Был турала ойошманың киңәйтелгән ултырышында башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин белдерҙе. Тәҡдим Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә ебәрелде. Шуны билдәләп үтәйек: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне.
Комиссия шулай уҡ Өфөнөң — 450, академик, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Нияз Мәжитотың тыуына 90 йыл тулыуға ҡарата «Өфө ҡаласығы-II» («Башҡорт») музей комплексын асыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.