған магистратура программаһы эшләнә, уға киләһе йылда тәүге магистранттар ҡабул ителәсәк.
Ситтән тороп уҡыу бүлегендә 16 бюджет урын планлаштырылған. Уҡыу планында дөйөм педагогик һәм психологик дисциплиналарҙан тыш, көнсығыш телдәрҙе (ғәрәп һәм төрөк телдәре) өйрәнеү буйынса курстар ҡаралған.