Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Ноябрь 2019, 11:10

Венгр ғалимдары уртаҡ тамырҙарҙы өйрәнә.

Венгрия Фәндәр Академияһының Этнография институты ғалимдары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм аппараты ағзалары менән осрашты.

Давид Шомфаи Кара - көнсығышты өйрәнеүсе -этнограф, башҡорт телен һыу кеүек эсә. Венгр ғалимы башҡорт телен үҙ аллы өйрәнгән. Өфөгә уның менән бергә антрополог Иштван Санта ла килгән. Ғалимдар башҡорт халҡының генетик килеп сығышы йәһәтенән эҙләнеүҙәр үткәрә. Улар быға тиклем Әлшәй районында Сурай ауылында йәшәүселәр менән аралашҡан, видеояҙмалар эшләгән, милли кейемде фотоға төшөргән. Артабан белгестәр Ҡурған өлкәһенә юл тота. Шулай уҡ, Силәбе һәм Ырымбурҙа йәшәгән башҡорттар менән аралашырға ниәттәре бар.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: