Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Ноябрь 2019, 20:30

Мансур Һиҙиәтовҡа - 70 йәш

Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, актив йәмәғәтсе Мансур Һиҙиәтовтың 70 йәшлек юбилейы.

Мансур Яҡшыбай улы Белорет районында тыуған. Толпар һәм Сермән мәктәптәрендә уҡыған. Совет армияһына ҡәҙәр ике йыл Салауат Нефтехимия комбинатында аппаратсы булып эшләй. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Белорет Металлургия комбинатында сым һуҙыусы, мастер, өлкән мастер, смена начальнигы эшен атҡара. Бер нисә тапҡыр БМК-ның партком, КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы. 1980 йылдан КПСС-тың өлкә комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп тәғәйенләнә. Бер нисә дәүләт наградаларына: СССР, БАССР Юғары Советтары Почет грамоталары, III дәрәжәле Хеҙмәт даны ордены һәм башҡа бик күп Маҡтау грамоталарына лайыҡ.


Оош көндәрҙә Мансур Яҡшыбай улы Һиҙиәтов Башҡортостан Республикаһы үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән наградланды. Яҙыусыны юбилейы һәм оло наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас: