-5 °С
Болотло
“Дәүләт кимәлендә Башҡорт теле көнөн билдәләү - бик әһәмиәтле ваҡиға. Тотош йылды туған телебеҙ билдәһе аҫтында үткәреү, ай һайын уға арналған саралар үткәреү шулай ук бик күркәм күренеш. Һәр хәлдә республика тарихында был беренсе тапҡыр. Бер нисә йыл элек БСТ телеканалында бер көндө башҡорт теленә арнағайнык. Ул ваҡытта беҙ бөгөнгө кимәлде күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Шуға күрә, шөкөр тип әйтергә кәрәк, башҡорт теленә иғтибар йылдан-йыл көсәйә, уға яңы заманса ҡараш барлыҡҡа килә, ҡулланыу даирәһе киңәйә. Республика етәкселәре рәсми сараларҙа башҡортса сығыш яһай. Был телебеҙҙе популярлаштырыу ҙа, таратыуҙа ҙур аҙым. Айырыуса Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы әүҙем эшләй, телде пропагандалауҙа яңынан - яңы алымдар уйлап таба, йәш быуынды йәлеп итә. 25 йыл элек Ҡоролтайҙың баҫма органы булараҡ барлыҡҡа килгән "Ватандаш" журналы ла телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп көс һала: баҫмабыҙҙа "Тел ғилеме" тигән махсус рубрика бар. Беҙ унда көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрәбеҙ, фекер алышабыҙ. Башҡорт телен йомғаҡлау сараһы сиктәрендә Ҡоролтайҙың дипломына лайыҡ булыу беҙҙең Ҡоролтай менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүебеҙ һәм был йүнәлештә матур һөҙөмтәләргә ирешеүебеҙ тураһында һөйләй. Ҡоролтайға беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе баһалаған өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә бергә-бергә эшләргә иҫәп тотабыҙ”,-ти “Ватандаш ” журналы баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева.
«"Һаҡмар" гәзитендә башҡорт телен үҫтереүгә, әсә теленән белем биреүселәргә, ошо йүнәлештәге эштәргә һәр саҡ иғтибар бирелә. Быйыл Башҡорт теле йылы айырыуса йәнле үтте. Махсус конкурстар иғлан ителде, гәзит уҡыусылар башҡорт теленә арналған мәҡәләләре, шиғырҙары менән гәзиттең эстәлеген байытты. Журналистар тарафынан дәүләт телендәге алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу буйынса махсус рейдтар үткәрелде. Башҡорт теле йылында донъя күргән махсус биттәр артабан да "Һаҡмар" гәзитен даими биҙәйәсәк»,- ти мөхәррир Гүзәл Салихова (Иҫәнгилдина).
“Матур, күркәм башҡорт теле байрамы булды. Телебеҙҙең киләсәге бөгөнгөнән тора - заманға ярашлы, йәштәрҙең ихтыяжына яуап бирерҙәй проекттар булыуы ҡыуандыра. Милләтәштәребеҙҙе ойошторған, берләштергән, кимәлен күтәргән саралар күберәк булһын ине. Саранан тағы ла дәртләнеп ҡайттыҡ. Ҙур рәхмәт!”-ти “Бәхетнамә” тапшырыуы алып барыусыһы Гөлнара Муллаҡаева.