Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Декабрь 2020, 01:00

Мәскәүҙә башҡорт романы баҫылып сыҡты

“Эксмо” нәшриәтендә Фәниҙә Исхаҡованың “Асманға ашыу” романының русса варианты – “Прикосновение к Раю” донъя күрҙе. Рәсәйҙәге иң ҙур нәшриәттәрҙең береһе – “Эксмо” башҡорт әҙиптәрен гел генә баҫып тормай. Шуның өсөн дә Фәниҙә Исхаҡова яҙған романдың китап булып баҫылып сығыуы – әҙәбиәт донъяһында ғәйәт ҙур ваҡиға. Ошо уңайҙан яҙыусы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Фәниҙә апай, Мәскәүҙә өр-яңы китабығыҙҙың донъя күреүе менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Рәсәйҙәге иң ҙур нәшриәттәрҙең береһе ижадығыҙға иғтибар итеүе – үҙе үк ҙур баһа. Ошо уңы­шы­ғыҙҙы үҙегеҙ нисек баһалайһығыҙ?
– Рәхмәт. Республиканың төп башҡорт баҫмаһының минең өсөн ошо матур ваҡиғаны уртаҡ ҡыуанысҡа әйләндереп, уны уҡыусылар менән уртаҡлашыуы бигерәк тә күңелле. Шуға бәйле редакция коллективына, уның етәксеһе Вәдүт Ғәйфулла улына ихтирамымды белдереү ҙә, моғайын, урынлы булыр.

Рәсәй нәшриәттәренең башҡорт әҙиптәренә иғтибарына килгәндә был, ысынлап та, бик ҡатмарлы мәсьәлә. Элегерәк уны ниндәйҙер разнарядка буйынса ла эшләнеләр. Шул рәүешле илебеҙҙең күп милләтле әҙәбиәттәре вәкилдәренең ижады күпләп булмаһа ла, бөтә Союз уҡыусыһына барыбер барып етә торҙо. Хәҙер иһә барыһы ла үҙ ағышына ҡуйылған. Шул шарттарҙа башҡорт яҙыусыларының Мәскәү нәшриәттәрендә һирәк баҫылыуына аптырарға кәрәкмәй. Әлеге романдың был кәртәләр аша үтеп сыға алыуы – ул башҡорт әҙә­биәтенең дә уңышы.

“Асманға ашыу” романын йыл башында “Ағиҙел” журналы дүрт һанда биргәйне. Баҫманың элекке баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, хәҙерге етәксеһе Мөнир Ҡунафин, шулай уҡ Салауат Әбүзәровтың ҡул арты, күрәһең, еңел булды. Романдың оҙон-оҙаҡҡа һуҙылмай, күпкә киңерәк аудиторияға китап булып барып етеүендә уларҙың ихласлығының да өлөшө бар.
“Эксмо” нәшриәте китаптың электрон вариантын тиҫтәләгән интернет-магазинға урынлаштырҙы. Уны эҙләп табыр өсөн Google эҙләү системаһына авторҙың һәм романдың исемен индереү ҙә етә.

– “Асманға ашыу” – йәндәрҙең мәңгелек булыуы, уларҙың парлы итеп яратылыуы хаҡында. Реин­карнацияға үҙегеҙ ышана­һы­ғыҙмы?
– Реинкарнация идеяһы бөтә донъя диндәренең тиерлек үҙәгендә ята. Иң боронғо диндәрҙән һаналған буддизмда ул – хатта төп тәғлимәт. Был дин киң таралған илдәрҙең бигүк үҫешмәүе сәбәптәренең береһе – шул йәндең мәңгелек булыуына инанғанлыҡ. Былай булғас, күрәһең, ғүмерҙең ҡәҙере лә бик самалылыр. Һиндостанда, мәҫәлән, Рәсәй туристарына урындағы һинд кешеһен машина водителе итеп яллау хәүефлерәк. Ҡая ташлы бейек урындарҙан бошмай ғына елдереү улар өсөн бер ни тормай.

Реинкарнация хаҡындағы белем-ғилемдең үтә төпкә йәшенеү сәбәптәренең береһе – кеше үҙ ғүмеренең баһаһын белергә тейеш, сөнки һәммә кеше билдәле бер бурыс менән донъяға килә. Боронғо аҡыл эйәләре үлемдән түгел, ана шул бурыстарын үтәмәй китеүҙән ҡурҡҡан.

– Байрас менән Инессаның һөйөү юлында яҙмыштары боҙолған кешеләр барлыҡҡа килгәс, егет үҙен ғәйепле тойоп, хистәренән, ғүмерлек бәхетенән баш тартырға мәжбүр. Әммә ваҡыт был ҡорбандың бушҡа булған­лығын асыҡлай. Әҙәм балала­рының һәр ҡайһыһы ҡылғандары өсөн үҙе яуаплы, берәү ҙә бер кемде лә ниндәйҙер хата аҙымдар яһарға мәжбүр итмәй, сөнки һәр кемдең ҡайһы юлдан – уңғамы, һулғамы китергә икәнен һайларға хоҡуғы бар. Был фәлсәфәүи фекер һеҙҙең инанысығыҙға тап киләме?
– Һәр кем ғүмеренең иң әһәмиәтле мәлдәрендә һайлау алдына баҫа. Кемдер Яҙмышты ҡотолғоһоҙлоҡ (фаталлек) итеп күҙ алдына килтерә, кемдер уны тулыһынса инҡар итә. Асылда, барыбыҙҙың да яҙмышында мөмкин булған бер нисә юл ҡаралған. Һайлау нөктәһендә ниндәй юлға өҫтөнлөк биреүгә ҡарап, артабанғы ғүмер юлы ла билдәләнә.

“Асманға ашыу”ҙа төп герой­ҙарҙың береһе Байрас та шул юлдар киҫешкән мәлдә һайларға мәжбүр. Әгәр ҙә үҙенә тәғәйенләнмәгән юлдан киткәнен ваҡытында аңлап өлгөр­мәһә, уның ғүмере өҙөлөр ине.

Һәммә кешенең ғүмерендә биш сығыу нөктәһе, йәғни үлем мөмкинлеге ҡаралған. Улар мотлаҡ түгел, ләкин бик ихтимал.

– Быға тиклемге ҙур әҫәр­ҙәрегеҙҙе роман-хикмәт тиһәгеҙ, “Асманға ашыу”ҙың жанрын роман-баллада тип билдәләгәнһегеҙ...
– Был әҫәрҙең стиле лә балладаға тартым. Русса вариантын эшләгәндә рус теленең моңона баҫым яһарға тырыштым.
“Асманға ашыу”ға тиклем “Аҡ һәм Ҡара”, “Юғалтылған ожмах” һәм “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр...” роман-хикмәттәрен ижад иткәйнем. Бер нисә йыл дауамында улар “Ағиҙел” журналында донъя күрҙе. Журналдың ул саҡтағы баш мөхәррире Рәлиф Мөстәҡим улы менән даими бәйләнештә булдыҡ. “Уҡыйҙар бит!” тип ҡыуанып ҡабатлауын әле булһа иҫкә алам. Был – һәр әҙип өсөн иң ҙур баһа.

Ғөмүмән, уҡыусыларымдан уңдым. Бынан 20 йыл элек донъя күргән “Кеше-күсермә” романын уҡығандар әле булһа рәхмәт әйтә. Был әҫәргә мөкиббән булған энтузиастар, уның PDF вариантын эшләп, интернетҡа һалырға ла ваҡыт тапҡан. Үҙ сиратымда мин дә уҡыусыларға ихлас рәхмәтемде еткерәм. Улар булғанда, башҡорт әҙәбиәте йәшәр.

“Асманға ашыу” яҙылыуға ла тоғро уҡыусыларым сәбәпсе булды, сөнки улар “Китап” нәшриәтенә барып, минең китаптарҙы эҙләп ҡарай ҙа, бер нәмә лә тапмағас, үҙемә тура мөрәжәғәт итә. Уҡып бөткәс, “Тағы ла берәй яңы әҫәрегеҙ бармы?” тип һорай.

Йәнәһе, башҡорт әҫәрҙәрен уҡымайҙар, тиҙәр. Нисегерәк уҡыйҙар әле! Уҡыусының ихтыяжын ҡәнә­ғәтләндерерлек әҫәрҙәрҙе үҙ ваҡытында еткерә белергә һәм башҡорт әҙәбиәтенең үҫешенә битараф булмаҫҡа ғына кәрәк.

– Фантастика үҙ фекерҙәреңде, ә, бәлки, тормош фәлсәфәһен уҡыусыға еткерер өсөн яҙыусыға өҫтәмә мөмкинлектәр бирәлер?
– Был жанрҙа мин бынан егерме йыл самаһы элек ныҡ ҡына эшләп алдым. Унда ла балалар өсөн яҙылған тиҫтәләгән повесты ғына фантастика жанрында ижад ителгән, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. “Кеше-күсермә” романында һәм “Таң алдынан ҡайтырмын” повесында бер ниндәй ҙә уйҙырма юҡ, бында реаль факттар, ләкин башҡорт халҡында “Кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә” тигән әйтем бар. Ошонан сығып, был әҫәрҙәрҙең жанрын фантастика тип билдә­ләнем.

Уларҙан һуң ижад ителгән дүрт роман реалистик жанрға ҡарай. Фәлсәфәүи һыҙатты биреү өсөн ниндәйҙер ғәҙәти булмаған алымдар бар-барлыҡҡа, ләкин был дөйөм сюжеттың үҫешендә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сағыла.

– Әҙәбиәттең бөтә төрҙәрендә лә ижад итһәгеҙ ҙә, һеҙгә иң яҡыны проза өлкәһе тип әйтергә буламы?
– Күп ҡәләмдәштәрем кеүек үк, мин дә әҙәбиәткә шиғриәт аша килдем. Ул мине телмәрҙең моңон тойорға, һөйләмдәргә иғтибарлы булырға өйрәтте. Проза жанры, дөйөм алғанда, ҡолас ташлап йөҙөү мөмкинлеге бирә. Был жанр үҙе лә даръя кеүек, мәгәр кемдер күлдә йөҙөргә ярата, бәғзе берәүҙәргә диңгеҙ яҡыныраҡ. Эш, бәлки, даръяның ҙурлығында ла түгелдер, иң мөһиме, йөҙөүсеһе оҫта булһын.

– Башҡортостандағы ҡәләм­дәш­тәрегеҙҙең әҫәрҙәре менән танышып бара алаһығыҙмы? Аҙаҡ­ҡы тапҡыр ниндәй яңы башҡортса әҫәр уҡынығыҙ?
– Әлеге ваҡытта Тамара Ғәние­ваның “Уйҙарым, кисереш­тәрем...” эссеһын ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә Наил Ғәйетбаевтың “Бабич”ы һәм Ғәлим Хисамовтың “Мортаза Рәхимов” романдары матур күренеш булды. Хәҙер шундай заманда йәшәйбеҙ: берәй ауылда бер хәл булһа, был хаҡта уның күршеһенән дә алдараҡ Баш­ҡортостандың икенсе осонда билдәле булырға мөмкин. Ҡайһы ваҡытта ҡәләмдәштәремә: “Шул-шул баҫмала әҫәрең сыҡҡан”, – тип һөйөнсөләһәм, “Шулаймы ни? Миңә әле килеп етмәгән”, – тип яуаплайҙар. Һәм бында бер ниндәй ҙә уйҙырма юҡ.

– Фәниҙә апай, ә сит илдә йәшәп ижад итеү ауыр түгелме? Әллә, киреһенсә, был ижадығыҙға нин­дәйҙер үҙенсәлек өҫтәй, байытамы?
– Әлбиттә, еңелдән түгел. Ижадҡа килгәндә иһә маҡсатым – башҡорт халҡының башҡа халыҡтар араһында тиң, лайыҡлы булыуын күрһәтеү һәм һүрәтләү. Милләтебеҙ донъя халҡының бер өлөшө икәнен дә онотмайыҡ. Әгәр ҙә башҡа ҡәләм­дәштәрем тыуған төйәгебеҙҙә йәшәп, күберәк милли һыҙаттарға иғтибар итә икән – бик тә хуп, ләкин беҙ күмәкләп бер үк нәмәләр хаҡында яҙып ултырһаҡ, был уҡыусыларға ғына түгел, хатта үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ булмаҫ ине.

Икенсенән, башҡорт әҙәбиәте артабан да үҫһен, заман менән йәнәш атлаһын тиһәк, уға яңы темалар, яңы йүнәлештәр, яңы геройҙар индереү талап ителә. Шул осраҡта ғына уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын юғалт­маҫҡа мөмкин. Бөгөнгөнөң юғары технологиялары Ер шарының икенсе мөйөшөндә донъяға яралған әҫәрҙәрҙе табып уҡыу мөмкинлеген бирә. Шундай шарттарҙа бер кем дә үҙе өсөн ҡыҙыҡлы булмаған нәмәләргә ваҡытын әрәм итмәйәсәк.

– Сер булмаһа, әле нимә ижад итеү өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Өс повестан торған тәүге йыйынтығым проза секцияһында тикшерелгән мәлдә өлкән яҙыу­сылар: “Ни өсөндөр ошо повесть (һүҙ ул саҡта повесть булараҡ донъя күргән “Кеше-күсермә” хаҡында бара) тамамланмаған һымаҡ тәьҫир ҡалдыра”, – тине. “Уны артабан роман итеп яҙырға ниәтләйем”, – тип яуапланым. Өлкәнерәктәр: “Был ҡыҙ үҙенең нимә һөйләгәнен беләме икән?!”– тигән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы, сөнки миңә ул саҡта 26 ғына йәш ине. Икенсе йылына ул әҫәрҙе барыбер тамамланым, һәм “Кеше-күсермә” романы тиҙ арала популяр булып китте.

Шулай ҙа ижад эшендә алдан вәғәҙәләр биреү бик үк дөрөҫ түгел. Иң тәүге сиратта үҙ-үҙеңә ҡарата юғары талап торорға тейеш. Шуның өсөн дә, алда яҙыласаҡ әҫәрҙәр – ул киләсәк эше, тип кенә яуап бирә алам.

– Йәнә шуны һорамау мөмкин түгел. “Асманға ашыу”ҙың дауамын яҙырға ниәтегеҙ бармы? Байрас менән Инессаның ғына түгел, уларҙың яҙмышында мөһим роль уйнаған Әлиәнең, уны яратыу арҡаһында енәйәткә барырға мәжбүр булған Динарҙың арта­банғы яҙмышы хаҡында ла белге килер ине ул...
– Был хаҡта бөтөнләй уйлағаным юҡ ине. Ҡыҙыҡлы фекер! Миңә роман йә повесть яҙыр өсөн бөтә ижади потенциалды эшкә егерлек көслө идея кәрәк. Ул булмаһа, әҫәр яҙыу минең өсөн бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Тәҡдим хаҡында, әлбиттә, уйлап ҡарармын.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙән яңы мауыҡтырғыс әҫәрҙәр көтәбеҙ!
Редакциянан: Материал баҫ­маға әҙерләнгәндә тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ билдәле булды: киләһе йыл башында ЭКСМО нәшриәте Ф.Исхаҡованың “Невидимый человек” романын да (“Кеше-күсермә” романының яңы варианты) китап итеп баҫтырып сығарырға йыйына. Ҡотлайбыҙ!

Автор: Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/m-sk-bash-ort-romany-ba-ylyp-sy-ty/
Читайте нас: