Бөтә яңылыҡтар
2020 - Башҡорт теле йылы
2 Декабрь 2020, 14:00

14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау маҡсатында булдырылған көн йыл һайын бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.

Башҡорт теле көнө алдынан республикала бихисап саралар үтә. 2 декабрҙән социаль селтәрҙәрҙә “Аҫылташ” интернет марафоны башлана. Унда йәш авторҙар башҡорт телендә шиғырҙар уҡый.
Төп саралар 14 декабрҙә үтер тип күҙаллана. М.Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу, Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика асыҡ дәресе үтә, республика сауҙа үҙәктәрендә төрлө саралар, шул иҫәптән “Mere”, “Ультра”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе, Башҡортостан Башлығы грантына проекттар һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталарҙың презентацияһы була. Байрамдың концерт өлөшөндә башҡорт КВН командаларының, этно-рок төркөмдәрҙең сығышы көтөлә, балалар өсөн “Балалар театры” ойошторола.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башланғысы менән Башҡорт теле көнө 2016 йылдар бирле үткәрелеп килә. Өфө ҡалаһында 2019 йылда уҙған 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөн йыл һайын үткәрергә тәҡдим итте.
Республика баҫмаларынан.
https://tabin.rbsmi.ru/news/14-dekabr--Bash-ort-tele-k-n-569499/
Читайте нас: