Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Февраль 2021, 11:05

Таштуғайҙың ике батыры: Өфөлә Хөрмәтулла Үтәшевтың китабының исем туйы үтте

Ошо исем аҫтында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөрмәтулла Үтәшевтың тормош һәм ижад юлына арналған китабының исем туйы үтте.

Баҫма аша Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисының нәҫел-тамырҙары менән яҡындан танышырға мөмкин.
Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғаззали Үтәшев та телгә алына. Ул заманында республиканың билдәле көрәшсеһе булған. Китап автобиографик нигеҙҙә ижад ителгән. Хәтирәләр Хөрмәтулла Үтәшевтың ғаилә альбомынан алынған фотолар менән байытылған.
Яңылыҡтарҙан.
https://bash.news/bash/news/145211-tashtugayzyn-ike-batyry-efele-khermetulla-uteshevtyn-kitabynyn-isem-tuyy-utte
Читайте нас: