Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Декабрь 2019, 00:35

Донъяны иман ҡотҡарыр

Башҡорт әҙәбиәте бик борондан башлана. Бөйөк “Урал батыр” эпосы үҙе генә лә ни тора... ХХ быуат баштарында ғалимдар араһында ошондай ҡараш киң тарала: әгәр ҙә ниндәйҙер халыҡтың героик эпосы юҡ икән, тимәк, был ҡәүем халыҡ булып үҫешеп етмәгән әле... Ошо фекер киң таралғандан һуң, бер нисә фольклорсы ғалим, үҙ халҡының бәҫен күтәрергә тырышып, героик эпос әтмәләп маташа. Әммә ялғанлау тиҙ арала фашлана.

Ә башҡорт халҡының героик эпосы берәү генә түгел... Иҫ китмәле бай, ун һигеҙ томлыҡ ауыҙ-тел ижадыбыҙ ни тиклем олуғ хазина бит! Тағы ниндәй халыҡ шул ҡәҙәр фольклоры менән ғорурлана ала?!

Ҡолғәли, Насретдин әл-Насыри исемдәре башҡорт әҙәбиәтенең урта быуаттарҙа уҡ булғанлығын иҫбатлай. Артабан эстафетаны сәсәндәр һәм йырауҙар дауам итә: Һабрау, Ерәнсә, Ҡобағош, Ҡарас, Байыҡ һәм башҡалар. Быуындан-быуынға яҙма мәҙәниәт һәм әҙәбиәт тә үҫешә.
ХVIII–ХIХ быуаттарҙа һәм ХХ йөҙ йыллыҡтың тәүге сирегендә әҙәбиәт, йәмәғәтселек фекере, фән үҫеше артабан Батырша, Салауат Юлаев, Мәүлә Ҡолой, Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди, Буранбай сәсән, Ишмөхәммәт Мырҙаҡаев, Ғәбдрәхим Усман, Әбелмәних Ҡарғалы, Һибәтулла Сәлихов, Шәмсетдин Зәки, Мирсәлих Биксурин, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Риза Фәхретдинов, Зәйнулла Рәсүлев, Ғәбит Арғынбаев, Ғарифулла Кейеков, Сафиулла Рәхмәтуллин, Шафиҡ Әминев-Тамъяни хеҙмәттәре менән алға бара.

ХХ быуат башында әҙәбиәт майҙанына яңы быуын яҙыусылары һәм шағирҙары Мәжит Ғафури, Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Закир Һаҙый, Сәйфи Ҡудаш, Сафуан Яҡшығолов, Төхфәт Йәнәби, Ямалетдин Йомаев сыға.
1909–1919 йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли рухын ҡуҙғытып ебәргән даһи шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич менән бер ваҡыттарҙа әҙәбиәтебеҙгә ҡеүәтле тулҡын булып яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар, публицистар, ғалимдар Мөхәмәтша Буранғолов, Зәки Вәлиди, Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Инан), Хәбибулла Ғәбитов, Сәйет Исмәғилев, Шәйхулла Тулвинский, Фәррәх Дәүләтшин, Фазыл Туйкин, Ғизетдин Иҫәнбирҙин, Ғәлә Хоҙаяров килә.

Бөйөк Мөхәмәтша Буранғолов тураһында айырым яҙып китергә тейешмен. Ул – ғалим, драматург, сәсән, халҡыбыҙға титандарса хеҙмәт иткән олуғ шәхесебеҙ. Әгәр ҙә ул билдәле сәсәндәргә ҡат-ҡат барып, егерме ике генә йәшендә бөйөк “Урал батыр” эпосыбыҙҙы яҙып алмаһа, халҡыбыҙ ни саҡлы рухи юғалтыу кисерер, үҙенең иҫ китмәле рухи байлығына хужа була алмаҫ ине...

Башҡортостан Яҙыусылар союзы – 85 йыллыҡ тарихы булған, әлеге көндә 300 тирәһе әҙипте туплаған, Рәсәй кимәлендәге иң ҙур һәм абруйлы ойошмаларҙың береһе. Беҙҙең союз – үҙ ҡосағына рус, татар яҙыусылары берләшмәләрен дә алған интернациональ ойошма.

2011 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай етәкселектән киткәндән һуң, союзыбыҙ көрсөктә тороп ҡалғайны. Шул сәбәпле, сираттағы съезда күпселек яҙыусылар ойошмабыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу тураһында һүҙ алып барҙы. Рәйеслеккә дәғүә иткән яҙыусы һәм ғалим Зәки Әлибаев: “Башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй кимәленә күтәреп, донъя киңлектәренә сығарыу өҫтөндә эшләйәсәкмен”, – тип, үтә юғары маҡсаттар ҡуйып, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Зәки Арыҫлан улының ул саҡта һайлау алды вәғәҙәләре, популизм, буш хыял һымаҡ ҡабул ителгән ниәттәре тормошҡа ашты бит: Марсель Сәлимов Мәскәүҙә китаптар сығарып, “Рәсәйҙең алтын ҡәләме”нә, Эрнест Хэмингуэй исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булды, минең проза һәм драматургия әҫәрҙәрем Рәсәй әҙәбиәте антологияларына индерелде, романдарым Мәскәү, Германия, Төркиә китап уҡыусыларына барып етеп, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына һәм Валентин Катаев исемендәге премияға лайыҡ булды, Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары Татарстан, Сыуаш, Бүрәт, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәрендә донъя күрҙе.

Яҙыусылар йортона бына тигән ремонт эшләнде. “Әҙәби Башҡортостан”, “Йәшә, Башҡортостан!”, “ЛиФФт” журналын сығарыу өсөн һәм башҡа гранттар юллап алынды, республика кимәлендәге төрлө әҙәби-мәҙәни саралар үткәрелеп тора.
Әлбиттә, проблемаларыбыҙ ҙа бар. Эсте иң ныҡ бошорғаны – әҙәбиәткә йәштәрҙең аҙ килеүе. Ҡайһы берҙә аңды шомло уйҙар һиҫкәндереп ебәрә: дәһшәтле 37-се йылдарҙа ла әҙәбиәткә йәштәр эркелешеп килгән бит, 90-сы йылдарҙағы демократия дауылы нәтижәләре золом ҡырғынынан да хәтәрерәк булдымы икән ни? Ә йәштәрһеҙ әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге юҡ. Уларҙы нисек итеп әҙәбиәткә йәлеп итергә һуң? Яуап бер: йәмғиәттә яҙыусының абруйын, статусын күтәреү юлы менән.
Тағы бер етди проблема: ҙур драматург­тарыбыҙ баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң уларға алмаш килмәне. Әле пьесаларын даими рәүештә сәхнәгә сығара алған әҙиптәр ошолар ғына: Наил Ғәйетбай, Рәлиф Кинйәбаев, Таңсулпан Ғарипова, Салауат Әбүзәр һәм Мөнир Ҡунафин. Ҡыҫҡаһы, башҡорт драматургияһы тура­һында “түңәрәк өҫтәл” ойоштороп, бик етди һөйләшергә күптән ваҡыт.

Тәржемә мәсьәләһе бик ҙур проблема булып тора. Әҫәрҙәребеҙҙе рус теленә тәржемә иттергән хәлдә генә уларҙы донъяға сығара алабыҙ. Әлеге мәлдә профессиональ тәржемәселәребеҙ Фәрит Әхмәҙиев, Айҙар Хөсәйеновтарға был өлкәлә эшләү табышлы хеҙмәт түгел, сөнки гонорарҙар ташҡа үлсәйем. Китап өсөн уртаса йөҙ мең һум түләһәләр, шуның ҡырҡ проценты тәржемәсегә эләгә. Кем шундай ғына хаҡҡа йыл буйы күҙен секерәйтеп ултырһын инде?

Мостай Кәрим фондының тырышлығы менән Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына бер төркөм йәштәр уҡырға ебәрелде, улар республикаға ҡайтып, тәржемә эшен йәнләндереп ебәрер, тип өмөтләнәбеҙ.

Әҙәби тәнҡитселәребеҙ – филология фәндәре докторҙары, профессор Ғиниәт Ҡунафин, Зәйтүнә Шәрипова, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Мирас Иҙелбаев, Фәнил Күзбәков, Гөлфирә Гәрәева, Риф Әхмәҙиев, фән кандидаттары Рәйсә Илешева, Ғәҙилә Бүләкова, Айнур Хужәхмәтов, Рита Фәтҡуллина, Луиза Кирәева, Руфина Шәрипова, Флүр Сибәғәтов, Гөлнур Нәбиуллина һәм башҡалар әүҙем эшләй.

Яҙыусылыҡ хеҙмәте менән бер ҡатар иңдәренә мөхәррирлек, журналистика, йәмәғәт эштәре йөгөн йөкмәп алып барған әҙиптәребеҙ Ғәлим Хисамов, Әмир Әминев, Рәлиф Кинйәбаев, Азамат Юлдашбаев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ринат Камалов, Әхмәр Үтәбаев, Зөфәр Вәлит, Хисмәт Юлдашев, Сөләймән Латипов, Салауат Кәримов, Рәсүл Сәғитов, Нияз Алсынбаев, Юрий Горюхин, Леонид Соколов, Светлана Чураева, Мөнир Ҡунафин, Марат Әминев, Миләүшә Ҡаһарманованың ижады хөрмәткә лайыҡ. Балалар әҙәбиәте жанрында Гүзәл Ситдыҡова, Рәмзәнә Әбүталипова, Салауат Рәхмәтулла, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Сәрүәр Сурина, Зөһрә Фәйзуллина, Рәшит Заһиҙуллин һәм башҡалар уңышлы эшләй.
Әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт иткән һоҡланғыс ғаилә династиялары менән ғорурлана алабыҙ. Бына улар: Иҙелбаевтар, Бураҡаевтар, Шаммасовтар, Әминевтәр, Шәкүровтар, Әхмәҙиевтәр.

Сонеттар оҫтаһы, Анна Ахматова шиғырҙарын башҡорт теленә маһирҙарса тәржемәләгән һоҡланғыс шағирәбеҙ Әнисә Таһирова ижадын уңышлы дауам итә. Ә прозаик Фәниҙә Исхаҡова океан аръяғындағы Америкала йәшәһә лә, романдарын тыуған илендә сығарып тора.

Заманында Силәбе өлкәһендәге экологик һәләкәтте (“Маяҡ” предприятиеһындағы авариянан һуң) һүрәтләгән “Ыңғырашҡан ауыл”, Чечня һуғышын тасуирлаған “Мин уйнармын, һин йырларһың” тигән көнүҙәк повестар яҙып әҙәбиәт донъяһын шаулатҡан һәм тағы ла байтаҡ роман, тиҫтәгә яҡын шиғыр китаптары ижад иткән өлкән йәштәге яҙыусыбыҙ, һуғыш балаһы Барый Ноғоманов һаман ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй әле.

Оло йәштә булһалар ҙа, яҙыусыларыбыҙ Йыһат Солтанов, Мөкәрәмә Садиҡова, Мансаф Ғиләжев, Рәсих Ханнанов, Мәхмүт Һибәт һәм башҡалар арымай-талмай ижад итә.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының филиалдары – Стәрлетамаҡ (етәксеһе Әҡсән Хәлилов), Учалы (Римма Солтанова), Күмертау (Рима Арыҫланова), Дүртөйлө (Мөҙәрис Мөсифуллин), Силәбе (Ҡамса Мортазин), Магнитогорск (Сафинә Хәкимова) һәм Ырымбур ҡалаларында (Нәфисә Смаҡова) урындағы ҡәләм тирбәтеүселәр менән эш алып бара.
Башҡорт әҙәбиәтенең уңыштарын Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Нәшриәтте байтаҡ йылдар инде Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов етәкләй, финанслау йылдан-йыл кәмеүгә ҡарамаҫтан, уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләй.

Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Рәшит Назаров кеүек генийҙарыбыҙ, Мөхәмәтша Буранғолов, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов ише бөйөктәребеҙ, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Рауил Бикбай, Ғайса Хөсәйенов һымаҡ титандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Аллаға шөкөр, халыҡ шағирҙары һәм халыҡ яҙыусылары Ғайса Хөсәйенов, Марат Кәримов, Ноғман Мусин, Азат Абдуллин, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниевалар әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағаналары булып тора, һәм уларҙың күпселеге ижади әүҙемлектәрен дауам итә.

Шөкөр, шиғриәттә Мостай Кәрим, Рәшит Назаров, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбай традицияларын дауам иткән шағирҙарыбыҙ Ҡәҙим Аралбай, Мәүлит Ямалетдин, Салауат Әбүзәр, Фәнил Бүләковтар емешле ижад итә. Уларҙың артынан өмөтлө быуын – Алмас Шаммас, Ринат Сөләймәнов, Мөнир Ихсанов, Рәшит Зәйнуллин, Фәйез Харрасов ең һыҙғанып әҙәбиәт майҙанына сыҡты. Әле егерме йәштәрен яңы уҙған шағир егеттәребеҙ Артур Ғабдуллин һәм Айбулат Сәсәнбаев шиғриәт донъяһына ышаныслы аҙымдар менән килеп инде. Берәр китап сығарып өлгөргән ҡыҙҙарыбыҙ Алина Әхмәтшина, Айгөл Йәмилева, Олеся Әхмәтрәхимова, Динә Солтанова һәм башҡалар ҙа уларҙан ҡалышмай. Бына ошо, өҫтәрәк исемдәре аталған егеттәребеҙҙе милли кадрҙар итеп үҫтерһендәр, уларҙы яуаплы вазифаларға тәғәйенләһендәр ине. Ваҡытында күреп үҫтермәйбеҙ ҙә, һуңынан милли кадрҙарыбыҙ юҡ тип зарланабыҙ. Ә бит заманында бөтә СССР, социалистик лагерь кимәлендә танылып, республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең кемлеген күрһәтерлек, иң кәрәк саҡта халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлап һүҙ әйтерлек бөйөк шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Лотфуллиндар булған.

Прозаға килһен ине лә бит йәштәребеҙ! Тик был жанрҙа хәҙер инде йәш әҙәбиәт йондоҙона әүерелгән Айгиз Баймөхәмәтовтан башҡа береһе лә күҙгә салынмай. Ә бит проза – әҙәбиәттең арҡа һөйәге...

Әҙәбиәткә йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында дәртләндереү саралары – йәш яҙыусылар конференциялары, семинарҙар, төрлө ижади бәйгеләр ярайһы йыш үткәрелеп тора. Һуңғы ваҡытта ошо фекергә килдем: йәштәрҙе ҡыҙыҡтырыу өсөн ярайһы мул фонды булған даими әҙәби конкурс булдырырға кәрәк.

Иҫ китмәле талантлы шағирәбеҙ Рәмзилә Хисаметдинова традицияларын Таңһылыу Ҡа­ра­мышева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡу­пова, Йомабикә Ильясова, Тамара Юлдашева, Әлфиә Әсәҙуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Айһылыу Ғарифуллиналар дауам итә. Уларҙың шиғырҙарын рус теленә яҙыусы Сергей Янаки уңышлы тәржемәләй.

Радий Хәбиров етәкселеккә килгәс, ниһайәт, Башҡортостанды ғәфләт йоҡоһонан уятты, хатта үрәпсетеп ебәрҙе. Әле бөтә республикала йәнләнеү, барлыҡ өлкәләрҙә лә яҡшы яҡҡа үҙгәреү һиҙелә. Башҡортостандың күп милләтле халҡы Радий Фәрит улына ҙур өмөттәр бағлай. Йыл буйы барған шатлыҡлы ваҡиғаларға шаһит булдыҡ. Башҡортостандың 100 йыллығын бөтә Рәсәй кимәлендә үткәреү, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), гениаль шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу – республикабыҙҙың күп милләтле халҡын туп­лап, артабанғы үҫешкә юл һалырлыҡ үтә лә мөһим ваҡиғалар ул.
Башҡорт халҡы – бөйөк халыҡ. Иҫ киткес бай фольклоры (“Урал батыр” кимәлендәге бөйөк эпос байтаҡ милләттәрҙең рухи хази­наһында юҡ), уникаль мәҙәниәте, олуғ тарихы, бихисап батырҙары булған, азатлыҡ өсөн быуаттар буйына көрәшкән халыҡ, әлбиттә, бөйөк. Мәшһүр халҡыбыҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуйып, уларҙы милли идея сифатында күтәрергә күптән ваҡыт. “Яңы башҡорт” тигән романымда халҡыбыҙға милли идея тәҡдим иткәйнем. Бына уның төп нигеҙе: Иман, Тыуған Ер, Туған Тел, Берҙәмлек, Яңырыу.

Был фекерҙәремде реаль миҫалдар менән иҫбатлайым. Рәсәйҙә өс ауыл бар: Мордовияла – Белозерье (унда һигеҙ мәсет эшләй, халыҡтың барыһы ла намаҙҙа), Пенза өлкәһендә – Әлүзән (бында туғыҙ мәсет бар, ауылдаштарҙың яртыһы дин тота), Свердловск өлкәһе – Шиғири (бында ла ауыл халҡының күбеһе Исламда). Был ауылдарҙа ла колхоздар бөткән, әммә халыҡ ситкә таралмаған, һәр береһе үҙенең эшен асып, икешәр ҡатлы йорттарҙа бына тигән итеп йәшәй. Уларҙа береһе лә эсеп-тартып, ҡәбәхәтлектәр ҡылып йөрөмәй, бөтәһе лә бәхетле, етеш тормошта йәшәй. Сәбәбе ниҙә һуң? Уларҙың иманлы булып, дин тотоп, йәғни Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп йәшәүҙәрендә. Шуның өсөн Хоҙай Тәғәлә уларға бәрәкәт, фани донъяла мөмкин булған бәхет бирә.

Был фекерҙәрем “Яңы башҡорт” тигән романымда әйтелгәйне. Улар, нигеҙҙә, Башҡортостан, Рәсәй темаларына ҡағылһа, “Аҙғын тәүбәһе” (“Покаяние над пропастью”) тип аталған трилогиямдың “Донъяны иман ҡотҡарыр!” тигән төп идеяһы бөтә донъя проблемаларын күтәрә, ябай ғына итеп йәшәү мәғәнәһен асып бирә, кешелеккә ҡотолоу юлын күрһәтә. Тағы ла тәрәнерәк һығымта яһаһаҡ, ошоно аңларбыҙ – донъя бөткәндән һуң да иман – әҙәм балаларының йәндәрен ҡотҡарыр.
Бөтә мәҙәниәт нигеҙендә әҙәбиәт ята. Әҙәбиәте, мәҙәниәте үҫешмәгән ил алға киткән дәүләттәр кимәленә етә алмай. Әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәтте яҙыусылар вә шағирҙар ижад итә. Ғалим, педагог, мәғрифәтсе, бөйөк дин эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдинов ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырған: “Яҙыусылары, ғалимдары булмаған халыҡ – бәхетһеҙ халыҡ. Күренекле кешеләрен онотҡан халыҡ бөтәсәк”.

Автор: Флүр ҒӘЛИМОВ, яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Валентин Катаев исемендәге һәм Ҙур әҙәби премиялары лауреаты
  • Читайте нас: