Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Февраль 2021, 12:25

Үҙ өйөмдөң йәме

Һеҙгә хеҙмәт ветераны Вәсилә Маскованың шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ

Үҙ өйөмдөң йәме
Үҙ өйкәйем, өйкәйем,
Өйкәйем, ояҡайым.
Үҙ өйөмә ҡайтып инһәм,
Ләззәт таба йәнкәйем.
Үҙ өйкәйем матурҡайым,
Өйкәйем ҡурсаҡ ҡына.
Өйкәйемде һағынып ҡайтам,
Күрмәй торһам саҡ ҡына.
Үҙ өйкәйем йылыҡайым,
Һин миңә көс биреүсе.
Йәм биреүсе, шатлыҡ өҫтәп,
Йәшәргә гел өндәүсе.
Күңелдәрем күтәрелә,
Ҡайтып инһәм йыраҡтан.
Бар нимәм дә миңә яҡын,
Ҡәҙерле алтын заттан.
Тәҙрәләрем көлөп тора,
Ҡунаҡсыл хужа кеүек.
Фәрҙәләрем ҡолас йәйеп,
Мине әйҙүкләй кеүек.
Тәҙрәләрем төптәрендә,
Үҫә яран гөлдәрем.
Япраҡтары шыбырҙашып,
Һорашалар хәлдәрем.
Ҡайһы бүлмәмә инһәм дә,
Көлөп тора бөхтәлек.
Балаларым тырыш булғас,
Йәшәйем шатланып, рәхәтләнеп.
Шишмәнән һыу ташымайбыҙ,
Утынға ла бармайбыҙ.
Газ да өйҙә, һыу ҙа өйҙә,
Борсолмайбыҙ, көймәйбеҙ.
Хөкүмәтемә рәхмәт әйтәм,
Бирҙең тимен байлыҡты.
Әсәй-атай күрмәне бит,
Бындай затты, муллыҡты.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан,
Тиеп юҡҡа әйтмәйҙәр.
Алма бешһә лә ауыҙға төшмәй,
Шуны аңлайыҡ ҡәрҙәштәр.
Гөлдәр үҫтерәм
Тәҙрә төптәрен тултырып,
Гөл үҫтерәм иркәләп.
Япраҡтарын елпегәндәй,
Сафлыҡ, хуш еҫ бөркәләр.
Мин уларға иртән-иртүк,
Һыу һибәмен иркәләп.
Сәскә атып, шатландырып,
Ултырһындар иркенләп.
Бер һауытта фикус үҫә,
Икенсеһендә яран.
Һаулыҡ өсөн бик файҙалы,
Шуға уны үҫтерәм.
Йыл әйләнә сәскә ата,
Антуриум тигән гөлөм.
Тыуған көнгә бүләк итте
Уны миңә киленем.
Уның сәскәһе ҡып-ҡыҙыл,
Уртаһында һары суҡ.
Алтын «бөртөктәрен» сәсә,
Йылмая ҡояш кеүек.
Циперус тигән һыу гөлө
Ултыра түр башында.
Теле юҡ шул, һыу һорамай
Һыуһаған сағында ла.
Тыныслыҡ, берҙәмлек һаҡлап,
Ултыра папоротник.
Алоэ гөлөм һаҡта тора
Таралмаһын грипп тип.
Аҡса гөлөм муллыҡ теләй,
Бар байлыҡҡа бәрәкәт.
Хризантема, цикламен, бегония сәскәләре,
Бирәләр күңелгә ләззәт.
Фиалка, колокольчик, эписция,
Сәскә аталап ярышып,
Яҡын килһәң күҙ ҡыҫалар
Күр, ҡайһыбыҙ сибәр тип.
Вәсилә МАСКОВА.
Стәрлебаш ауылы.
Читайте нас: