Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Ноябрь 2019, 21:00

М.Буранғолов исемендәге премияның сираттағы лауреаттарын ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияның быйылғы лауреаттары билдәле булды

Ошо мәртәбәле исем Мәүлит Ямалетдинов һәм Лира Яҡшыбаеваға бирелде.. Бөгөн уларҙы ҡотлау тантанаһы үтте. Был бүләккә Мәүлит Ямалетдинов “Ҡуласа” романы һәм Лира Яҡшыбаева “Халҡыбыҙ изгеләре” китаптары өсөн лайыҡ булды. Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияһы 2012 йылда булдырылды, ике йылға бер тапшырыла. Тәүге лауреаты - Йыһат Солтанов. Уға “Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше” тип аталған күләмле әҫәре өсөн бирелде. 2014 йылдың лауреаты тип “Ҡолой кантон” романы өсөн билдәле яҙыусы Спартак Ильясов лайыҡлы тип табылды.
Читайте нас: