Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Ноябрь 2019, 11:30

Ер һәм Йыһан улы - Рәшит Назаров

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районында Рәшит Назаровтың ижадына бағышланған саралар үтте. Иҫән булһа уға 75 йәш тулған булыр ине.

Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, аҡындар, шағирҙар - һүҙ оҫталары тыуған! Милләттең аҡыл осошон, рухи бейеклеген билдәләгән улар. Тора-бара улар исеме халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән, халыҡ күтәргән байраҡтың юғарылығын билдәләгән. Рустарҙа Пушкин, немецтарҙа Гете, итальяндарҙа Данте, татарҙарҙа Туҡай – ана шундай бөйөк ижадсыларҙың бары ҡайһы берҙәре.Телгә алмаған милләттәрҙә юҡмы ни улар! Донъя күләменән күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһынан да булған, барҙар һәм буласаҡ! Ана шундайҙарҙың береһе – Рәшит Назаров.

Шуны дәлилләү өсөн шағирҙың бер нисә шиғырын уҡыу ҙа етә.


Йөрәк

Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде

Һәм йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма.

Илттем уны һиңә, йәнем.

Тик күрмәнең ниңә, йәнем?


Хурланып мин шул саҡ бик тә,

Йөрәгемде аттым күккә,

Осто йөрәк. осто йөрәк

Йондоҙҙарҙан бейегерәк.


Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа

Таңын, ҡара көнсығышҡа,-

Бер йондоҙ унда нур һипһә,

Һәм хистәрең дөрләп китһә,

Бел: был йондоҙ - минең йөрәк,

Тик инде ул бейегерәк.


Йәшен

Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,

Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,

Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,

«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,

Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!

Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…


Дуҫ менән һөйләшеү

Һөйөклө дуҫым! Йөрәкте

Мин һиңә генә асам,

Усыңда ята тетрәп ул,

Усыңда- көтөп баһаң.

Иҫемдә, тәуге kат юлдар

Үҙенә тартты мине.

Зәп-зәңгәр ине күк шундай,

Офоkтар — серле ине.

Мин киттем күбәләк итеп

Нурҙарҙы kыуа-kыуа.

Тик уның һайын —юл алыҫ,

Офоkтар ары шыуа,

Офоkтар ары шыуа…

Мин тауҙан күккә ынтылдым,

Күк- менгән һайын бейек.

Ҡасан һуң сыңлап китер ул

Минең kулдарым тейеп!

Күк-менгән һайын бейек…

Эй ғүмер! Бары ул ғына,

Ул ғына кәмей һаман…

Ал, дусым! Ғорур йөрәкте

Һинең усыңа һалам.

Һин-хаким! Кемдәрҙер, әйҙә,

Мыйыk аҫтынан көлөп,

Һиҙҙермәй генә kолаkkа

Ингән бер бәләк кеүек

Һөйләһен ғәйбәт һүҙен дә,

Һөйләһен улар. Күнәм,

Йөрәгем- усыңда һинең,

Ул- баһа көтә һинән.

Бер генә минут ул бында,

Ул йәнә күккә осор,

Йәшендәр менән шаярыр,

Ғаләмдең үҙен kосор…

Ә кемдер тағы бышылдар:

«Маkсатың булһа яkын-

Тиҙерәк уға етерһең,

Зурыраk булыр хаkың.

Күк бейек — етә алмаҫһың,

Офоk киң — үтә алмаҫһың,

Тиҙерек борол kабат,

Ни уҙған, уныһы — һабаk…»

Ә йөрәк осор ҙа осор,

Ашkынып kосор күкте.

Ғүмер кескенә. Үҙенә

Бейеклек һыя күпме!

Ғүмер кескенә. Тик уға

Һыймаймы бөтә офоk!

Һөйөклө дуҫым! Һин — хаким!

Мин ары киттем осоп,

Мин ары үттем осоп…
Читайте нас: