Беҙ абруйлы яҡташыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, именлек теләйбеҙ. Оҙаҡ-оҙаҡ йылдар беҙҙе яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып, илһамланып ижад итергә яҙһын!
Мин тыуғас та, ҡояш көлә-көлә
Тормошто һөй, тиеп, наҙлай-наҙлай,
Сәстәремде һыйпап тараған.
Зәңгәр күгем үпкән күҙҙәремдән:
«Төҫөм һиндә, – тигән, – онотма».
Һандуғастар әйткән тәҙрә аша:
«Йырлап йәшә, – тигән, – бойоҡма».
Төндәрендә ай ҙа юрған итеп
Нурын япҡан, әйткән: «Өшөмә».
Йоҡлаһам да, янда һаҡлап торған,
Йылмайғанмын уға төшөмдә.
Минең менән бергә аунап үҫкән
Болондарҙа шаян сәскәләр.
Шулар бары ла минең күңелемә
Һөйөү орлоҡтары сәскәндәр.
Шуға, ахыры, яҡты ҡояш нурын
Ҡара болот килеп ҡаплаһа,
Йөҙҙәремә күсә ҡараңғылыҡ,
Көлөп торған сәскә тапалһа,
Гөлдөң күҙҙәренән йәштәр тамһа,
Минең йөрәгемдән ҡан тама.
Минең өсөн донъя – тантана.
Кешеләрҙең йылы ҡарашында
Ҡояш ҡайнарлығы бар һымаҡ,
Күңелдәрҙә ятҡан яҡшылыҡтар
Сәскәләге татлы бал һымаҡ.
Таштарҙы ла хатта иретер һымаҡ
Кешеләрҙең ошо саф ҡарашын,
Күңелдәрҙә ятҡан бал кәрәҙен
Бөтә Ер шарына өләшә-өләшә,