Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Декабрь 2019, 14:38

Билдәле скульптор Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына – 125 йыл

Милләте буйынса осетин булһа ла, сәнғәт әһеле Башҡортостан мәҙәниәте, тарихында мәңге юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.

Ғүмеренең егерме йылын ул Салауат Юлаев образын тыуҙырыуға арнай. Ағиҙел йылғаһының бейек ярында ҡуйылған һәйкәл бөгөн Өфөнөң йөҙө, Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы.
БАССР-ҙың халыҡ рәссамы исеменә, СССР-ҙың Художество Академияһы Алтын миҙалына, дәүләт премияһына лайыҡ булған ижадсы оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәгән. Ейәне Ростан Тавасиев билдәләүенсә, олатаһының һаҡланған эштәре башҡорт халҡына һөйөү, милли рух менән һуғарылған.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: