Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Декабрь 2019, 12:40

«Йәшәр өсөн килгәнбеҙ»

Шундай исемле яңы китап сығарҙы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуып үҫкән Гөлнас Моратова, Люциә Аралбаева һәм Фәниә Сатучина. Унда һәүәҫкәр шағирәләрҙең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары баҫылған. Ошо китаптан шиғырҙар һеҙҙең дә күңелегеҙгә хуш килер.

Рәхмәт
Рəхмəт əйтһəлəр йөрəктəн,
Китəм шатланып.
Əйтерһеңдə мин елəмен,
Атҡа атланып.
Рəхмəт бит ул кешелəрҙə,
Шатлыҡ тыуҙыра.
Барлыҡ ҡайғы һағыштарҙы,
Ситкə ҡыуҙыра.
Рəхмəт əйтһə һөйгəн кешем,
Ҡояш -күңелем!
Уның йылы ҡарашынан,
Наҙға күмелəм.
Рəхмəт əйтһə атай-əсəм,
Бəхет- ҡулымда!
Минең кеүек шатланһындар
Ҡыҙым - улым да!
Яуап бирегеҙсе...
(Атайым үлгəс
51 көнөнəн hуң яҙылғайны...)
Матурҙарҙан матур, ай, донъялар,
Барыhынан ғына ҡала икəн...
Иртə генə китеп, йəн əрнеткəн,
Йөрəк ярып сыҡҡан бала икəн.
Ҡара ла ғына сəсте ағарталыр,
Ҡайғыларҙың иртə килеүе...
Йөрəк көсөн, баштың ушын ала,
Яҡындарҙың иртə китеүе.
Һандуғасҡай өҙөлөп hайрама əле,
Күндерəккəй буйы туғайҙа.
Алтындай ҙа атам,арыҫландай ағам ,
Бирегеҙсе яуап, hеҙ ҡайҙа?...
Əсəкəйем нисек түҙəһеңдер,
Бер ҙə түгел, ике ҡайғыға
Əрнеп hыҡтауыңды күрə бары
Төнгө күктə йөҙгəн ай ғына...
5 май 2001 йыл.
Люциә АРАЛБАЕВА.
Аллаһыма рəхмəттəрем
Күп абындым тормош юлдарында,
Һөрлөккəнем булды һуҡмаҡта.
Əммə һынауҙарға башым эймəй,
Имгəклəнем алға, йыраҡҡа.
Риза булдым биргəн ауырлыҡҡа,
Раббыҡҡайым, үҙең күрҙең, тип,
Түҙемлекте һəр саҡ өҫтəп торҙоң,
Сит ерҙəге, мосафирым, тип.
Һөйөү бирҙе торған илгə-ергə,
Телдəренə, күркəм халҡына.
Үҙ иттемме, əллə үҙ иттерҙе,
Тыуыр балаларым хаҡына.
Рəхмəт һүҙҙəремде генə əйтеп,
Ынтыламын Раббым ҡаршына.
Күреп, белеп, һиҙеп тороусы ул,
Тиңдəше юҡ ҡөҙрəтле Аллаһ!
Баҙнат итəм
Көмөш биҙəк-ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Ҡара ерҙе һөйөп, һыйынып.
Икебеҙҙең һалған парлы эҙҙəр,
Ҡар аҫтында ҡала юйылып
Йөрəгемдə тыуған яҡты хистəр,
Мəрйендəргə оҡшап өҙөлдө.
Ҡайнар күҙ йəштəрем, тəгəрəшеп,
Ҡар аралаш күҙҙəн эркелде.
Яҙ килһə лə, ынйы ҡарҙар яуа,
Күңелемде һағыштарға урап,
Үткəн ваҡыт ҡына кире ҡайтмай,
Үтенһəмдə, ҡабат-ҡабат һорап.
Үҙ-үҙемде, алдап һине көтəм,
Баҙнат итəм, күрешеүҙе юрап.
Ҡышҡы йəйғор
Ҡышҡы йəйғор ҡалҡып сыҡҡан,
Зəңгəр күк көмбəҙенə.
Йыраҡ ҡояштың йылыһын,
Əйтерһең беҙгə һибə.
Ҡышҡы йəйғор. Ни мөғжизə!
Аяҡ аҫты аҡлыҡта.
Һауалағы төҫлө күпер,
Аяҙ күкте балҡыта.
Тəбиғəттең күркəмлеге,
Йылы ямғыр, аҡ ҡарҙа.
Ҡар биҙəген сəскə иткəн,
Нурлы ҡышҡы йəйғорҙа.
Гөлнас МОРАТОВА.
Илһам ҡошо
Көтмәгәндә, йөрәгемә ҡағып,
Хистәр ярып килә бер ҡунаҡ.
Күстәнәсе уның йәнгә аҙыҡ,
Һыуһағанда эсәр һыу һымаҡ.
Әйтә генә алмай әрһеҙ ҡунаҡ,
Күңелемә ҡасан ҡуныуын.
Тик мин тоям илһам ҡоштоң һыйы
Ҡәләм остарына тулыуын.
Таң нурына мансып хистәреңде
Өләшмәнең ниңә иртәрәк?
Дөрөҫ һорау, әммә хистәргә лә
Ҡәләм күтәрерҙәй көс кәрәк.
Хөрмәт
Етмәҫ ахыры миңә бер ғүмерем,
(Ике ғүмер кемгә бирелгән?!)
Бер уйлағыҙ әле, үкенерлек,
Тәрбиәгә хата төрөлгән.
Балаларҙан – ололарға хөрмәт,
Баш эйергә талап ителде.
Ололаныҡ та беҙ, хөрмәт иттек,
Тик ҡай саҡта күңел кителде.
Үкенесле, хәҙер йәнем өшөй,
Ололарҙың танып хатаһын.
Ғәзиздәре эскәс бала ла бит
Атаһының “кейә ҡатаһын”!
Ололарҙан үрнәк – төтөн һурыу,
Табын ҡороу хәмер аңҡытып.
Ололарҙың тәмһеҙ “бахмыр” еҫе
Балаларҙы ҡуя ялҡытып.
Календарҙың ҡыҙыл көндәренә
Ытырғаныу ҡала ғүмергә.
Йәшәү йәмен боҙған хәмерҙеме
Ҡорбандары менән күмергә?
Фәниә САТУЧИНА.
Читайте нас: