Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Ғинуар 2021, 11:21

ЙӨРӘКҺЕҘҘӘР КҮП УЛ...

Ял кисе. Балаларымдың шаярғанынан кинәнес ала-ала бәлеш бешерәм.

Шаярып: “Кеше ниндәй ағзаһыҙ йәшәй алмай”,- тип бәхәсләшеп киттеләр. Улым “йөрәкһеҙ”, ҡыҙым “муйынһыҙ” ти. Ағаһының йөрәктең мөһимлеге тураһында лекцияһын тыңлағандан һуң, ҡыҙым сабыр ғына: “Һин донъяла күпме муйынһыҙ кешене күргәнең бар? Юҡ бит! Ә йөрәкһеҙ кешеләр бик күп”,-тип ҡуйҙы. Беҙ улым менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, өндәшмәй ҡалдыҡ. Балаға ун йәш. Йөрәкһеҙ кешеләрҙе ҡасан күреп-тойоп өлгөргәндер инде. Улым: “Эйе, хәҙер кешеләр мейеһеҙ ҙә йәшәй”,-тигәс бөтөнләй ултыра төштөм.

Автор: Гузель Салихова

https://hakmar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-yanyr-ser-r-bar/Y-r-k-e--r-k-p-ul-622041/

Читайте нас: