Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Ноябрь 2019, 22:45

Тәржемәселәр әҙерләү буйынса курс ойошторола

Башҡорт дәүләт университетында әҙәби, башҡортсанан руссаға һәм киреһенсә, синхрон тәржемә буйынса уҡыуҙар ойошторола.

Уҡытыусылар, журналистар һәм радио алып барыусылары курстың тыңлаусылары була ала. Программа алты йылға иҫәпләнгән, ҡатнашыусылар йылына бер тапҡыр ҡабул ителә.

Курстарҙы БДУ уҡытыусылары алып бара. Беренсе сығарылыш төркөмө квалификацияны күтәреү тураһында танытмалар алды. Киләһе курстар февралдә үтә.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: