Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин үҙенең тыуған ауылы Учалы районы Ураҙ ауылында бөгөн гүр эйәһе булды.
Талха Йомабай улы 1925 йылдың 20 апрелендә Ураҙ ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһындағы ФЗО-ла уҡый. заводта эшләй. Һуғыштан һуң, М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала. Тәүге хикәйәләрен ХХ быуаттың 50-се йылдарында яҙа башлай. Тәүге әҫәре 1961 йылда "Дружба народов" журналында баҫыла. Артабан бер-бер артлы "Рябиновая гора", "Аюташ", "Золотая моя колыбель", "Нас остается мало", "Вот кончится война", "Загон" һәм башҡа китаптары донъя күрә. Талха Йомабай улы урыҫ телендә ижад итеүсе башҡорт яҙыусыһы. Уның әҫәрҙәрен Рәшит Солтангәрәев, Әмир Әминев башҡорт теленә тәржемә итте.
Ул үҙенең әҫәрҙәрендә тыуған яҡ кешеләрен, Бөйөк Ватан һһуғышы осорон, кешеләрен араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе обьектив һәм үҙенсәлекле картиналар аша сағылдыра.Ябай ғына персонаждарҙың күңел кисерештәре уҡыусыларҙың хис-тойғоларына тап килә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байтаҡ инде йәй көндәре тыуған ауылына ҡайтып йәшәне, ә ҡыш Мәскәүгә юллана ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан рух ныҡлығы, йәшәү йәме ташламаған ине әҙипте. Йомаға ҡаршы кис ижадсы мәңгелек сәфәренә юлланды. Бәхил бул, Яҙыусы! Ауыр тупрағың еңел булһын!