Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында (15 ғинуарында) Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929–1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға.60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителгән яҙыусы ул. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла. 1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы. Әҙибәнең байтаҡ шиғырҙарын композиторҙар йырға һалды һәм уларҙы халыҡ һаман да яратып тыңлай.