Әсмә иренен ҡымтый биреп быларҙы тыңлап торҙо. Шунан ҙур асыш яһағандай, Сәкинә ҡарсыҡҡа ымланы:
– Хәҙер мулла артынан йөрөргә ваҡыт юҡ. Ана, Сәкинә инәй йыназа уҡыһын. Ул ураҙаһын да тота, доғаларҙы ла белә.
Ҡарсыҡ ҡалтыранып китте. Уңайһыҙлана биреп, башындағы яулығын ипләне:
– Ҡуй, килешмәгәнде. Ҡатын кеше бер ҡасан да йыназа уҡымай бит. Шунан, мин уның тәртибен дә белмәйем. Бер нисә генә доға хәтерҙә ҡалған.
– Ана шул белгәндәрең дә еткән! Әйҙә, уҡы, инәй...
Башҡа сара ҡалмағас, Сәкинә ҡарсыҡ мәйет алдында белгән доғаларын ҡылды. Тик уны йыназа тип атап булмай инде. Шулай ҙа әхирәте мәрхүмәнең йәне йәннәттә булыуын, ҡараңғы гүренең яҡты булыуын теләне. Үлгәндәргә тыныслыҡ, иҫәндәргә сәләмәтлек юраны.
* * *
Кеше ғүмерендә өс туй була... Был һүҙҙәрҙе Рамаҙан ҡартҡа заманында атаһы һөйләгәйне. Беренсе туй – ул баланың тыуыуы. Сабыйҙың әсә ҡарынынан сығып, донъяға ауаз һалыуы – иң шатлыҡлы ваҡиға. Бына, исмаһам, бәхет! Ергә яңы кеше тыуа... Әҙәм балаһының ғүмерендә икенсе туй – һөйгән йәре менән ҡауышыуы. Ул байрамды элгәре тотош ауыл халҡы менән геү килеп үткәрәләр ине. Туйғансы йырлайҙар, бейейҙәр... Был тиклем дә һөйөнөстө йәшереп буламы ни? Яңы ғаилә тыуа бит!.. Кеше ғүмерендә өсөнсө туй – ул баҡыйлыҡҡа күсеүе. Эйе, әҙәмдең ер йөҙөндәге юлы тамамланып, мәңгелеккә күсеүе лә туй ул. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йолаһы, үҙ шарты бар... Быларҙы үтәмәү хәйерлегә түгел.
Мәйетте оҙатып барғанда Рамаҙан ҡарт ошо турала уйланды. Бабай мәрхүмәнең яҡты йөҙөн күҙ алдына килтерергә тырышҡандай, берсә күккә баҡты, берсә тирә-яғына ҡаранды. Әммә уның моңһоу ҡарашы ҡыҙыл табуттан башҡаны күрмәне.
Хәтифә әбейҙе ерләп ҡайтҡанда, көн байый башлағайны. Бер юлы өсөн дә уҡытырға булдылар. Шартына килтереп, өй уртаһына бер-нисә өҫтәл теҙеп ҡуйғандар. Ерләшеүҙә ҡатнашҡан ирҙәр, аш-һыу әҙерләгән ҡатындар, әбей-бабайҙар өҫтәл янына барып ултырҙы.
Мулла булмағас, был юлы ла аятты Хәтифәнең күршеһе Сәкинә ҡарсыҡтан уҡыуын һоранылар. Ул инәлтеп торманы. Бөтәһенең дә тынысланғанын көткәндәй, тирә-яғына күҙ йүгертеп алды ла, ике усын йөҙө алдына ҡуйып:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғәләмин... – Шул саҡ ишекте кемдер ҡаты итеп шаҡыны. Доға ҡылып ултырған әбей ҡапыл тертләп ҡалды, һөйләүенән туҡтаны. Аятты бүлдергәнгә асыулана биреп, Әсмә ишеккә ынтылды:
– Кем унда? – Ишек алдында форма кейгән милиционер пәйҙә булды. Көтөлмәгән ҡунаҡҡа бөтәһе лә һынсыл ҡарашын төбәне.
– Мәрхүмә Хәтифә Ғәлина ошо йортта йәшәнеме? – Милиционер иҫәнләшеп тә тормай, тамаҡ ҡыра биреп өндәште.
– Эйе. Нимә булған һуң? – Бер яҡ ситтә ултырған Рәйес ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан “ҡунаҡ”, бер һүҙ әйтмәй, башын сайҡап ҡуйҙы. Шул саҡ аятҡа йыйылғандар Әсмәгә төбәлде. Закон кешеһенең былай ҡобараһы осоп йөрөүе тиктомалға түгелдер. Берәй ғилләһе барҙыр, моғайын.
– Әллә әсәһе зәвишәнйә-фәлән ҡалдырҙы микән? – Әбейҙәрҙең береһе ишетелер-ишетелмәҫ кенә эргәһендә ултырған ҡарсыҡтың ҡолағына бышылданы.
– Булыр-булыр... Ғүмер баҡый аҡса йыйҙы бит ул...
Милиционер һынсыл ҡарашы менән өй эсен ҡапшап сыҡты. Ҡайҙа ултырырға бирегеҙ әле, тигәндәй, мейес алдындағы ултырғысҡа ҡулы менән ишараланы.
– Йә, кемегеҙ мәрхүмәнең яҡын кешеһе була? – тине тәртип һаҡсыһы. Әле генә шымып ҡалған табын йәнләнеп китте:
– Шөкөр, бында ят әҙәмдәр юҡ...
– Эйе, бында барыһы ла Хәтифә апайҙың заты тигәндәй...
– Әллә ете-ят кешеләр йыйылған тип уйлайһығыҙмы?
Милиционер был шау-шыуҙы шунда уҡ тынысландырҙы:
– Ярай, етәр! Барыһы ла аңлашыла. Мәрхүмәнең иң яҡын кешеһе кем? – Бөтәһе лә Әсмәгә текләне.
– Мин... – Әсмәнең ҡалтыранған тауышынан ҡаушағаны һиҙелеп тора. – Ә ни-мә бул-ған?