Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Ноябрь 2019, 22:20

«Башинформ» журналистары «ЯМЫМЕДИА» премияһына дәғүә итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары «ЯМЫМЕДИА» премияһына дәғүә итә. Журналистар һәм блогерҙар араһында беренсе бойондороҡһоҙ премия 22 ноябрҙә «Өфө уттары»нда тапшырыла.

«Башинформ» журналисы Станислав Шахов — «Башҡортостан бюджеты тураһында туғыҙ көтөлмәгән һорау» материалы менән «Недиванный аналитик», Ксения Калинина — «Побег из преисподней» лонгриды менән «Будь или не Дудь» (йыл интервьюһы), Ольга Маловица «Зачем создали геопарк Торатау» лонгриды менән «С петличкой на шее» (йыл репортажы) номинацияһына тәҡдим ителгән. Агентлыҡтың ике хеҙмәткәре — Станислав Шахов һәм Ксения Калинина — «Йыл журналисы» номинацияһына күрһәтелгән. Яҡшыларҙан яҡшыһын оффлайн-тауыш биреү юлы менән һайлайҙар.

Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, программала: киске аш, еңеүселәрҙе бүләкләү, федераль эксперттарҙан ҡотлау, рәсми өлөштән һуң – концерт. Хедлайнер – Brazzaville төркөмө.

Быйыл «ЯМЫМЕДИА» премияһы журналистар өсөн йыл һайын ойошторолған «Матбуғат балы» сиктәрендә тәүге тапҡыр уҙғарыла, ләкин үҙ аллы проект булып тора, унда республика һәм федераль эксперттар ҡатнаша. Улар иҫәбендә — «Эхо Москвы» радиостанцияһының баш мөхәррире Алексей Венедиктов, «Медуза»ның махсус хәбәрсеһе Илья Жегулев, шулай уҡ The Village баҫмалары өсөн материалдар авторы Иван Сурвилло, «Афиша Daily», РБК һәм башҡа эксперттар ҡатнаша.

"Башинформ".
Читайте нас: