Шул саҡ бер ҡатын килде лә, ҡауынды ҡайҙан алып килгәндәрен һораша башланы. Һатыусы: “Үзбәкстандан”,-тине. Ҡатын тегегә ышанмай, һаман ҡуймай: “Алдама, һинең үзбәк түгел икәнлеген күренеп тора”,-тине. Ир бынан ялҡып китте, шикелле. Ҡатынға яҡын уҡ барҙы ла: “Ҡара әле, һиңә мин кәрәкме, әллә ҡауынмы? Мин нығыраҡ ҡыҙыҡһындырһам – хәҙер эшемде ташлайым да...”-тигәйне һатып алыусы юҡҡа сыҡты. Ҡатындың бәхәсе нимә менән барып бөтәсәген көтөп торған сират та таралып бөттө шул.