Бөтә яңылыҡтар
2020 - Башҡорт теле йылы
17 Ноябрь 2020, 12:25

БАШҠОРТ БРЕНДТАРЫ ӨСӨН ТАУЫШ БИРӘЙЕК

Быйыл илдә тәүге тапҡыр “Рәсәй тәмдәре” тигән аҙыҡ-түлек тауарҙары конкурсы иғлан ителде. Әлеге мәлдә заявкалар ҡабул итеп бөтөлгән. Башҡортостан етештереүселәре был йәһәттән башҡа төбәктәргә алдынғылыҡты бирмәй. Республиканан 26 заявка бирелгән.

Был турала республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Конкурстың ойоштороусыһы – Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы.
Маҡсат – Рәсәй ҡулланыусыларын ил төбәктәрендә етештерелгән төрлө аҙыҡ-түлек брендтары менән таныштырыу, уларҙың үҫеш мөмкинлектәрен асыҡлау. Ойоштороусылар сараның тағы бер мөһим яғына иғтибар йүнәлтә: агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ҡаҙаныштарын күрһәтеү, ил төбәктәрендәге ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн яңы йүнәлештәрҙе билдәләү.
Конкурсҡа Башҡортостандан бирелгән ғаризалар араһында иң беренсе, әлбиттә, башҡорт балы иғтибарҙы йәлеп итә. Бәйгегә республиканың 26 предприятиеһы ошондай продукцияһын тәҡдим иткән! Уларҙың иң ҙуры – Мәләүез районынан “Ышаныслы бал” ойошмаһы. Бында продукцияның төрлө төрҙәре етештерелә, ойошманы республиканан ситтә лә яҡшы беләләр.
Башҡортостандағы иң сифатлы ҡаҙы етештереүселәрҙең береһе – Алмас Әлимбәковтың крәҫтиән (фермер) хужалығы – конкурсҡа үҙ продукцияһын сығарған. 2019 йылға тиклем фермер яҡындары, ғаиләһе өсөн генә ҡаҙы эшләһә, аҙаҡ республика баҙарына сығырға хәл итә. Өфө районы Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан “Тришин деликатестары” ауыл хужалығы кооперативы ла ҡаҙ етештереү менән шөғөлләнә.
Әйткәндәй, 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем теләгән бер кеше тауыш биреүҙә ҡатнашып, иң оҡшаған продукцияны һайлау мөмкинлегенә эйә. Ошо рәүешле рәсәйҙәр үҙҙәре йәшәгән төбәккә, уның етештереүселәренә тауыш йыйырға ярҙам итә ала.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ номинацияла финалсылар билдәләнеп, уларҙы артабан эксперттар комиссияһы ҡарап, еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ.
Фото: республика Хөкүмәте сайты.
Равиля Гатауллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Bash-ort-brendtari-s-n-tauish-bir-yek-547127/
Читайте нас: