Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Ғинуар 2021, 12:30

Үлмәҫбикә (булған хәл)

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә...

Радионан яңғыраған ошо йырҙы ишетекән һайын Үлмәҫбикә инәй ниндәйҙер тәрән һағышҡа бирелеп, тулҡынландырғыс хистәр кисерә. Ғүмер таңында ҡалған хәтирәләргә төшөп китә. Бөйөк Еңеүгә киләһе йылда 75 йыл тула,тик әллә ҡайҙа, алыҫ үткәндәрҙә ҡалған ваҡиғалар, йөрәгендә утлы ҡуҙ булып ваҡыты-ваҡыты менән көйҙөрөп ала...Онотолмайҙар. Һис тә онотолмайҙар... Оноторлоҡ та түгел ине шул...

1926 йылдың 18 мартында Хәмиҙулла менән Мәүлетбикәнең ғаиләһенда етенсе бала булып ҡыҙ тыуа. Уға тиклем тыуған балалары гел үлеп торғанлыҡтан, йола буйынса, уны тәҙрә аша һатып алып, Үлмәҫбикә тип исем ҡушалар. Ғаиләлә иркә бала булып үҫә ул. Йәше еткәс, Тимербулат байҙың өйөндә урынлашҡан мәктәпкә уҡырға төшә. Бик тырышып, яҡшы уҡый ҡыҙыҡай. Нәсибулла тигән ағай уҡыта. Ул ваҡытта уҡытыусы ағайҙан ҡурҡып торалар, уға ихтирам-хөрмәт менән ҡарайҙар. Мәктәптә ул октябрят та, пионер ҙа була, комсомолға ла инә. Йәштәрҙе хеҙмәт менән тәрбиәләгән заман бит. Үлмәҫбикәнең дә иңдәре эштә нығынды. Бер ваҡыт өй беренсә йөрөп ағас ултыртырға әйтеп сыҡты. Колхоз төрлө ағас-ҡыуаҡ үҫентеләре өләшкәйне. Алмағастары булмағандыр шул, өй беренсә акация, тирәк, сирен ағастарын ултырттылар.

Үткән быуат башында булған боларыштар баҫылып, тыныс тормош урынлашҡас, халыҡ иркенләп киләсәккә яҡты уй-хыялдар менән йәшәй башланы.Илдә завод-фабрикалар, колхоздар төҙөлдө.Үлмәҫбикәнең тыуған ауылына ла заман һулышы ҡағылды. Атаһы, бахыр, үҙенең берҙән-бер бейәһен биреп, колхозға инде. Көн дә йыйылыш булып тора, унда ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр хәл ителә. Колхозға ингән кешеләр иртәнсәк аттарын бер һарайға йыялар, ә кис булһа, малдарын ҡыҙғанышып кире барып алалар ине. Шулай булһа ла, яйлап колхоз төҙөлдө: күмәкләшеп ер һөрөп, иген сәстеләр, тыныс, етеш тормошта йәшәй башланылар. Тәүге йылда сәскән иген бик уңды. Комсомолдар өй беренсә йөрөп иген таратып сыҡты. Ул саҡтағы ҡыуаныстың иге-сиге булманы.

1941 йылдың июнь айы етте. Һәр кем үҙ мәшәҡәте, үҙ хәстәре менән донъя көткән мәл. Бесән осоро. Иртөбәк буйында бесән йыялар, малайҙар ат менән күбә тарттыра, ә өлкәнерәктәр кәбән ҡоя. Төшкө ашты тиҙ генә ашап, тағы эшкә тотонғайнылар, ауыл яғынан йән-фарман сабып килгән һыбайлыны күреп, туҡтап ҡалдылар. Яр һалып ҡысҡырып килә ине ул.

Аптырашып, барыһы ла бер тирәгә йыйылышты. Нәғим исемле егет килеп етер-етмәҫтән:

- Нимесләр беҙгә һуғыш асҡан, һуғыш башланған, һуғыш! – тине, көскә-көскә тын алып.

Бер аҙға ғына тынлыҡ урынлашты. Шунан был шомло хәбәрҙән ағарынған олораҡ апайҙар:

-Уй аллаҡайым, һуғыш! – тип илаша башланы.

Эш ҡайғыһы китте, барыһы ла ауылға ҡайтырға сыҡты. Көн һайын йырлашып ҡайта торғайнылар, был юлы йыр ҡайғыһы булманы. Һәр кем үҙ уйына күмелде, ил өҫтөнә ябырылған ҡайғынан йөрәктәре дарҫлап типте.

Күп тә үтмәй, халыҡ ауылдағы мәсет янына йыйылды. Колхоз председателе Ғәрифулла ағай сығыш яһаны. Шул көндө үк һуғышҡа алыныр өсөн биш егет үҙ теләге менән военкоматҡа китте.

Иртәгеһенә ауыл халҡы тағы бесәнгә сыҡты. Бер кемдең дә эшкә күңеле барманы.

Үлмәҫбикәнең Минәхмәт исемле шуҡ егет менән дуҫлашып, осрашып йөрөгән сағы ине. Ҡыҙ уға инселәп ҡулъяулыҡ та сигеп ҡуйғайны. Оҙаҡламай Минәхмәткә лә һуғышҡа китергә сират етте. Оло яуға уны ауылдаштары менән бергә төштән һуң оҙатырға тейеш инеләр. Үлмәҫбикә һөйгәнен оҙатайым тип ҡулъяулығын тотоп барғайны, өлгөрмәй ҡалған икән. Баҡһаң, уларҙы төшкә тиклем үк алып киткәндәр. Аймылыш булып, оҙата алмай ҡалды. Ҡулъяулығын тотоп, йөрәген яндырған үкенес-һағыштан түҙә алмайынса сеңләп-һыҡтап өйөнә йүгерҙе.

Ауылда бесәнде бөтөп, ураҡҡа төштөләр. Үлмәҫбикә әсәһенә ярҙамлашып йөрөнө. Һуғыштан йыш ҡына хаттар килә, ара-тирә үлем хәбәрҙәре лә ишетелә башланы, ҡара ҡағыҙ килеп төшмәһен тип йәндәр тынғыһыҙланды. Яңы йылдан һуң, 1943 йылдың ғинуар айында, Үлмәҫбикәгә лә Минәхмәттең беренсе хаты килде. Үҙенең танкист булыуы, ҡыҙҙы өҙөлөп һығыныуы тураһында яҙған ине ул. Шатлығының сиге булманы ҡыҙҙың! Оҙатып ҡала алмауына үкенесен белдереп, тиҙ генә яуабын да яҙып һалды. Шулай бер нисә хат алып өлгөрҙө ул.

Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Хәйбулланы почта ташырға ҡуйҙылар. Ул Үлмәҫбикәне оҡшатып йөрөгән, күрәһең, миңә кейәүгә сыҡ тип, уға һағыҙаҡ кеүек бәйләнә башланы. Ҡыҙ ризалашманы, егеткә Минәхмәтте яратыуын һәм көтөүен аңлатты. Ә Хәйбулланың сигенеүҙә уйы ла юҡ ине. Үлмәҫбикәнән нисек үс алырға әмәлен тапты ул. Минәхмәттең һуғыштан яҙған хаттары килһә, уның күҙ алдында йыртып ташлай башланы. Ҡыҙҙың яҙған хаттарын да ебәрмәй ине. Почтальондың ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ булһа ла, уға сара күреү мөмкинлеге юҡ ине. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан һалдат менән көрәшерга берәүҙең дә намыҫы етмәҫ ине.

Хәйер, Үлмәҫбикә тәүҙә кемгә әйтергә лә белмәй ҡурҡып йөрөнө. Хаттар оҙаҡ йөрөй, етмәһә. Ул ваҡыттағы үрһәләнеүҙәре, өҙгөләнеүҙәре... Аптырағас, председатель Ғарифулла ағайға әйтергә булды. Эштең нимәлә икәнен аңлатып биреп, Минәхмәт хатты һинең исемгә ебәрһен әле, тип үтенде. Ағай ризалашты. Үлмәҫбикә Минәхмәттән шулай итеп тағы хаттар ала башланы.

Ир-егеттәр китеп бөткәс, ауылда тормош ауырлашты. Көндөҙөн колхоз йөгөн тартҡан ҡатын-ҡыҙҙар кис ултырып фронтҡа оҙатыр өсөн бейәләй, ойоҡбаш бәйләне. Минәхмәтем өшөп йөрөмәйме икән тип, күңел һағыштарын таратырға тырышып, Үлмәҫбикә лә кис ултырырға йөрөй башланы. Шәл дә бәйләште ул әсәһенә. Һалым түләр өсөн аҡса кәрәк бит.

Оҙаҡламай Үлмәҫбикәне, йәш тип тормайса, өс әхирәте менән бергә Силәбе яҡтарына торф сығарырға ебәрҙеләр. Ундағы тормош эт тормошо кеүек ине. Бармаҡтар ҡаты һыуыҡтарҙа туңа, өҫтәге бысраҡ кейем еүешләнә, киптерергә урын юҡ. Ауырлыҡҡа түҙә алмай, кешеләр ҡаса башланы. Тотһалар, икенсе ергә алып китәләр.

Ике ай шулай интеккәндән һуң, Үлмәҫбикә лә әхирәте менән, бер урыҫ ҡартын йөҙ һумға яллап, ҡасып ҡайтып китте. Ҡарт ҡыҙҙарға юлды өйрәтеп ебәрҙе. Улар, ауылдан ауылға йөрөп, хәйер һораша-һораша тамаҡ туйҙырып, айҙан артыҡ юлда булып, саҡ ауылға ҡайтып йығылдылар. Әсәйҙәре ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡыҙҙарын тиҙ генә таныманы. Үлмәҫбикәнең атаһы бик ҡаты ауырып киткән икән. Ярай әле уның менән бәхилләшеп өлгөрҙө.

Бер аҙна самаһы торғас, Ғәрифулла ағай килеп:

- Һылыу, һине урман ҡырҡырға ебәрәм, ҡасып ҡайтҡан өсөн, үҙең беләһен бит, төрмәгә ябалар. Урманда, бәлки, үҙеңде эҙләмәҫтәр, – тип Үлмәҫбикәне Кананикольский яҡтарына ағас ҡырҡырға ебәрҙе.

Йөрәген былай ҙа һағыш өтә, етмәһә шул ваҡытта Минәхмәттән дә хаттар өҙөлөп торҙо. Баҡһаң, һуғышта яраланып, бик оҙаҡ госпиталдә ятҡан икән ул. Танк эсендә шартлау булып, ныҡ яраланған, үлемдән саҡ ҡалған Миниәхмәт тыуған ауылына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайтты. Матур итеп туй яһанылар. Үлмәҫбикә уға бағышлап сиккән ҡулъяулығын шунда ғына тапшыра алды. Ә Минәхмәте ҡәҙерле бүләкте тотонмай, һаҡлап, һандыҡҡа һалып ҡуйҙы...

Ауылға бөтә ир-аттар ҙа кире әйләнеп ҡайтманы, күптәре мәңгелеккә яу ҡырында ятып ҡалды. Тәрән яралар менән ҡайтһа ла, колхозда эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, Минәхмәт хеҙмәт яланында бил бирмәҫ батырға тиң булды, шуға күрә лә һөйөклөһен япа-яңғыҙ ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа бик иртә китеп барҙы. Исмаһам, Хозай уларға бала бағыу бәхете лә бирмәне.

- Күптәр йәшләй тол ҡалғанда, миңә парлы булыу, ысын һөйөү – һөйөлөү бәхете тәтене. Иң мөһиме – илебеҙгә башҡаса ҡайғы-әфәт килмәһен, - тип, күңелен йыуатты изгелекле ҡатын.

Бына әле... Йырҙы ишеткәс, күҙ нурҙарын, күңел йылыһын ҡушып сиккән ошо ҡомартҡыны күкрәгенә ҡыҫты ла Үлмәҫбикә, яҡты хәтирәләргә бирелеп оҙаҡ ҡына ултырҙы. Күҙҙәренән ҡайнар күҙ йәштәре тыпылдап төшһә лә, йөҙҙәренән серле йылмайыу китмәне.
Айгөл Мәхмүтова,
Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Әҫәр һәм фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас: