Сөнки мин алыҫ йәшәйем, ҡараңғыла йәйәүләп ҡайтып барыуы ла ҡурҡыныс. Бер кис шулай таксиға ултырғас аҡсам юҡлығын аңланым. Водителгә ҡарайым. Урта йәштәр самаһындағы ир. Тегегә: “Мин аҡса алырға онотҡанмын. Әгәр көтөп торһағыҙ сығарып бирермен. Икенсе юл да бар: мин һеҙҙе кофе менән һыйлайым”. Тегенең ауыҙы йырылып китте. “Кофе, тәк, кофе”,-ти күҙҙәрен майландырып. Йортом эргәһенә барып еткәс туҡтатыуын һораным да, сумканан бер мәртәбә яһап эсерлек ике кофе ҡапсығын тотторҙом. Таксист шаңҡып ултырғансы өйөмә йүгереп инеп тә киттем.