Көтмәгәндә район үҙәгендә Тәғәт бабайҙы осраттым. Шулай осрашһаҡ, беҙ, ауыл кешеләре, нисек кенә ашығыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мотлаҡ туҡтап иҫәнлек-һаулыҡ һорашабыҙ.
Ә был юлы Тәғәт бабай:
− Әйҙә, өй күрһәтәм, һатып алырға уйлайым,− тип аптыратты. Әммә мин бер нәмә лә һиҙҙермәй, әйҙә, тинем. Оло кешене үпкәләткем килмәне, ә ул ҡул һелтәгән урам йәнәштә, етмәһә, ҡыҫҡа ғына, ары - йылға аға.
Яҡшы өй. Юл ситендәге соҡор аша һалынған күперҙән үтеп, яҡын килдек. Йәл, йорт эсенә инә алманыҡ, хужабикә ҡайҙалыр киткән булып сыҡты.
− Йәнәштә генә йылға аға, яр буйҙары, ал, бабай, − үҙем шулай тигән булам, ә башта төрлө уйҙар.
Тәғәт бабайға нисә йәш икән? Инәйем, беҙ бер синыфта уҡыныҡ, ти торғайны, ә инәйемдең теге донъяға киткәненә инде ун биш йыллап.
−Тәғәт бабай, ә һиңә нисә йәш?
−Ә-ә-ә! Туҡһан да юҡ әле, − тип хәйләкәр генә ҡарап ҡуя, − киләһе йыл ғына була, − еңдән тарта. − Әйҙә, баҡсаһын күрһәтәм. Ай, унда ниндәй баҡса! Ай-ай-ай! Тирасалап ултыртҡандар, − тип аңлата, минең аптырап киткәнде күреп, баҫҡыс-баҫҡыс итеп.
− Террасса эшләп!
− Әйе, әлбиттә.
Ысынлап та, бик матур. Ә бында башҡаса ултыртып та булмай, йылға яры булғас, тигеҙ урын түгел. Ҡойма янында килеп, хужабикәне маҡтап, һоҡланып торҙоҡ та, кире китергә ынтылдыҡ.
− Өйө шәп, йылға буйы, ал, бабай.
− Үҙемдекен һатам, ялҡытты, ике хужаға һалынған өй.
Мин уға булышырға була, терһәгенән тотоп, беҙ атлап ингән күпергә ымлайым, ә ул үҙ - үҙе менән һөйләнгәндәй итеп:
− Һин үҙең урап үт, ә мин канау аша ғына һикерәм.
Һикерҙе. Еңел генә итеп ынтылды ла, хәйләкәр йылмайып, теге яҡта баҫып тора. Бына нисек икән, тип иҫем китеп ҡарап торҙом.
− Улайһа, мин дә һинең арттан.
Ырғыным. Ярай көлкөгә ҡалманым. Килгән юлыбыҙҙан кире менеп барабыҙ.
− Бабай, һин беҙҙең ауылда шундай шәп бер бөртөктөр?
− Э-э-э... Минме? Һин элек беҙҙең ауылда ниндәй кешеләр йәшәгәнен белмәйең. Мин нимә? Элеккеләргә етергә, ҡайҙа ул? Во! Бына шундай кешеләр йәшәне, − танау төбөндә уның тырнағы уртаға ярылған баш бармағын күреп ҡалам. − Ишеткәнең юҡмы? Ҡара Шабан исемле бер кеше булған. О-о-о! Мин ул саҡта малай ғына инем. Әле ниместәр менән һуғыш бара ине, − бер аҙ тын торғас.− Әйҙә, мине оҙатып ҡуй ҙа, юлда һөйләрмен, − уйға батып килде лә, хәбәрен башланы.
−Беҙҙә әйтәләр бит, ауыҙ тултырып һөйләргә була тип, бына уның тураһында шулай һөйләргә була инде. Урыҫтарҙа ла ундай кешеләр барҙыр, тик улар улай тип әйтмәй. Бына беҙҙә ундайҙар элек булған. Ауыҙ тултырып һөйләрлек кешеләр хәҙер юҡ. Ваҡланды халыҡ. Ундайҙарҙы осратмаҫһың, элеккеләр хаҡында һөйләргә генә ҡала. Бына Ҡара Шабан ағай тураһында тыңла әле.
Уны батыр, тип кенә әйтһәң дә, аҙ булыр. Ҡурҡыу белмәҫ, сая кеше... Ут! Ике метрҙай буйлы, көрәк хәтле ҡуллы, бер һүҙ менән әйткәндә, геүәрдин. Әзмәүерҙәй ошо ағай бер йыл яңғыҙы ике бүре тотоп алып ҡайта. Нисек алған тиһең ул йыртҡыстарҙы? Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә. Бүренең төҫөн гел һоро тип һөйләйҙәр, ә былар ҡара була. Быҙау хәтле, алдашмайым. Аяҡтары арҡыры бәйләнгән бүреләрҙе Муллағәлиҙең мунса соланына индереп ырғытҡан. Ни эшләп ундамы? Ә белдерәһе килмәгән. Тик бындайҙы халыҡтан йәшерерһең?! Әлбиттә, йыйылышҡандар. Ә беҙ, бала-саға беренсе инде ундай саҡта. Ниңә Муллағәли ағайғамы? Уның өйө иң ситтә, сөнки.
Ҙуры ҡыҙыл күҙҙәрен тазырайтып, аҙау тештәрен ыржайтып ята. Ә тештәре? Во! Тик бәләкәсе халыҡ йыйылғас ҡына йән бирә. Йәл, кәнишнә. Күрәһең, Ҡара Шабан ағай нығыраҡ биргән.
Гөж килә кешеләр, иҫтәре китә Ҡара Шабанға. Муллағәли ағайҙың мунсаһын саҡ емермәйҙәр, ул аптырап тормай, йыртҡыстарҙы һөйрәп ярға ала ла сыға.
—Үәт эт малай, паҙи ҙа, суҙи һин уны, — тип бот сапты силсәүит председателе сулаҡ Мөхтәрәм ағай.
Бүреләр генә нимә? Бүреләр пүстәк, ул бер үҙе дүрт дезертирҙы ҡулға алды.
Һуғыш бара ине тинем. Ҡырҡ өсөнсө йыл, тимәк, ике йыл инде барған. Миңә ун ике йәш. Дүрт дезертир Ташлы ҡулда ҡасып ятҡан. Ауылда был хәбәр тәүҙә урыҡ-һурыҡ ҡына йөрөй. Имеш, Красноуфимск станцияһында поездан һикереп төшөп ҡалғандар ҙа, йүгергәндәр урманға. Ҡасып ятырлыҡ ҡуйы урмандар ҡайҙа? Беҙҙә, әлбиттә.
Әллә ысын, әллә буш, йәнәһе, ауыл бисәләре уларҙы күреп ҡалған, һөйләгән шунан бер күршеһенә, уныһы - икенсеһенә, аҙаҡ - өсөнсөһөнә.
Ысын икәне аҙаҡ билдәле булды инде. Зәйтүн әбей, урыны ожмахта булһын, беҙҙе йыуа йыйырға алып китте. Бик тә хәйләкәр әбей ине. Шунда Һоя буйында ерҙе соҡоп йәшәп ятҡан бәндәләргә тап булдыҡ. Икеһенең ҡулында мылтыҡ, ҡалғандарында − сапёрҙар көрәге, ә өҫтәрендә - уңған гимнастёрка, аяҡтарында - обмоткалы ботинка.
Һатыу итеп урыҫ араһын байтаҡ тапаған Зәйтүн әбей, бик үткер ҡарсыҡ тинем, эстән ҡалтыранһа ла, тыштан һиҙҙермәне, ҡасҡындарҙың һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙҙәренә башын ҡыйшайтып ҡына ҡарай-ҡарай, йәлләткес тауыш менән урыҫсалап: «Балаҡайҙарым, һеҙ ни эшләп мылтыҡ асып алғанһығыҙ, көрәк тә тотҡанһығыҙ?»
«Беҙ үҙебеҙ атабыҙ ҙа, үҙебеҙ күмәбеҙ», − тине шунда бик уҫал тойолғаны, башлыҡтарылыр, күрәһең.
Береһе беҙ арҡаға асып алған тоҡтарҙы ергә бушатты. Әллә нәмә лә юҡ ине: Шәрип малайҙарыныҡынан дүрт йомортҡа тәгәрәп килеп төштө, Мостафаныҡыларҙа бешкән бәрәңге, ике шешә һөт.
Ҡасҡындар, йыртҡыс шикелле, аҙыҡҡа ташланды, тубыҡланып ҡабығы-нийе менән йомортҡа ашай башлағас та, Зәйтүн әбей, уларға аптырашып аҡайышҡан беҙҙе, йоҙроҡ күрһәтеп, әйҙәй-әйҙәй, табан ялтыраттыҡ.
Бына был хәбәр ауылдың бер осонан икенсеһенә, шунан күрше ауылдарға таралды.
− Булыр, − ти берәүҙәре, икенселәре уларҙы йөпләп, − мал-тыуар, ҡош-ҡорт юғала, ҡайҙа була, шуларҙың ғына эше.
Әйтерһең, быға хәтлем беҙҙең ауылда бер ҡасан да, бер нәмә лә юғалмаған.
−Шәмсенисаның егерме дүрт ҡаҙын алып киттеләр, утта һыу кеүек юҡ булды, осоп китмәгәндәр бит инде. Колхоз келәттәре аяҡ аҫтында ғына, бер ҙә ас түгелдәрҙер, ул хөкүмәт кешеләренең башаҡ киҫкән етем-йоҫоҡҡа ғына көсө етә, − тип тә өҫтәй ҡайһы бер бик уйлап һөйләшмәгәндәре.
−Һөйләмә юҡты, ти өсөнсөләре, һалдаттарҙы уларҙы пулемет менән икенселәре һаҡлай, юлда ла автомат менән уратып алалар, һуғышҡа керһәләр арттарында торалар, аҙ ғына ситкә тайпылһа, ата ла үлтерә, заманына күрә хөкүмәт шундай закон сығарған.
Ҡасҡындар тураһында кешеләр бер һөйләп ала, бер онотоп тора. Колхоз эше менән ыҙаланған аслы-туҡлы кешеләргә әллә бар, әллә юҡ дезертирҙар ҡайғыһы булмай, әлбиттә. Тик силсәүит, ҡыҙыл әләмле йортта йоҡламайҙар. Бер көн ике милиционер килеп, урындағы биш-алты ауылда бер участкауай, силсәүит Мөхтәрәм ағайҙы, колхоз председателе Хужин бабайҙы, тағы аҡһаҡ Ғәйнетдин ағайҙы эйәртеп, Ташлы ҡул, Һоя буйҙарын ҡыҙырып йөрөй. Тик ер аҫтына төшкән кеүек юҡ була ҡасҡындар.
Ысынлап та, дезертирҙар был ваҡытта ер аҫтында була, быныһы аҙаҡ ҡына беленде. Йыраҡтан ҡарап торғанда күҙгә бәрелерҙәй бер нәмә лә тойолмаған урында, йыртҡыс ояһы кеүек тишектән шыуып кереп, ерҙе соҡоп землянка яһаған була был бәндәләр. Шунда ҡасып яталар. Балыҡ тотҡанда шул урынға барып сыҡтыҡ. Эстә шыршы ботаҡтары, сепрәк-сапраҡ түшәлгән йоҡлар урындары ла бар. Тик бигерәк һаҫыҡ, танауҙы ябып, сығып ҡастыҡ. Фу-у, түҙеп торорлоҡ түгел, етмәһә, шығырым бет.
Эҙләйҙәр, әлбиттә. Райондан тағы бер киләләр, был юлы хәрби комиссар үҙе, хеҙмәткә саҡырылған 1926 йылғы алты егет, уларҙың винтовкаларында бер обойма патрон да була. Тағалар быларға юл күрһәтергә участкауайҙы, силсәүит Мөхтәрәм ағайҙы, улар ни тауҙан тауға йөрөтә тегеләрҙе. Ахыры, аяҡһыҙ булып арып, Ҡабыҡ кисеүгә, йәйләүгә барып йығылалар, таңға хәтлем иҫ белмәй рәхәтләнеп йоҡлайҙар, иртән ҡараһалар, винтовкаларҙан елдәр иҫкән.
Кем алған, ҡасан кергән, нисек һиҙмәгәндәр? Дүрт ҡасҡын алғанмы, әллә башҡа дезертирҙар килеп сыҡҡанмы?
−Бына бит, бына, поди ҙа, суди,− тип ботона һуғып, төкөрөндө силсәүит Мөхтәрәм ағай.
Бер көн ауыл кешеләренең иҫен китереп, ҡулына үткер балта ғына тотҡан Ҡара Шабан ошо дүрт әҙәм аҡтығын аллы- артлы теҙеп:
− Раз-два, раз-два! − тип атлатып, урам буйлап силсәүиткә алып килә, тегеләрҙең буш винтовкаларын арҡаһына аҫып алған, һул ҡулына сапёр көрәктәрен тотҡан.
Улар артынан беҙ, малай-шалай, ямаулы быймаларын кейгән Хәтим бабай, таяғына таянып алған да, тәнтерәкләй, артҡараҡ ҡалып ҡатын-ҡыҙ эйәрә. Үрге остан ауыл уртаһына килеп еткәнсе халыҡ арта ғына бара. Власть килеп еткеләгәнсе ҡайһылары ҡасҡындарҙың әпәй шүрлегенә лә менеп төшөргә маташа, арала уларҙы бәреп үлтерергә теләүселәр ҙә табыла. Һуғыштан аяҡһыҙ булып ҡайтҡан сатан Хикмәт ағай бик һелтәнә ҡултыҡ таяҡтары менән. Иренә ҡара ҡағыҙ алған Маһинур апай, асыуынан йөҙө ҡыҙарып, сар-сор килеп йәбешә берәүһенә, саҡ айырып алалар. Ҡара Шабан ундайҙарға боролоп уң ҡулына ҡыҫып тотҡан балтаһын өҫкә күтәрә:
−Самасутмы? Не пазволю-у-у!
Йүгертәләр бер егетте арҡанға, дезертирҙарҙы бағанаға бәйләйҙәр, тора улар шунда ҡашынып, мая твоя не панимай.
−Әһә, эләктегеҙме, - ти шул арала килеп еткән беҙҙең силсәүитчик, ул тәүҙә Ҡара Шабандың ҡулын ҡыҫа, аҙаҡ халыҡҡа боролоп былай ти:
−Паҙи ҙа, суҙи… Бөтә ил ҡан ҡоя, бисәләренә хәтле яуҙа, ә былар ҡасып яталар, панимаешь. Сталин расстрел ти, быларға. Расстрел − дезертирҙарға!
Шул саҡ халыҡ ҡабат ҡасҡындарҙы һырып алмаһынмы, Мөхтәрәм ағай хатта ҡурҡып ҡала. Ә Ҡара Шабан балтаһын күтәреп тағы халыҡ алдына сыға:
−Колымаға китәһеҙ килдеме? Назат! Самасут не позволю-у!
Ул райондан милиция килеп еткәнсе, халыҡты тотоп тора. Ҡасҡындарҙы күмәкләшеп туҡмап үлтерһәләр, китә ине ярты ауыл Колымаға.
Бына шундай кеше була Ҡара Шабан ағай. Бик шәп кеше була.
Тик үлеме генә бик үкенесле була. Насар була уның әжәле. Үгеҙ арҡаһында үлә. Бик йәл. Уны ферма мөдире итеп ҡуйҙылар. Мөдир тигәс тә кеҫәһенә ҡулын тығып бойороҡ ҡына биреп йөрөмәне инде, малай-шалайға ышаныс аҙ тип, һыйырҙарҙы ла үҙе көттө, төнөн ҡарауылда ла торҙо, етмәһә, нәҫел үгеҙен дә ҡараны.
Һыйырҙарҙы ҡыуып килтереп, һауынсылар эшкә тотонғас, уның ҡарауыл өйөнә инеп ял итеп ала торған ғәҙәте бар ине. Ҡатын-ҡыҙҙар сәрелдәшеп биҙрәләрен тотоп йүгерешкәнгә аптырап килеп сыҡһа, кәртә эсендә торған үгеҙ бағананы ауҙарып килеп сыҡҡан икән. Ҡара Шабан ағай йүгереп килә лә, уның танауына кейҙерелгән дүңгәләгенән тотоп ала. Шунан ғына эләктереп керетеп ҡуя, йәнәһе. Ҡайҙа ул! Күҙҙәре ҡыҙарған, ауыҙынан һеләгәйҙәре ағып торған үгеҙ аяғы менән ерҙе тырнап, мөгөҙөнә эләктереп, уны өҫкә ырғытып ебәрмәһенме... Башы артҡа ҡайырылып, ике ҡулы ҡанат кеүек елпенеп кенә өлгөрә. Ергә лә килеп төшә. Тороп йүгерергә өлгөрмәй ҡала, үгеҙ артын ян-яҡҡа һикертеп кинәт борола ла, ҡабат уны ергә килтереп һылай. Ҡатын-ҡыҙ сар-сор килеп ҡаса. Ярай һыбай ат шунда йөрөй, мин һикереп менеп ауылға саптым. Ә мине фермала, исмаһам, һөткә туйырһың тип, инәйем янында йөрөтә торғайны. Кешеләр килеп, үгеҙҙе мылтыҡтан атып үлтергәнсе, ҡасандыр Ҡара Шабан булып ер емертеп йөрөгән кешенән бер нәмә лә ҡалманы шул.
Ә бына уны ни өсөн Ҡара Шабан тип йөрөткәндәрен, белмәйем. Был хаҡта бер кем дә асыҡлап ҡына әйтмәҫ. Ә бына ике бүре тотоп алып ҡайтҡанын, дүрт дезертирҙы ҡулға алғанын белгәндәр ҙә ҡалманы инде. Йәшен йәшәгәнерәктәре энәһенән ебенә хәтлем һөйләп бирер ине, тик уның нисек үгеҙҙән һөҙөлөп үлгәнен генә өндәшмәҫтәр, үлем хаҡында беҙҙең ауылда бик һөйләргә яратмайҙар ҙа.
Бына шулай мин Тәғәт бабайҙы өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙым, бер ыңғай тарих та тыңланым. Беҙ, ауылдыҡылар, әгәр районда үҙебеҙҙекеләрҙе осратһаҡ, нисек кенә ашыҡһаҡ та, туҡтап хәл һорашабыҙ, ҡайһы саҡта уларҙан шундай ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр ҙә ишетәһең. Эйе, шулай.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.