Бөтә яңылыҡтар
2020 - Башҡорт теле йылы
3 Декабрь 2020, 22:00

Башҡорт телендәге видеоролик өсөн iPhone 11!

Интернет, социаль бәйләнештәр үҫешкән заманда башҡорт теле йәшәһен, юғалып ҡалмаһын өсөн, уның халыҡ-ара селтәрҙә мөмкин тиклем күберәк булыуын тәьмин итергә кәрәк. Бөгөн ошо йүнәлештә байтаҡ ҡына эштәр алып барыла. 14 декабрь – Башҡорт теле көнөнә арналған саралар рәтендә лә интернет-конкурстар бихисап.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән «Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» социаль видеороликтар конкурсы ла социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Эштәр 2020 йылдың 10 декабренә тиклем ҡабул ителә, ҡатнашырға теләүселәрҙең йәше сикләнмәй. Бәйгене ойоштороусылар бүләккә Apple iPhone 11, ноутбук, планшет вәғәҙәләй. Социаль ведороликтарҙың миҫалдары түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы йәнә «Иң популяр башҡорт блогеры» тигән конкурс иғлан итте. Был бәйгелә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы, йәғни башҡорт блогерҙары үҙҙәренең аккаунттарына һылтанманы 2020 йылдың 8 декабренә тиклем [email protected]. адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Еңеүгә дәғүә итеүсенең блогы, тәү сиратта, башҡорт телендә алып барылырға һәм эстәлеге буйынса конкурс талаптарына тап килергә тейеш. Еңеүселәргә шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр һәм Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығынан дипломдар тапшырыу ҡаралған.
Социаль видеороликтар һәм башҡорт блогерҙары конкурсында еңеүселәр 12 декабрҙә Арт-квадратта «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» тип исемләнгән сарала бүләкләнә.
Мәғлүмәт һәм фото Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас: