Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Ғинуар 2021, 18:00

Йөрәк

Бары бер секунд!.. Барыһын да аңланы әсә йөрәге.

Отпускы ялының тәүге көнө Зөлфирәнең. Ире эштә, балалары – уҡыуҙа, өйҙә бер үҙе. Иң тәүҙә ҡул теймәй торған өй эштәренә арнарға булды буш ваҡытын ҡатын. Күнәген эйелеп алайым тигәйне, йөрәге ҡыҫты. Турайып баҫам тиһә, йөрәк йәнә һулҡылдап алды. Зөлфирә башта аптырап ҡуйҙы, шунан ҡурҡа төштө. Ҡурҡыштан нығыраҡ ауыртып китмәһен тип, үҙен ҡулға алырға, тынысланырға тырышты. Ипләп кенә диванға барып ултырҙы. Быға тиклем 34 йәшлек ҡатындың йөрәге улай иткәне юҡ ине.
Йәш бит әле, һаулығы ныҡ, шуға йөрәге “шаярыуға” хатта аптырап, баҙап ултыра. Әлбиттә, балалары өсөн хафаланған мәл дә булғылай, улы йәки ҡыҙы сирләп-маҙар китһә, ниндәй әсәнең йөрәге урынында булһын инде. Ә бында нимә өсөн хафаланырға? Балалары уҡыуҙа, ололары – һуңғараҡ, бәләкәсе ярты сәғәттән генә ҡайта әле. Бер аҙ тынысланғандай итте, әммә тороп эшенә тотонайым тиһә, хәле тағы ауырлашты. Тажвирус үткәргәндәрҙә йөрәк ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тиҙәр. Былай сирләгәне юҡ, әллә үҙе һиҙмәй генә үткәрҙеме икән?.. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йөрәктән өйҙә бер дарыу-маҙары ла юҡ бит әле. Тик бына тормошта һәр нәмәгә әҙер булырға кәрәк икән.
Былай булмай, йөрөп инһәм, бәлки баҫылыр тип, Зөлфирә урамға йүнәлде. Тышҡа сығып тын алғайны, ысынлап та, еңел булып китте, хатта әле генә йөрәге ауыртмаған да тиерһең. Ҡатын ипләп атлап йорт мөйөшөн урап үтте, бында кешеләр һирәк йөрөй торған һуҡмаҡ бар, шунан атлап алыр. Тик боролоу менән, ҡараһа, улы ҡаршыһында баҫып тора. Балаһының йөҙөнә баҡҡайны, бер ҡараштан аңланы әсә – төпсөгөн нимәлер борсой ине, йөҙө ап-аҡ, урынынан да ҡуҙғалырға ҡурҡып тора.
– Нимә булды, улым? – тип һорауы булды, көрт артынан эт өргән тауыш ишетелде. Ҡараһа... Трактор эттереп киткән ҡар өйөмө артында берәҙәк эт өйөрө тора ине. Бары бер секунд!.. Барыһын да аңланы әсә йөрәге, шул ваҡыт:
– Пшо-о-о-о-л! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Зөлфирә. Былайҙы көтмәгән эт өйөрө йән фарман өрә-өрә күҙҙән юғалды. Шул саҡ ул менән әсә бер-береһенә табан йүгереп, ҡосаҡлашты. Күҙҙәрҙән йәш аҡты.
– Әсәй, һин ҡайҙан белдең мине эттәр баҫтырғанын? – тип йылмайған булды малай...

Рәмил МАНСУРОВ.
Фото социаль селтәрҙән.
https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/-bi-k-st-n-s/Y-R-K-634538/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=62246556
Читайте нас: