Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Апрель 2021, 09:25

Өмөтлө яҙмыш (булған хәл)

Эй, Тәңрем, зинһар ошо балаларҙың ата-әсәһен аҡылдарына килтер, сабыйҙар наҙға, бәхеткә юҡһынмаһын, етемдәр һаны артмаһын ине.

Тәҙрә быялаһын өрөп ялай торғас, Мәүсиләнең ирендәре өшөнө, хатта теле лә ҡалынайып, бәләкәс кенә ауыҙына һыймай башланы. Бөгөн балалар йортондағылар мәктәпкә барманы, урамға сығырлыҡ түгел, елеккә үтерлек һыуыҡ. Ҡырҡ тирәһе барҙыр, һыу ташыусы Барый бабай уҡытыусы Ҡәҙриә апайға шулай һөйләнеп торҙо. Уҡытыусы апай мөйөштә уларҙы тыңлап торған Мәүсиләнең арыҡ арҡаһынан йомшаҡ ҡына һөйҙө. Быны күргәс, Мәүсиләнән өс йәшкә генә оло класташы Гөлйәүһәр әсе телләнеп:
- Эйе, етем (йәтим) булғас ни йәлләйҙәр инде, беҙҙе лә атай-әсәйебеҙ көн дә һөйә ине, - тине. Мәүсилә класташтарынан ғәрләнеп, ирендәрен турһайтып, ятаҡта урынлашҡан пионер бүлмәһенән атылып тигәндәй сығып, йоҡо бүлмәһенә йүгерҙе. Ул күҙҙәренә тығылған эре йәштәрҙе тыя алмай иланы ла иланы. Ҡыҙҙың буҫыҡҡан тауышын ишетеп, уның артынан бүлмәгә кергән Ҡәҙриә апаһы оҙаҡ ҡына уны йыуатты.
- Мин шыр етемдер шул. Өфөләге балалар йортонда тәрбиәләнгән Мирас ағайым ФЗУға уҡырға инеп йөрөй, уны тамамлағас, килеп алам тине, - тип шыңшый-шыңшый һөйләнде Мәүсилә.
- Килер, ни эшләп килмәһен. Бына мин дә ҙур булһам да гел атайымды көтәм, беҙ икәүләп көтәсәкбеҙ, эйе бит, Мәүсилә, - тине уҡытыусыһы.
Ҡыҙҙың күңеленә йылылыҡ инде. Эстән генә, эй ошо Ҡәҙриә апай миңә еңгә булһа, Гөлйәүһәр ни эшләр ине икән? Ене ҡоторор ине, белеп торам, тип уйланы. Ул бер аҙ тыныслана төшөп, Ҡәҙриә апаһының итәгенә башын һалған көйө мышнап йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Мәүсилә таңда өшөп уянып китте, күҙҙәрен ҙур асып карауатынан тороп, әле көндөҙ иретеп уйған тәҙрәгә ҡараны. Уйым төрлө сәскәләр яһап яңынан туңғайны, етмәһә, тәҙрә тупһаһына ҡалын боҙ ҡатҡан. Туңмаҫлыҡ та түгел, был ятаҡ ишаратына ла хан заман. Заманында мөғәллимдәр, муллалар уҡытып сығарған Стәрлебаш мәҙрәсәһе бит, ныҡ туҙған. Гөлйәүһәргә рәхәт, ул әсәһенең төрмәнән ҡотолоп ҡайтҡанын көтә. Әсәһенән хат-хәбәр ҙә килеп тора, иҫән булһа ҡасан да ҡайтыр. Ә Мәүсиләнекеләр бит теге донъяла.
Балалар йорто ашханаһында тамаҡ туйып ашарлыҡ булмаһа ла, Аллаға шөкөр, йән аҫрап була. Йәй көндәре балалар йорто урамындағы бесәй үләненең «әпәйен», һуңынан тамырҙарын йолҡоп ашайһың. Йәй тамаҡ туҡ, уҡытыусылар яҙ булһа яланға алып сыға, шунда йыуа, ҡаҡы, балтырған ашап туяһың, ә ҡышын етемдәргә ашау наҡыҫ. Иртән бер телем икмәк менән сәй, төш шыйыҡ ҡына кәбеҫтә һурпаһы, үтә күренмәле сәй, бер киҫәк икмәк, ә кисен мейестә тәгәрләткән өс бөртөк ваҡ бәрәңге бирәләр.
Мәктәптәре балалар йортонан алыҫ. Аяҡта брезент ботинка, ул да иҫке, өс айға бер еп ойоҡ. Мәктәпкә барып еткәнсе өшөйһөң, класс бүлмәләре лә һалҡын. Шуғалыр балалар йыш ауырый. Шәфҡәт туташы Миңлегөл апалары хатта өйөнә ҡайта алмай балалар эргәһендә ҡунғылай. Ә тәрбиәсе Маһинур апалары серҙәш тә, күптәр өсөн әсәй ҙә. Утынды балалар үҙҙәре яҙҙан уҡ урмандан ташып әҙерләй. Балалар йортоноң ни бары бер аты, бер һыйыры бар. Олораҡ класс уҡыусылары бесәнде ҡара көҙгә тиклем әҙерләй. Әммә ошо етемдәрҙең юлында ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, улар бирешмәҫкә тырыша.
Бер нисә йылдан улар уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышты. Күптәре артабан уҡып, үҙҙәренә кәрәкле һөнәр алды. Мәктәпте тамамлауға Мәүсиләгә лә ағаһынан күптән көткән хәбәр килде. Ул ФЗУны тамамлап, эшкә йүнәлтмә алған. Егет һеңлеһе Мәүсиләне үҙе янына Өфөгә саҡырғайны. Ҡыҙ тиҙ үк йыйынып юлға сыҡты, әммә һуңланы. Ағаһының дуҫы Рауил Мәүлетов исемле егет Мирасты Силәбе заводына эшкә ебәреүҙәре, әле генә уның тимер юл вокзалына китеүе тураһында белдерҙе. Мәүсилә Рауилға эйәреп Өфөнөң тимер юл вокзалына йүнәлде. Бер туҡтауһыҙ үтеп торған поездар араһынан, перрондағы халыҡ төркөмөнән ҡыҙ ағаһын оҙаҡ эҙләһә лә тапманы. Инде өмөтөн өҙөп кире китергә ниәтләнеп артҡа боролғайны, ҡуҙғалып барған поезд тәҙрәһенән ағаһы, Рауил менән Мәүсиләне танып: «Һылыу, хуш, яҙырмын», тип ҡысҡырҙы. Тик уларға ҡабат осрашырға яҙманы, Мирас ағаһы һыуға төшкәндәй юғалды. Өфөлә ағаһының буш карауатында бер төн йоҡлап, йәшәр урыны булмаған ҡыҙ ауылға атаһының бер туған ағаһы Ғатаулла ҡарт менән Зәмзәбикә инәһенә ҡайтты. Балалары булмаһа ла уны бик үк ҡыуанып ҡабул итмәне ҡарттар. Шулай ҙа Мәүсилә көн һайын иҙән, тәҙрәләрҙе ҡырып йыуып, хужаларға ярарға тырышты. Ә берҙән-бер көн күрше ауылда йәшәгән ике туған Өмөтбикә исемле апаһы килеп ингәс, һөйөнөп уны ҡосаҡлап уҡ алды. Уныһы, Мәүсиләне йәлләпмелер, үҙенә эйәртеп Һарайҫаға алып ҡайтты ла китте. Ҡыҙ ауылда һауынсы булып эшкә урынлашты. Әммә Мәүсилә ваҡыты-ваҡыты менән ағаһының бүлмәләш дуҫы Рауилды иҫенә төшөрөп көрһөнә, йә уның шаяртып әйткән һүҙҙәрен хәтерләп йылмайыр ине. Исмаһам, ҡайһы яҡтан икәнен дә һорашмаған бит, ҡыҙ башын баҫып эшләп, Рауилды оноторға тырышты. Күпмелер ваҡыт эшләгәс, бер көн һыйыр һауған ҡыҙҙарҙың шырҡылдашып көлгәнен ишетеп, Мәүсилә феләккә һөт һөҙөп ҡойоп торған ерҙән туҡтап тегеләргә ҡараны. Ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһында Рауил тора. Теге ҡыҙҙар Рауилдың Мәүсиләгә ҡарап күҙ ала алмай торғанынан көләләр икән. Рауил да үҙ ауылына ҡайтып, мал ҡараусы булып эшкә сыҡҡан, имеш. Бына шулай ике йәш йөрәк араһындағы тәүге осҡон ҙур мөхәббәткә әүерелде.
Улар ҡауышып, матур ғына ғаилә ҡорҙолар. Донъя үҙенекен итте. Тигеҙ ғаиләне шатландырып бер-бер артлы балалары тыуҙы. Бер аҙҙан үҙҙәренә ағастан яңы йорт бөтөрөп, алты балалы бәхетле әсәмен, тип йәшәгән сағында Рауил ҡапыл вафат була. Мәүсилә атай ҙа, әсәй ҙә ролен үтәп, балаларына етемлекте күрһәтмәҫкә тырышты...
Хәҙер балалары башлы-күҙлеләр. Үҙҙәре балалар үҫтерә. Тик әллә нимәһенә төрлө уйҙарға бирелеп, Мәүсилә кисәнән бирле тәҙрәнән күҙ алмай йәненә урын тапмай. Йоҡо бүлмәһенә инеп, ятҡан мендәрҙәрен һуҡҡылап, күпертеп һалды. Кисәге гәзитте ҡулына алып яңынан уҡыны, уйҙары уны тағы ла Стәрлебаш балалар йортона алып китте.
Эй, етемлек... Йәйен балаларҙың ҡойма ярығынан, ҡышын туң тәҙрәне өрөп иретеп яҡындарын көткән саҡтарын яңынан иҫенә төшөрөп йөрәген телгеләне. Йә, Хоҙайым, хәҙерге ваҡытта тере атай-әсәйҙәре барҙа балаларын приютҡа илтһендәр әле, таш бәғерҙәр. Эскесе булғас ни эшләһендәр, башҡаса сара юҡтыр, күрәһең, тип һөйләнде үҙ алдына Мәүсилә. Элек, заманына күрә, ата-әсәһе халыҡ дошманы булһа, йә аслыҡтан түҙә алмай, ә күптәре үкһеҙ етемлектән килеп эләгә ине шул приютҡа. Бала күңеле нескә ҡыл кеүек, ата-әсәһе нисек кенә законға ҡаршы йәшәмәһен, ул йөрәк төпкөлөнә йәшереп, әсәһенең наҙлы ҡосағын көтә. Ата-әсәһен төштәрендә күреп, илап, һаташып уяна улар. Бала йөрәгендәге әсе һағышты, күҙҙәрендәге өмөтлө талсығыуҙы, бәлки, етемлектең ауыр ғазаптарын, етемлек күрмәгәндәр аңламайҙыр. Мәүсиләнең һөрән һалып әллә ҡайҙарға еткәнсе ҡысҡырғыһы килде. Эй, Тәңрем, зинһар ошо балаларҙың ата-әсәһен аҡылдарына килтер, сабыйҙар наҙға, бәхеткә юҡһынмаһын, етемдәр һаны артмаһын ине.
Шул саҡ кемдер әкрен генә ишек ҡаҡты.
- Керегеҙ, - тине Мәүсилә, уйҙарынан арына алмай.
- Әсәй, был мин.
Кесе улы ҡайтҡан икән. Әсә уны һөйөнә-һөйөнә ҡосаҡланы.
- Йә, балам, оҙаҡланың да баһа был юлы. Юл төшмәнеме ни? - тине самауырын өҫтәлгә ултыртып. Улы шуны ғына көткәндәй, күстәнәстәрен сығарып өҫтәлгә ҡуйҙы. Икәүләп сәй эсергә ултырҙылар.
- Әсәй, мин атай нигеҙен ташламай, урамға өй һалырға булдым әле, - тине кинйәһе.
Мәүсилә күҙенә тығылған һөйөнөс йәштәрен тыймай илап ебәрҙе.
- Рәхмәт, балам, - тине ул оло ғорурлыҡ менән.
Ошо мәлдә әллә ниндәй уйҙар кисереп бөттө Мәүсилә. Икенсе көн улы эшенә киткәс, күршеләренә, улым ҡайтып өй һаласаҡ, тип һөйөнсөләп сыҡты. Тимәк, киләсәк яҙмышы өмөтлө Мәүсиләнең.
Нәзирә ИШҠОЛОВА.
Читайте нас: