Йыйылышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров уҡып ишеттерҙе һәм Башлыҡ исеменән дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ике ҡәләмдәшебеҙ – Мәүлит Ямалетдин менән Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай Салауат Юлаев исемендәге орденға лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәрҙе концерт залы тулы тамашасы көслө алҡыштар менән тәбрикләне.