Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Декабрь 2019, 00:05

Хеҙмәттәштәребеҙгә юғары награда тапшырылды

Башҡортостандың 100 йыллығына миҙал. Бөгөн матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә республиканың бер быуатлыҡ оло юбилейы айҡанлы юғары награда тапшырылды.

Юбилей миҙалы ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт алдынғыларына тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында республика матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре лә, район гәзиттәре вәкилдәре лә бар. Улар әйтеүенсә, был тарихи ваҡиға һәм был награда һәр кемдең биографияһында лайыҡлы урын аласаҡ.
Юбилей миҙалы бөтәһе 16 кешегә тапшырылды. Улар араһында Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Шамил Ишемйәров, телевидение студияһының баш операторы Урал Ғатауллин, яңылыҡтарҙы алып барыусылар бүлеге етәксеһе Евгений Романов бар.
Юбилей наградаһы республиканың тарихи йылъяҙмаһына тос өлөш индергән төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Миҙалдың бер яғына республика гербы, икенсеһенә ете тажлы ҡурай төшөрөлгән, ул 999-сы келәймәле алтын ялатылған еҙҙән ҡойолған.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: