Был ижади бәйге 1-се октябрҙән алып 20 октябргә тиклем барҙы, конкурста 78 уҡыусы ҡатнашты.
Конкурсанттарҙы талапсан, әммә ғәҙел жюри ағзалары баһаланы.
Ҡарамаҡҡа ябай ғына бәйге ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамы булды, тиеште ҡатнашыусылар.
Балалар хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалып, әҙиптең әҫәрҙәрен юғары оҫталыҡ менән башҡарғанда, бер кем дә битараф ҡала алманы.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ ине.
Ә шулай ҙа улар араһында абсолют еңеүселәр булып, түбәндәге уҡыусылар танылды:
Яҙгөл Нәжәрова, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбенең 1-се синыф уҡыусыһы, уҡытыусыһы Гөлнара Исламова.
Даяна Хәсәнова, 4-се синыф, Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы, Луиза Ханнанова.
Арыҫлан Хөснуллин, 4-се синыф, Наурыз мәктәбе, Таңһылыу Хилалова.
Арсен Ғәзизов, 2-се синыф, 7-се һанлы мәктәп, Резеда Сулейманова.
Нургизә Камалетдинова, 3-сө синыф, Ураҙ лицейының Ҡотой филиалы, Римма Яхина.
Камилла Ульданова, 4-се синыф, Илсе мәктәбе, Зөлфирә Сәйфуллина.
- Бөгөн Миндәк мәктәбендә юбилярҙың шиғырҙары яңғырап, улар беҙҙе уйландырҙы, моңландырҙы, күңелдәребеҙҙе сафландырҙы, тыуған Башҡортостаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятты, - тине ветеран уҡытыусы Гөлсирә Ғарипова. – Мостай Кәримдең әҫәрҙәре үлемһеҙ, улар киләсәккә илтеүсе илселәр!
- Был күркәм сарала ҡатнашҡан балаларҙың әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуы, һөйөүе бер ваҡытта ла һүнмәһен-һүрелмәһен, улар ғүмер буйы китап менән дуҫ булырҙар, тип ышанғы килә, - тип Миндәк урта мәктәбе директоры Гүзәл Илһамова конкурсты йомғаҡланы. – Сөнки аҡыллы, аңлы, уҡымышлы балалар - Рәсәйҙең киләсәге!