Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Ғинуар 2021, 11:35

Шиғри күстәнәс

Һеҙҙең иғтибарға Фәүҡәт Ҡотлошиндың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Кеше ғүмере
Тал сыбығын, тополь ағастарын
Киҫәбеҙ беҙ, улар файҙаһыҙ.
Тәбиғәтте шулай ҡыра-ҡыра
Аңламайбыҙ. Ҡайҙа барабыҙ?
Был ағастар киҫкәс тирә-яҡҡа
Үҫентеләр бирә терелеп.
Тырышалар йәшәргә көс табып
Яҡты донъяларға үрелеп.
Матур, яҡты донъя...
үлге килмәй,
Ғүмеремде биреп әжәлгә.
Эй, Хоҙайым, ниңә ағастай көс,
Ғүмер бирмәнең һин әҙәмгә?
Атайһыҙлыҡ
Атайһыҙлыҡ мине ҡаҡты-һуҡты,
Яҙһаң китап булыр күргәнем.
«Атай» тип әйтеүҙән мәхрүм үҫтем,
«Әсәй» һүҙе бөтә белгәнем.
Атайлылар мине кәмһеттеләр,
Әммә белмәнем мин зарлана.
Яҙмыш микән, әллә яңғылышмы
Өлөшөмә төшкән замана.
«Атайға әйтәм!» тип әйтә алманым,
Илаған саҡ булды кәмһенеп.
Атайлының кейемдәрен күреп,
Үҫтем көнләшеп мин, ымһынып.
Ошаҡ менән әсәм борсоманым,
Әрләнерҙе белеп аҙағын.
Белдем, уға еңел түгел ине,
Яңғыҙ тартыу тормош ғазабын.
Ул тырышты көн-төн, атайлынан,
Үҫтерергә беҙҙе кәм итмәй.
Ирен көнләп яуыз ҡатындар ҙа,
Ҡалмағандыр нахаҡ кәмһетмәй.
Үҙ-үҙеңде яҡлау, һаҡлау минең
Инеп китте бер саҡ ғәҙәткә.
Атайһыҙлыҡ сыныҡтырып мине,
Ир ҡорона илтте йәһәт тә.
Өләсәй тәрбиәһендә буй етеп
Ғәҙел булып үҫтек, инсафлы.
Ниңә үкенесле йылдарымды,
Бик һағынам икән шул саҡлы.
Ғүмер үткән, аҙмы боҙоҡ атай
Иркәһендә үҫкән балалар.
Үс итмәйем, яҙмыш, тормош үҙе
Ҡуя, буғай, ғәҙел баһалар.
«Кеше рәхәткә түҙмәй, ҡыйынға
Түҙә», тиеүҙәре хаҡтыр ул.
Олоғайғас, үткәндәрҙе уйлап
Көйөнөр һәм һөйөнөр саҡтыр ул.
Ваҡыт дауа..., онотола бара
Бала саҡта минең күргәнем.
Ата – әсә ҡурсыуында үҫһен
Һәр бер ейәнсәрем, ейәнем.
Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.
Читайте нас: